Беренсе донья һуғышы

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 12 Мая 2015 в 21:42, реферат

Краткое описание

XIX быуатта төп Европа көстәре Европала көстәр балансын һаҡлау өсөн бер-береһе менән сәйәси берлектәр — альянстар төҙөй башлай, 1900 йылға континентта был берлектәрҙең ҡатмарлы селтәре хасил була. Был йүнәлеш 1815 йылда Пруссия, Рәсәй һәм Австрия араһында Изге берлек төҙөлөүөнән башлана. Артабан 1873 йылдың октябрендә Герман империяһының канцлеры Отто фон БисмаркАвстро-Венгрия, Рәсәй һәм Германия монархтары араһында Өс император берлеге(нем. Dreikaiserbund) булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был берлек үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алмай. Уның урынына 1879 йылда Австро-Венгрия һәм Германия Ике яҡлы берлек (йәки Австро-Венгрия килешеүе) төҙөй. 1882 йылда был берлеккә Италия ҡушыла һәм альянс Өс яҡлы берлек исемен ала.

Содержание

• 1 Һуғыштың сәбәптәре
o 1.1 Империализм
o 1.2 Берлектәр
o 1.3 Милитаризм
o 1.4 Милләтселек
• 2 1914 йылдың июле көрсөгө
• 3 Һуғыш барышы
o 3.1 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.1 Көнбайыш фронт
 3.1.1.1 Сик алыштары
 3.1.1.2 Марна алышы
 3.1.1.3 «Диңгеҙгә йүгереү»
 3.1.1.4 Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.2 Көнсығыш фронт
 3.1.2.1 Көнсығыш Пруссиялағы операция
 3.1.2.2 Галиция операцияһы
 3.1.2.3 Варшава-Ивангород операцияһы
 3.1.2.4 Лодзь операцияһы
 3.1.3 Башҡа фронттар
 3.1.3.1 Балҡан театры
 3.1.3.2 Кавказ фронты
 3.1.3.3 Алыҫ Көнсығыш фронты
 3.1.3.4 Африкалағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.1.5 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.2 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.2.1 Көнсығыш фронт
 3.2.1.1 Көнсығыш Пруссия һәм Карпат тауҙары
 3.2.1.2 Горлицела ҡурғау өҙөлөүе
 3.2.1.3 Польшалағы операциялар
 3.2.2 Көнбайыш фронт
 3.2.2.1 Ипр йылғаһы буйында газ атакаһы
 3.2.2.2 Шампань һәм Артуалағы операциялар
 3.2.3 Башҡа фронттар
 3.2.3.1 Италия фронты
 3.2.3.2 Балҡан фронты
 3.2.3.3 Алыҫ Көнсығыштағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.2.4 Диңгеҙ һуғыштары
 3.2.5 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.3 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.3.1 Көнбайыш фронт
 3.3.1.1 Верден операцияһы
 3.3.1.2 Сомма операцияһы
 3.3.2 Көнсығыш фронт. Брусилов һөжүме
 3.3.3 Башҡа фронттар
 3.3.3.1 Румыния фронты
 3.3.3.2 Италия фронты
 3.3.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.3.4.1 Ютландия алышы
 3.3.5 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.4 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.4.1 Көнсығыш фронт
 3.4.1.1 Митава операцияһы
 3.4.1.2 Февраль инҡилабы
 3.4.1.3 Октябрь инҡилабына тиклем
 3.4.1.4 Октябрь инҡилабы һәм солох тураһында декрет
 3.4.2 Көнбайыш фронт
 3.4.2.1 Нивель операцияһы
 3.4.2.2 Мессин, Ипр, Верден, Мальмезон операциялары
 3.4.2.3 Камбре алышы
 3.4.3 Башҡа фронттар
 3.4.3.1 АҠШ-ның һуғышҡа ҡушылыуы
 3.4.3.2 Италия фронты
 3.4.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.4.5 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.5 1918 йыл һәм һуғыш тамамланыуы
 3.5.1 Көнсығыш фронт. Брест солохо
 3.5.2 Көнбайыш фронт
 3.5.2.1 Пикардиялағы һәм Фландриялағы һөжүм
 3.5.2.2 Эн буйындағы һөжүм
 3.5.2.3 Икенсе Марна алышы
 3.5.2.4 Амьен алышы
 3.5.2.5 Дөйөм һөжүм һәм һуғыш тамамланыуы
 3.5.3 Башҡа фронттар
 3.5.3.1 Балҡан, Салоник фронттары
 3.5.3.2 Месопотамия, Сүриә-Фәләстан фронттары
 3.5.3.3 Италия театры. Австро-Венгрияның тарҡалыуы
 3.5.4 1918 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
• 4 Солох тураһында килешеүҙәр
• 5 Башҡорттар Беренсе донъя һуғышы осоронда
• 6 Һуғыштың эҙемтәләре
• 7 Һуғыш тураһында хәтер
• 8 Һылтанмалар
• 9 Әҙәбиәт

Прикрепленные файлы: 1 файл

РЕФЕРАТ.docx

— 544.27 Кб (Скачать документ)
  • Германия менән Версаль килешеүенә 1919 йылдың 28 июнендә ҡул ҡуйыла. Был килешеү буйынса Германия Францияға Эльзас һәм Лотарингияны ҡайтара. Бынан тыш, Франция ҡулына Саар таш күмер рудниктары күсә, Саар районы үҙе Милләтәр Лигаһы идаралығына күсә. Ерҙәренең ҡайһы бер өлөштәре шулай уҡ Бельгияға, Чехословакияға һәм Данияға ҡушыла. Польшаға Балтик буйына сығыу өсөн территория бүленә. Һөҙөмтәлә Германия 6,5 миллион тирәһе кеше йәшәгән 70 кв. километрҙан күберәк ерен юғалта. Тағы ла Германия бөтә колониаль биләмәләренән яҙа — уның колонияларын Англия, Британия доминиондары, Франция һәм Япония бүлешеп ала. Германия Версаль килешеүе менән һуғышты башлау өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала һәм һуғыш сығымдарын ҡаплау өсөн Антанта илдәренә дөйөм алғанда 269 млрд. марка күләмендә репарация түләргә мәжбүр була, был һан һуңынан 132 млрд. маркаға тиклем кәметелә.

  • 1919 йылдың 10 сентябрендә Австрия менән төҙөлгән Сен-Жермен килешеүе һәм 1920 йылдың 4 июнендә Венгрия менән төҙөлгән Трианон килешеүеАвстро-Венгр империяһының тарҡалыуын рәсми теркәй. Элекке империя урынында яңы булдырылған илдәр таныла. Шулай уҡ уның ерҙәренең өлөшөИталияға һәм Румынияға күсә.

  • Болгария менән Нёйи килешеүе 1919 йылдың 27 ноябрендә төҙөлә. Килешеү буйынса Болгарияның бер нисә ҡалаһы Югославияға, Көньяҡ ДобруджаРумынияға күсә, шулай уҡ Эгей диңгеҙенә сығыу юлы Грецияға бирелә.

  • 1920 йылдың 10 авгусында Төркиә менән төҙөлгән Севр килешеүе шарттары Төркиәне Антанта илдәрененең ярымколонияһы хәлендә ҡалдыра. Әммә илдә Мостафа Кәмал Ататөрк етәкселеге менән башланған Милли-азатлыҡ көрәше 1923 йылдың 24 июлендә Антанта илдәрен Төркиә менән яңыЛозанн килешеүе төҙөп, Севр килешеүенең байтаҡ шарттарынан баш тартырға мәжбүр итә.[7][3][23]

Башҡорттар Беренсе донъя һуғышы осоронда


1914 йылда башланған һуғыш Башҡортостандың ижтимағи һәм иҡтисади тормошондағы тәрән үҙгәрештәргә килтерә. Төбәктең сәнәғәте тулыһынса хәрби продукция етештереүгә күсә, шулай, Белоретта сәнскеле сымдар, Эҫемдә снаряд ҡоросо, пушка болванкалары, йөк арбалары, Златоуста шрапнелдәр, снарядтар, бомбалар етештерелә.

Өфө губернаһынан 1917 йылға 323,2 мең кеше (эшләгән ир-аттың 45% өлөшө), Ырымбур губернаһынан — 160,3 мең кеше (49,6%) мобилизациялана. Фронт өсөн 1914—1916 йылдарҙа халыҡтан 25 меңдән артыҡ ат йыйып алына. Был сәсеү майҙандарының һәм мал башының ҡырҡа кәмеүенә килтерә. Башҡортостанда икмәк етештереү 35%-ҡа төшә. 1916 йылдан төбәктә иҡтисади көрсөк башлана, инфляция көсәйә, кәрәк-яраҡҡа карта системаһы керетелә. Рәсәйҙә таралған сәйәси көрсөк Башҡортостанды ла ялмай, забастовкалар, монархияға ҡаршы кәйеф тарала.[24][25]

                     

 Һуғыштың эҙемтәләре


1914—1918 йылғы Беренсе  донъя һуғышы — донъя тарихында  оло мәғәнәгә эйә булған ваҡиға. Ул тәрән ижтимағи үҙгәрештәргә килтерә, кешелек йәмғиәтенең үҫеш барышына ныҡ тәҫьир итә.

 

 

 

 

 

…тарихта тәүге мәртәбә техниканың ҡеүәтле ҡаҙаныштары шундай масштабта, шундай емергес һәм шундай энергия менән миллиондарса кеше ғүмерен күпләп һәләк итеү өсөн ҡулланыла.

— В. И. Ленин, Полное собрание сочинений, т. 36, с. 396





Беренсе донъя һуғышы осоронда хәрби көстәр ҙур үҙгәреш кисерә. Һуғышҡа төрлө хәрби техниканың күплеге хас була. Артиллерия үҫешә, инженер ғәскәрҙәренең роле ҙурая. Элемтә ғәскәрҙәре үҫешә, радио мөһим ғәскәрҙәр менән идара итеү сараһына әүерелә. Яңы төр ғәскәрҙәр — бронетанк һәм химик ғәскәрҙәр хасил була. Авияция тиҙ үҫешә. Разведка һәм элемтә сараһынан авиация үҙаллы ғаскәр төрөнә әүерелә, был һауа ғәскәрҙәренә кәршы көрәш үҫешеүен алға этәрә. Һуғыш хәрби диңгеҙ флотына күп үҙгәрештәр индерә, һыу аҫты кәмәләре һаны ҡырҡа арта, миналар, торпедалар киң ҡулланылыш таба.

Беренсе донъя һуғышы осоронда хәрби көстәр ҙур үҙгәреш кисерә. Һуғышҡа төрлө хәрби техниканың күплеге хас була. Артиллерия үҫешә, инженер ғәскәрҙәренең роле ҙурая. Элемтә ғәскәрҙәре үҫешә, радио мөһим ғәскәрҙәр менән идара итеү сараһына әүерелә. Яңы төр ғәскәрҙәр — бронетанк һәм химик ғәскәрҙәр хасил була. Авияция тиҙ үҫешә. Разведка һәм элемтә сараһынан авиация үҙаллы ғаскәр төрөнә әүерелә, был һауа ғәскәрҙәренә кәршы көрәш үҫешеүен алға этәрә. Һуғыш хәрби диңгеҙ флотына күп үҙгәрештәр индерә, һыу аҫты кәмәләре һаны ҡырҡа арта, миналар, торпедалар киң ҡулланылыш таба.

1914—1918 йылғы һуғыш  хәрби сәнғәт үҫешендә мөһим  этап булып тора. Икенсе донъя һуғышыалдынан донъяның иң ҡеүәтле илдәренең һуғыш доктриналары иң беренсе нәүбәттә Беренсе донъя һуғышы тәжрибәһенән сығып төҙөлә.

Берлинда Беренсе донъя һуғышы инвалиды, 1923 йыл

Беренсе донъя һуғышы быға тиклемге һуғыштарҙағы сығымдарҙан күп тапҡыр ҙурыраҡ сығымдарға килтерә — йәмғеһе 359,9 млрд аҡса сарыф ителә. Әммә иң аяныслыһы — һуғышта һәләк булған кешеләр һаны. Кешелек хәрбиҙәр араһында ғына 10 млн. тирәһе кеше юғалта. Һуғыш арҡаһында башланған аслыҡ, эпидемиялар һәм башҡа һәләкәттәр үлемдең артыуына һәм тыуымдың кәмеүенә килтерә. Солох төҙөлгәндән һуң да халыҡ ыҙалары тамамланмай. Эшһеҙлек, инфляция, һалымдар, хаҡтар артыуы халыҡтың нужаһын тағы ла ҡырҡыулаштыра. Уның ҡарауы донъя империалистарына һуғыш ғәйәт ҙур килем килтерә.

Был һуғыштан кешелек тейешле һығымталар яһамай. Егерме йылдан һуң ул тағы ла һәләкәтлерәк, ҡанлыраҡ Икенсе донъя һуғышын тоҡандыра

                              Һуғыш тураһында хәтер


1918 йылдың 11 ноябрендәге ваҡытлы солох төҙөү көнө Бельгияла һәм Францияла йыл һайын милли байрам булараҡ билдәләнә. Бөйөк Британияла 11 ноябргә яҡын йәкшәмбе көнөндә Хәтер көнө (ингл. Remembrance Sunday) билдәләнә. 1921 йылда Париждың Триумфаль аркаһы аҫтында Билдәһеҙ һалдат ҡәбере хасил була. Лондонда 1919 йылда Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл — Кенотаф төҙөлә. 1922 йылдың майында Германияла Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә Бөтә халыҡ матәм көнө (нем. Volkstrauertag) булдырыла, 1952 йылдан был көн һуғыш ҡорбандарын һәм сәйәси ҡорбандарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Варшавалағы Билдәһеҙ һалдат ҡәбере 1925 йылда Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә хасил була. Хәҙерге көндә был һәйкәл Тыуған ил өсөн төрлө ваҡытта һәләк булғандар символы булып тора.

Башҡорт әҙәбиәтендә Беренсе донъя һуғышына бәйле «Рус-герман һуғышы бәйете», «Герман һуғышында», «Әсир һалдат бәйете» һәм башҡа бәйеттәр ижад ителә. Дауыт Юлтыйҙың «Сумка»[26], «Ҡан баҙары] шиғырҙары һуғышҡа ҡаршы протест булып яңғырай, «Ҡан» романы Беренсе донъя һуғышының империалистик асылын, уның кешелеккә килтергән фажиғәләрен күрһәтә.

 

 

Һылтанмала


  • «Военная литература» сайтында Беренсе донъя һуғышы тураһында әҙәбиәт йыйынтығы (урыҫ.)

  • «Первая мировая война» сайты (урыҫ.)

  • «Забытая война» сайты (урыҫ.)

  • «Русская армия в Первой мировой войне» сайты(урыҫ.)

Әҙәбиәт


  1. ↑ 1,0 1,1 Evans, David. Teach yourself, the First World War, Hodder Arnold, 2004. P. 188

  1. ↑ «World War One — Causes». «History On The Net» сайты

  1. ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 «Первая мировая война». «Академик» сайты

  1. ↑ «Причины Первой мировой войны». «Взгляд на прошлое из-за бугра» сайты

  1. ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 Строков А. А. Вооруженные силы и военное искусство в первой мировой войне. — М.: Воениздат, 1974.

  1. ↑ «Битва при Танненберге». «Перекличка» электрон журналы

  1. ↑ 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 История первой мировой войны 1914—1918 гг. — М.: Наука, 1975.

  1. ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Всемирная история: В 24 т. Т. 19. Первая мировая война В 84 / А. Н. Бадак, И. Е. Войнич, Н. М. Волчек и др.

  1. ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 Зайончковский А. М. Первая мировая война — СПб.: ООО «Издательство «Полигон», 2002

  1. ↑ «Битва при Вердене». «Города мировой славы» сайты

  1. ↑ Андрей Лебедев. «Верденская мясорубка» времен Первой мировой войны». «Военное обозрение» сайты

  1. ↑ 12,0 12,1 Бэзил Лиддел Гарт. 1914. Правда о Первой мировой. — М.: Эксмо, 2009.

  1. ↑ Андрей Лебедев. «Битва на Сомме как величайшая трагедия британской армии». «Военное обозрение» сайты

  1. ↑ 14,0 14,1 «100 битв, которые изменили мир» журналы. «Брусиловский прорыв – 1916». №32, 2011 йыл

  1. ↑ Уткин А. И. Первая Мировая война — М.: Алгоритм, 2001.

  1. ↑ «Военный интернет» сайты. «Первая мировая: Ютландский морской бой»

  1. ↑ Петров М.А. Обзор главнейших кампаний и сражений парового флота. Типография Гидрографического Управления, Управления Военно-Морских Сил РККА. Ленинград. 1927 г.

  1. ↑ Военно-Исторический сборник. Выпуск 2. М. 1919

  1. ↑ Кавтарадзе А.Г. Июньское наступление русской армии в 1917 году//Военно-Исторический журнал, 1967, №5

  1. ↑ Гёрлиц В. Германский Генеральный штаб. История и структура. 1657—1945 / Пер. с англ. С. В. Лисогорского. — М.: Центрполиграф, 2005.

  1. ↑ История США, т. 2.; М., 1985

  1. ↑ Степанищев А.Т. История России. Часть 2. ХХ - начало XXI века / А.Т. Степанищев. - М. : Гуманитар. изд. центр ВЛАДОС, 2008 - 351 с.

  1. ↑ Школьная энциклопедия «Руссика». Новейшая история. 20в. — М.: ОЛМА-ПРЕСС Образование, 2003

  1. ↑ История Башкортостана в ХХ веке: учебник для студентов вузов / под. ред. М.Б. Ямалова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Яуыш төп дөйөм белем биреү мәктәбе

 

           РЕФЕРАТ

БЕРЕНСЕ ДОНЬЯ ҺУҒЫШЫ

                      Эшләне:Галин А.И

                                                     7-се синыф                         .                                                     уҡыусыһы


Информация о работе Беренсе донья һуғышы