Беренсе донья һуғышы

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 12 Мая 2015 в 21:42, реферат

Краткое описание

XIX быуатта төп Европа көстәре Европала көстәр балансын һаҡлау өсөн бер-береһе менән сәйәси берлектәр — альянстар төҙөй башлай, 1900 йылға континентта был берлектәрҙең ҡатмарлы селтәре хасил була. Был йүнәлеш 1815 йылда Пруссия, Рәсәй һәм Австрия араһында Изге берлек төҙөлөүөнән башлана. Артабан 1873 йылдың октябрендә Герман империяһының канцлеры Отто фон БисмаркАвстро-Венгрия, Рәсәй һәм Германия монархтары араһында Өс император берлеге(нем. Dreikaiserbund) булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был берлек үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алмай. Уның урынына 1879 йылда Австро-Венгрия һәм Германия Ике яҡлы берлек (йәки Австро-Венгрия килешеүе) төҙөй. 1882 йылда был берлеккә Италия ҡушыла һәм альянс Өс яҡлы берлек исемен ала.

Содержание

• 1 Һуғыштың сәбәптәре
o 1.1 Империализм
o 1.2 Берлектәр
o 1.3 Милитаризм
o 1.4 Милләтселек
• 2 1914 йылдың июле көрсөгө
• 3 Һуғыш барышы
o 3.1 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.1 Көнбайыш фронт
 3.1.1.1 Сик алыштары
 3.1.1.2 Марна алышы
 3.1.1.3 «Диңгеҙгә йүгереү»
 3.1.1.4 Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.2 Көнсығыш фронт
 3.1.2.1 Көнсығыш Пруссиялағы операция
 3.1.2.2 Галиция операцияһы
 3.1.2.3 Варшава-Ивангород операцияһы
 3.1.2.4 Лодзь операцияһы
 3.1.3 Башҡа фронттар
 3.1.3.1 Балҡан театры
 3.1.3.2 Кавказ фронты
 3.1.3.3 Алыҫ Көнсығыш фронты
 3.1.3.4 Африкалағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.1.5 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.2 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.2.1 Көнсығыш фронт
 3.2.1.1 Көнсығыш Пруссия һәм Карпат тауҙары
 3.2.1.2 Горлицела ҡурғау өҙөлөүе
 3.2.1.3 Польшалағы операциялар
 3.2.2 Көнбайыш фронт
 3.2.2.1 Ипр йылғаһы буйында газ атакаһы
 3.2.2.2 Шампань һәм Артуалағы операциялар
 3.2.3 Башҡа фронттар
 3.2.3.1 Италия фронты
 3.2.3.2 Балҡан фронты
 3.2.3.3 Алыҫ Көнсығыштағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.2.4 Диңгеҙ һуғыштары
 3.2.5 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.3 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.3.1 Көнбайыш фронт
 3.3.1.1 Верден операцияһы
 3.3.1.2 Сомма операцияһы
 3.3.2 Көнсығыш фронт. Брусилов һөжүме
 3.3.3 Башҡа фронттар
 3.3.3.1 Румыния фронты
 3.3.3.2 Италия фронты
 3.3.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.3.4.1 Ютландия алышы
 3.3.5 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.4 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.4.1 Көнсығыш фронт
 3.4.1.1 Митава операцияһы
 3.4.1.2 Февраль инҡилабы
 3.4.1.3 Октябрь инҡилабына тиклем
 3.4.1.4 Октябрь инҡилабы һәм солох тураһында декрет
 3.4.2 Көнбайыш фронт
 3.4.2.1 Нивель операцияһы
 3.4.2.2 Мессин, Ипр, Верден, Мальмезон операциялары
 3.4.2.3 Камбре алышы
 3.4.3 Башҡа фронттар
 3.4.3.1 АҠШ-ның һуғышҡа ҡушылыуы
 3.4.3.2 Италия фронты
 3.4.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.4.5 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.5 1918 йыл һәм һуғыш тамамланыуы
 3.5.1 Көнсығыш фронт. Брест солохо
 3.5.2 Көнбайыш фронт
 3.5.2.1 Пикардиялағы һәм Фландриялағы һөжүм
 3.5.2.2 Эн буйындағы һөжүм
 3.5.2.3 Икенсе Марна алышы
 3.5.2.4 Амьен алышы
 3.5.2.5 Дөйөм һөжүм һәм һуғыш тамамланыуы
 3.5.3 Башҡа фронттар
 3.5.3.1 Балҡан, Салоник фронттары
 3.5.3.2 Месопотамия, Сүриә-Фәләстан фронттары
 3.5.3.3 Италия театры. Австро-Венгрияның тарҡалыуы
 3.5.4 1918 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
• 4 Солох тураһында килешеүҙәр
• 5 Башҡорттар Беренсе донъя һуғышы осоронда
• 6 Һуғыштың эҙемтәләре
• 7 Һуғыш тураһында хәтер
• 8 Һылтанмалар
• 9 Әҙәбиәт

Прикрепленные файлы: 1 файл

РЕФЕРАТ.docx

— 544.27 Кб (Скачать документ)

Ютландия алышы

Инглиз «Куин Мэри» крейсерының шартлауы

Инглиздәрҙең диңгеҙ юлдарын ҡамауын өҙөр өсөн, немецтар ҡаршы яҡ көстәрен өлөшләп ҡыйратырға була, асыҡ диңгеҙҙә яуға әҙерләнә башлай. Немец флоты етәксеһе адмиралы Рейнхард фон Шеер ниәте буйынса, адмирал Хипперҙың эскадраһы инглиз ярына һөжүм итеп, британ караптарын үҙе артынан немецтарҙың төп көстәренә табан алып китергә тейеш була. Әммә уларҙың көтөлмәгән һөжүм планы боҙола — радиограммалар аша немецтарҙың диңгеҙҙә операция әҙерләүен белеп ҡалған инглиздәр ҙә төп көстәре менән диңгеҙгә сыға. Ике бөйөк флот Ютландия ярымутрауы янында 1916 йылдың 31 майында осраша. Донъя тарихында иң оло диңгеҙ яуы — Ютландия алышыбашлана. Был яуҙа һыу аҫты кәмәләре түгел, дәү диңгеҙ армадалары бәрелешә, караптарҙың һаны шул тиклем ҙур була, уларҙың байтаҡ өлөшө хатта офоҡ артында йәшенә. Тәү этапта адмирал Битти етәкләгән инглиз флоты немецтарҙың крейсер флоты менән бәрелешә. Ике яҡ та бер-береһенең караптарын батыра-батыра немецтарҙың Шеер етәкләгән төп көстәренә табан бара. Алда немецтарҙың дәү флотын шәйләп ҡалып, инглиз крейсерҙары кире борола. Хәҙер инде Битти немецтарҙы төп инглиз көстәрендә табан алып китә. Шулай итеп, немецтар инглиздәр өсөн әҙерләгән хәлгә үҙҙәре ҡала. Артабан ике флоттың төп көстәре бәрелеше башлана. Шеерҙың линкорҙары инглиздәрҙең аяуһыҙ уты аҫтында ҡала. Кис немец флоты ҡараңғылыҡтан файҙаланып, кире борола. Төнгө яуҙа төп кораблдәрҙең сигенеүен еңел крейсерҙар ҡаплап килә. 1 июнь таңында алыш тамамлана.

Ютландия алышында немец флоты бер ауыр крейсерын, иҫке линкорын, дүрт еңел крейсерын һәм биш миноносецын юғалта, инглиздәр — өс ауыр крейсерын, дүрт урта крейсерын һәм һигеҙ эсминецын юғалта. 6094 инглиз һәм 2551 немец морягы һәләк була. Инглиздәрҙең юғалтыуҙарын иҫәпкә алып, немецтар был яуҙан һуң үҙенең еңеүен иғлан итә. Инглиздәр, үҙ сиратында, немец флоты ҡамауҙы өҙә алмағанлыҡтан, быны инҡар итә. Һәр хәлдә, бынан ары немецтар инглиздәр менән асыҡ диңгеҙ алышына сығырға бүтәнсә йөрьәт итмәй, һыу аҫты флоты менән генә эш итә

1916 йылғы һуғыш  хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе

1916 йылғы хәрәкәттәр бер яҡтың да стратегик планы үтәлешенә килтермәй. Шулай ҙа уңыш Антанта яғында була. Союздаштар араһындағы ҡаршылыҡтар арҡаһында етерлек кимәлдә берҙәмлек булдырылмаһа ла, ниһайәт, Антанта илдәре төрлө фронттарҙа килешеп эш итеүгә ирешә. Дөйөм алғанда, 1916 йыл һынылыш йылы — Үҙәк дәүләттәрҙең хәрби ҡеүәте тамырынан ҡаҡшап, Антанта илдәренеке, киреһенсә, үҫешенең юғары нөктәһенә етеүе йылы була.

Йыл аҙағына Үҙәк дәүләттәргә һуғыш еңеү килтермәҫе асыҡ күренә. Германияның көсө сигенә етә. Һыу юлдарының ҡамалыуы уның стратегик сеймал һәм аҙыҡ менән тәьмин ителешен юҡ кимәленә еткерә. Халыҡ аслыҡтан интегә, һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың рухы төшә. Йыл аҙағына Үҙәк дәүләттәр барлыҡ фронттарҙа ҡурғау һаҡлауға күсергә мәжбүр була.

Барыһы хәйлә, барыһы золом,

Улар тик һеҙҙе һаталар,

Беҙҙең башты буштан-бушҡа

Ҡанға батырып юғалталар.

— Дауыт Юлтый. «Сумка» шиғырынан. 1916 йыл





Оло юғалтыуҙар һөҙөмтәһендә һуғыштың тәүге айҙарындағы шовинистик кәйеф юҡҡа сыға. Һуғышта ҡатнашҡан илдәрҙең халҡы һәм ғәскәрҙәренең һуғыштан арыуы был илдәрҙә һәм колонияларында эске сәйәси хәлде киҫкенләштерә. Ғәскәрҙәрҙә приказды үтәмәү, дезертирлыҡ, туғанлашыу (урыҫ. братание) һәм башҡа һуғышҡа ҡаршы протест формалары йышая.

Оло юғалтыуҙар һөҙөмтәһендә һуғыштың тәүге айҙарындағы шовинистик кәйеф юҡҡа сыға. Һуғышта ҡатнашҡан илдәрҙең халҡы һәм ғәскәрҙәренең һуғыштан арыуы был илдәрҙә һәм колонияларында эске сәйәси хәлде киҫкенләштерә. Ғәскәрҙәрҙә приказды үтәмәү, дезертирлыҡ, туғанлашыу (урыҫ. братание) һәм башҡа һуғышҡа ҡаршы протест формалары йышая.

Хәрби һәм иҡтисади ресурстарҙың наҡыҫланыуы һәм халҡының революцион кәйефе шарттарында ҡайһы бер илдәр солохҡа юл эҙләй. Рус хөкүмәте Германия менән йәшерен сепарат килешеү төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр башлауға аҙым яһай, әммә Германия 5 ноябрь үҙаллы Поляк короллегениғлан итеүен ҡабул итмәй, был ниәтенән баш тарта. 1916 йылдың декабрендә Германия хөкүмәте Антанта илдәренә солох тураһында тәҡдим менөн мөрәжәғәт итә, әммә көстәр нисбәте үҙгәргәнлектән был тәҡдим кире ҡағыла.

15—16 ноябрҙә Шантильила  үткән конференция һөҙөмтәһе  буйынса, Антанта 1917 йылда төп фронттарҙа берҙәм һөжүм итеп, Үҙәк дәүләттәр коалицияһын тар-мар итергә ниәтләй.

1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәре

1917 йылдың ғинуар — февралендә Петроградта Антанта ғәкәрҙәре вәкилдәренең сираттағы осрашыуы үтә һәм бөтә фронттарҙа дөйөм һөжүм ваҡыты 1 апрель — 1 майға билдәләнә.

Үҙәк дәүләттәр иһә һаҡланыу сараларын күрергә мәжбүр була. Бынан тыш, улар 1 февралдән сикләнмәгән һыу аҫты һуғышын ҡайтанан башларға ниәтләй.

Көнсығыш фронт

Митава операцияһы

Митава операцияһы — рустарҙың 1915 йылдан уҡ биләнгән дошман позицияларын һуңғы мәртәбә өҙөргә ынтылышы була. 23 декабрь (5 ғинуар) таңында рустар аңғармаҫтан һөжүм итеп, ҡаршы яҡ ҡурғауын бер нисә урындан өҙә. Һөжүмде көтмәгән немецтарҙың резервтары булмай сыға, рустар ҡаршылыҡһыҙ алға ынтыла.

Митава операцияһы етеп килгән буржуаз-демократик инҡилап шарттарында алып барыла. Алыш барышында 17-се Себер полкы баш күтәрә, һөжүмгә барыуҙан баш тарта. Уға башҡа корпустар частар ҡушыла. Бола баҫтырыла, уның етәкселәре язаға тарттырыла, һалдаттар каторгаға ебәрелә.

Был ваҡытҡа немецтар контрһөжүмгә көс йыйып өлгөрә, һөжүмде уңышлы дауам итеү мөмкинлеге юғала. 29 декабрь (11 ғинуар) операция тамамлана, ғәскәрҙәргә алынған позицияларҙа нығынырға бойорола. Артабан рустар ҡурғау һаҡлау алыштарын алып бара.[18][5]

Февраль инҡилабы

Антанта илдәре хәл иткес һөжүмгә әҙерләнгән арала, Рәсәйҙә революцион хәрәкәт киңәйгәндән-киңәйә бара. Киҫкенләшкән эске ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһендә 12 март (27 февраль) илдә буржуаз-демократик инҡилап күтәрелә. Батша баш күтәргән халыҡ баҫымы аҫтында ҡолай, илдә Ваҡытлы хөкүмәт һәм Петроград советынан торған ике власлылыҡ урынлаша. Ваҡытлы хөкүмәт союздаштар талабы буйынса ҙур һөжүмгә әҙерләнә. Ул арала фронтта немец ғәскәрҙәре артыҡ әүҙемлек күрһәтмәй.[9]

Октябрь инҡилабына тиклем

1917 йылдың йәйе. Рус һалдаты дезертир полкташтарын  туҡтатырға тырыша.

1917 йылдың июнендә  Ваҡытлы хөкүмәт инҡилапҡа тиклем үк планлаштырылған һөжүмде башлай. Был ваҡытҡа ғәскәрҙәрҙә тәртип бөтөнләй юғала, тимер юл элемтәһе боҙола, шунлыҡтан ғәскәрҙәрҙең тәьмин ителеше юҡ кимәленә етә. Ваҡытлы хөкүмәт уңышлы һөжүм ярҙамында үҙ власын нығытырға ниәтләй. Тик был һөжүм рустарға уңыш килтермәй, бары тик немец һәм австро-венгрҙарҙың иғтибарын рус фронтына йүнәлтеп, союздаштарҙың хәлен еңеләйтә генә. Шулай итеп, июнь һөжүме кире һөҙөмтәгә килтерә — ғәскәрҙәрҙә большевиктарҙың йоғонтоһо көсәйә. Революцион ваҡиғалар үҫешкәндән-үҫешә.[19]

19 август (1 сентябрь) — 24 август (6 сентябрь) дауам иткән Рига операцияһынан һуң немец ғәскәрҙәре Риганы ала, бынан тыш, Моонзунд архипелагына ҡаршылыҡһыҙ баҫып инә. Рига ҡолағас та, юғары баш командующий Корниловфронттан 3-сө һыбайлы корпусты Петроградҡа табан йүнәлтә. Быны ул Петроградты немецтарҙан һаҡлау кәрәклеге менән аңлата. 28 август (8 сентябрь) Корнилов фетнәсе һәм хыянатсы тип иғлан ителә. Корниловтың хәрәкәте туҡтатыла, ул үҙе ҡулға алына.

Октябрь инҡилабы һәм солох тураһында декрет

Бресттарғы һөйләшеүҙәр ваҡытында делегат төркөмдәренең ултырышы

Большивиктар фирҡәһендә ҡораллы күтәрелешкә өндәмәләр йышайғандан-йышая, һәм 25 октябрҙә (7 ноябрҙә) бөтәПетроград баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына. Төндә түңкәрелештә ҡатнашыусылар ҡаршылыҡһыҙ тиерлекҠышҡы һарайҙы ала һәм Ваҡытлы хөкүмәт министрҙарын ҡулға ала. Икенсе көндә үк яңы хөкүмәт тарафынан солох тураһында декрет ҡабул ителә. Был декрет һуғышта ҡатнашҡан илдәргә бөтә фронттарҙа ваҡытлы солох булдырып (урыҫ. перемирие), аннексияһыҙ һәм контрибуцияһыҙ солох тураһында һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим итә. Әммә яҡын арала еңеп сығырына ышанған союздаштар был тәҡдимде кире ҡаға. 3 декабрь Совет хөкүмәте Германия менән һөйләшеүҙәр башлай, 15 декабрь ваҡытлы солох тураһында килешеү төҙөй.[8]

Көнбайыш фронт

Нивель операцияһы

1917 йылда француз  ғәскәрҙәре башына генерал Жоффр урынына генерал Нивель килә. Апрель башына планлаштырылған һөжүм менән ул Германия көстәрен ҡыйратыуҙы маҡсат итеп ҡуя, бының өсөн ҙур көс һәм ресурстарын Суассон һәм Реймс араһына туплай. Әммә был план тураһында хәбәрҙар булған немец ғәскәрҙәре Зигфрид һыҙығы тип аталған алдан әҙерләнгән ҡурғау позицияһына сигенә. 9 апрель һөжүм башлап, француздар тәүге ҡурғау һыҙығын ғына үтә ала. Уңышһыҙ операция һөҙөмтәһендә, рус революцияһы шауҡымы аҫтында француз корпустарында болалар башлана. Баш күтәреүҙе Нивель урынына ҡуйылған генерал Петен ҡаты саралар менән баҫтыра.[20][5]

Мессин, Ипр, Верден, Мальмезон операциялары

Австралия һалдаттары окоптарҙа

Артабанғы хәрби хәрәкәттәр ниндәй ҙә булһа ҙур стратегик маҡсатһыҙ, айырым урындарҙа торошто яҡшыртыу өсөн алып барыла. 7 июнь инглиздәр Мессин янында һөжүм итеп, Ипр районында нығына. Инглиздәрҙең Ипр буйында икенсе һөжүме 31 июлдән 10 ноябргә тиклем дауам итеп, юғалтыуҙарҙан башҡа бер һөҙөмтә лә бирмәй. 20—26 август француздар Верденалышында ҡаршы яҡтың ҡурғауынан үтә. Мальмезондағы хәрби хәрәкәт 23—26 октябрь шулай уҡ француздар көсө менән башҡарыла һәм уңыш менән тамамлана.[5]

Камбре алышы

20 ноябрҙә Камбре янында инглиздәр сираттағы операцияһын башлай. Был хәрәкәттә тәү башлап танктар күпләп ҡулланыла. Инглиздәр бик тиҙ арала нығытмалар аша үтеп, алға табан бара. Тик уңышты үҫтерә алмай, 22 ноябрь немецтар һуғышҡа яңы дивизиялар керетә һәм алыш ғәҙәти позицион рәүештә дауам итә. 30 ноябрь — 6 декабрҙә немецтар контрһөжүм менән ҡалдырған ерҙәренең күпселек өлөшөн кире яулап ала. Шулай итеп, инглиздәр был алыштағы уңышын еңеүгә әйләндерә алмай. Камбре яуының хәрби-тарихи әһәмиәте шунда — ул ҡаршы яҡтың ныҡлы ҡурғауын өҙөү мөмкинлеген күрһәтә, ошо яу нигеҙендә яңы һуғыш саралары һәм формалары барлыҡҡа килә.[5][7]

 

Башҡа фронттар

1917 йылдың 29 июнендә Антантаның тырышлығы менән Греция һуғышҡа керә, Салоник фронтында тыл хәүефһеҙлеге тәьмин ителә. Кавказ фронтындағы үтә һалҡын килгән ҡыш, аҙыҡ етмәүе, шул арҡала тоҡанған тиф эпидемияһы бында әүҙем хәрби хәрәкәттәр алып барыу мөмкинлеген юҡҡа сығара. Месопотамия фронтында 10‒11 март инглиздәр Бағдадты алыуға өлгәшә. Сүриә-Фәләстан фронтында инглиздәр 17 ноябрь Яффаны, 9 декабрьИерусалимды ала.

АҠШ-ның һуғышҡа ҡушылыуы

Һуғышты башлаған бер ил дә АҠШ-ның Европа конфликтында ҡатнашырын иҫәпкә алмай, Штаттар хәрби хәрәкәттәргә әҙер ҙә булмай ‒ был ваҡытта ғәскәр һаны, уның әҙерлек кимәле буйынса Америка Европа дәүләттәренән бик ҡалыша. 1914 йылдың 4 авгусында АҠШ нейтраллек иғлан итә, шулай ҙа һуғыштың тәүге көнөнән үк Штаттар, дәүләттәрҙе припастар, ҡорал, аҡса менән тәьмин итеп, ситләтеп булһа ла уның ҡатнашсыһына әүерелә. Һуғыш һуҙылған һайын, АҠШ-ның хәрби сығанаҡ булараҡ роле үҫә бара. Был ярҙам нейтраллек осоронда уҡ АҠШ-ның капиталы үҫеүенә килтерә. Европа иҡтисадының ҡаҡшауы, һуғышта ҡатнашҡан илдәрҙә революция яҡынлашыуы Американы хәүефкә һала.

Германия 1 февралдә сикләнмәгән һыу аҫты һуғышы башлау менән, Америка уның менән дипломатик бәйләнештәрҙе өҙә. 6 февраль көнө ул Германияға һуғыш иғлан итә. 1917 йылдың йәйендә АҠШ Европаға ғәскәрен күсерә башлай. 1918 йылдың башына Францияла Америка ғәскәрҙәре һаны 200 мең кешегә етә.[21][7]

Италия фронты

1917 йылда Шантильила  ҡабул ителгән план буйынса  итальяндар француздар һәм инглиздәр менән бер ваҡытта һөжүм башларға тейеш була. Әммә итальяндар австрийлыларҙың Трентинола һөжүм итерен көтөп, планды боҙа. Итальяндарҙың Изонцолағы операцияһы 12 май, Көнбайыш фронтта апрель һөжүме уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң башлана. Был һәм августағы ун беренсе операция ике яҡтан да ҙур юғалтыуҙырға килтерә. Австрия һуңғы көсө менән итальяндарҙың һөжүмен кире ҡайтара.

Сигенеүсе итальян ғәскәреУдине ҡалаһында

24 октябрь Капоретто янында немец һәм австрийлылар итальяндарға ҡаршы берҙәм һөжүм башлай. Итальяндарҙың ҡурғауы өҙөлә, австрий һәм немец ғәскәрҙәре итальяндарҙың тылына үтеп инә. Итальяндар туҡтауһыҙ сигенә башлай. Ауыр ҡорал позицияларҙа тороп ҡала, сигенгән ғәскәргә ҡасаҡтар ҡушыла, тәртип юҡҡа сыға.

Инглиз һәм француз командованиеһы Италияға ашығыс рәүештә дивизияларын йүнәлтә башлай, был ярҙам итальяндарҙың ҡурғауын нығыта. Ноябрҙә һәм декабрҙә австро-герман ғәскәрҙәре бер нисә тапҡыр һөжүмен яңыртып ҡарай, әммә уңыш ҡулдан ысҡынған була. Был хәрби хәрәкәттә итальяндар, унар меңләп дезертирҙарҙы иҫәпкә алмағанда, ярты миллион кешеһен, бик күп ҡоралын һәм припастарын юғалта.

Италияның Капореттолағы еңелеүе Антантаның берҙәм командование булдырыуын тиҙләтә. 5‒7 ноябрь Рапаллолаүткән кәңәшмәлә Юғары хәрби совет булдырыу хәл ителә, уға Франция, Англия, Италия һәм Америка Ҡушма Штаттарының генераль штабтары вәкилдәре һәм хөкүмәт башлыҡтары керә.[5][7]

 

Диңгеҙҙәге һуғыш

1 февралдә башлаған  сикләнмәгән һыу аҫты һуғышына Германия ҙур өмөттәр бағлай. Тәүге айҙарҙа байтаҡ караптар немец һыу аҫты кәмәләре тарафынан батырыла. Һыу аҫты һуғышы киңәйгән һайын, Англияның һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы көрәше көсәйә, көрәштең яңы саралары һәм формалары барлыҡҡа килә. Англияға ҙур ҡыйынлыҡтар килтерһә лә, Германияның һыу аҫты һуғышы ярҙамы менән уны һуғыштан сығарырға мәжбүр итеү планы уңышһыҙлыҡҡа дусар була.

1917 йылғы һуғыш  хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе

1917 йылғы операцияларҙа  ҡуйылған маҡсаттар бойомға ашырылмай. Антантаның хәрби хәрәкәттәрен берҙәм алып барыу тырышлығы йәнә һөҙөмтә бирмәй. Германия көстәрен фронттың бер урынынан икенсеһенә генә түгел, башҡа һуғыш театрҙарына күсереү мөмкинлегенә эйә була. Германияның һыу аҫты һуғышы стратегияһы ла үҙен аҡламай.

Рәсәйҙәге революцион ваҡиғалар донъяның бөтә илдәренә тәьҫир итә, айырыуса һуғышҡан илдәрҙең эcке хәлендә сағылыш таба. 1917 йылдың аҙағында ‒ 1918 йылдың башында һуғышҡа ҡаршы манифестациялар, митингылар һәм демонстрациялар тулҡыны Англия, Франция, Италия, Болгария, Сербияһәм Черногорияла үтә. Шул уҡ хәл Германияла һәм Австро-Венгрияла ла ҡабатлана. Ғәскәрҙәр (апрелдәге уңышһыҙ операцияһынан һуң француз ғәскәрҙәрендә һәм Капоретто яуынан һуң итальян ғәскәрҙәрендә) баш күтәрә.

Үҙәк дәүләттәрҙең торошо ҡырҡа насарланһа ла, хәрби командование Көнсығыш фронтағы дошманы һуғыштан сығыу менән еңеүгә өмөтөн яңырта, һәм инглиз-француздарға уңышлы һөжүм яһарға ниәтләй.

 

 

 

 

1918 йыл һәм һуғыш  тамамланыуы

Информация о работе Беренсе донья һуғышы