Беренсе донья һуғышы

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 12 Мая 2015 в 21:42, реферат

Краткое описание

XIX быуатта төп Европа көстәре Европала көстәр балансын һаҡлау өсөн бер-береһе менән сәйәси берлектәр — альянстар төҙөй башлай, 1900 йылға континентта был берлектәрҙең ҡатмарлы селтәре хасил була. Был йүнәлеш 1815 йылда Пруссия, Рәсәй һәм Австрия араһында Изге берлек төҙөлөүөнән башлана. Артабан 1873 йылдың октябрендә Герман империяһының канцлеры Отто фон БисмаркАвстро-Венгрия, Рәсәй һәм Германия монархтары араһында Өс император берлеге(нем. Dreikaiserbund) булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был берлек үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алмай. Уның урынына 1879 йылда Австро-Венгрия һәм Германия Ике яҡлы берлек (йәки Австро-Венгрия килешеүе) төҙөй. 1882 йылда был берлеккә Италия ҡушыла һәм альянс Өс яҡлы берлек исемен ала.

Содержание

• 1 Һуғыштың сәбәптәре
o 1.1 Империализм
o 1.2 Берлектәр
o 1.3 Милитаризм
o 1.4 Милләтселек
• 2 1914 йылдың июле көрсөгө
• 3 Һуғыш барышы
o 3.1 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.1 Көнбайыш фронт
 3.1.1.1 Сик алыштары
 3.1.1.2 Марна алышы
 3.1.1.3 «Диңгеҙгә йүгереү»
 3.1.1.4 Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.2 Көнсығыш фронт
 3.1.2.1 Көнсығыш Пруссиялағы операция
 3.1.2.2 Галиция операцияһы
 3.1.2.3 Варшава-Ивангород операцияһы
 3.1.2.4 Лодзь операцияһы
 3.1.3 Башҡа фронттар
 3.1.3.1 Балҡан театры
 3.1.3.2 Кавказ фронты
 3.1.3.3 Алыҫ Көнсығыш фронты
 3.1.3.4 Африкалағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.1.5 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.2 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.2.1 Көнсығыш фронт
 3.2.1.1 Көнсығыш Пруссия һәм Карпат тауҙары
 3.2.1.2 Горлицела ҡурғау өҙөлөүе
 3.2.1.3 Польшалағы операциялар
 3.2.2 Көнбайыш фронт
 3.2.2.1 Ипр йылғаһы буйында газ атакаһы
 3.2.2.2 Шампань һәм Артуалағы операциялар
 3.2.3 Башҡа фронттар
 3.2.3.1 Италия фронты
 3.2.3.2 Балҡан фронты
 3.2.3.3 Алыҫ Көнсығыштағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.2.4 Диңгеҙ һуғыштары
 3.2.5 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.3 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.3.1 Көнбайыш фронт
 3.3.1.1 Верден операцияһы
 3.3.1.2 Сомма операцияһы
 3.3.2 Көнсығыш фронт. Брусилов һөжүме
 3.3.3 Башҡа фронттар
 3.3.3.1 Румыния фронты
 3.3.3.2 Италия фронты
 3.3.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.3.4.1 Ютландия алышы
 3.3.5 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.4 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.4.1 Көнсығыш фронт
 3.4.1.1 Митава операцияһы
 3.4.1.2 Февраль инҡилабы
 3.4.1.3 Октябрь инҡилабына тиклем
 3.4.1.4 Октябрь инҡилабы һәм солох тураһында декрет
 3.4.2 Көнбайыш фронт
 3.4.2.1 Нивель операцияһы
 3.4.2.2 Мессин, Ипр, Верден, Мальмезон операциялары
 3.4.2.3 Камбре алышы
 3.4.3 Башҡа фронттар
 3.4.3.1 АҠШ-ның һуғышҡа ҡушылыуы
 3.4.3.2 Италия фронты
 3.4.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.4.5 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.5 1918 йыл һәм һуғыш тамамланыуы
 3.5.1 Көнсығыш фронт. Брест солохо
 3.5.2 Көнбайыш фронт
 3.5.2.1 Пикардиялағы һәм Фландриялағы һөжүм
 3.5.2.2 Эн буйындағы һөжүм
 3.5.2.3 Икенсе Марна алышы
 3.5.2.4 Амьен алышы
 3.5.2.5 Дөйөм һөжүм һәм һуғыш тамамланыуы
 3.5.3 Башҡа фронттар
 3.5.3.1 Балҡан, Салоник фронттары
 3.5.3.2 Месопотамия, Сүриә-Фәләстан фронттары
 3.5.3.3 Италия театры. Австро-Венгрияның тарҡалыуы
 3.5.4 1918 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
• 4 Солох тураһында килешеүҙәр
• 5 Башҡорттар Беренсе донъя һуғышы осоронда
• 6 Һуғыштың эҙемтәләре
• 7 Һуғыш тураһында хәтер
• 8 Һылтанмалар
• 9 Әҙәбиәт

Прикрепленные файлы: 1 файл

РЕФЕРАТ.docx

— 544.27 Кб (Скачать документ)

Шампандә һөжүмде француздар 25 сентябрь башлай. Беренсе немец позицияһын алып, улар икенсеһе ҡаршыһында туҡтатыла. Артуалағы һөжүмде инглиздәр шул уҡ көндә башлап, уңышҡа ирешә алмай. Һөҙөмтәлә инглиз һам француз ғәскәрҙәре дошмандарына ҡарағанда ике тапҡыр күберәк кешеһен (француздарҙан — 222 мең, инглиздәрҙән — 74 мең, немецтарҙан — 141 мең кеше) юғалта. 20 октябрь һулпән барған алыштар тамамлана һәм Көнбайыш фронтында ҡайтанан яҡтар үҙ позицияларында ултырыуҙы дауам итә.[5][9]

Башҡа фронттар

1915 йылғы кампания  башына һуғышта ҡатнашҡан дәүләттәр  ауыр хәлдә була — империалистарҙың  тиҙ еңеүгә өмөтө аҡланмай. Шуға ла хәрби ресурстарҙы башҡа дәүләттәр иҫәбенә киңәйтеү мөһим һорауға әйләнә. Ике берлек тә яңы союздаштар йәлеп итеү буйынса дипломатик көрәшен көсәйтә.

Италия фронты

Изонцо йылғаһы буйы. Австро-венгр йәйәүле ғәскәре ҡурғау позицияһында

1915 йылда ике  коалиция ла Италияны үҙ яғына тартыр өсөн бар тырышлыҡтарын һала. Был ваҡытта Италия рәсми рәүештә Өс яҡлы берлектә ҡалһа ла, Франция һәм Рәсәй менән йәшерен килешеүҙәр төҙөгән була. 1914 йылдың авгусында ул нейтраллек иғлан итә, үҙе иһә һуғыштан һуңғы территориялар бүлешеүҙән ҡалмаҫ өсөн, ике яҡ менән дә һөйләшеүҙәр алып бара. Ахырҙа Антанта яғында һуғышыу уға төшөмлөрәк күренә. 1915 йылдың 26 апрелендә Лондонда килешеү төҙөлә, уның шарттары буйынса Авcтрия ерҙәренең ҡайһы бер өлөштәре һуғыштан һуң Италияға тейеш була.

Австро-итальян сиктәрендә Италия фронты хасил була. Италия бер нисә урында һөжүм башлай, Изонцо йылғаһы буйында иһә айырыуса әүҙем алыштар алып бара. Австрия ғәскәрҙәренең төп өлөшөн Рәсәйгә ҡаршы йүнәлткәнгә күрә, был фронтта ҡурғау позицияһын ала. 24 май Италия ғәскәре һөжүм башлай, әммә артыҡ ҙур уңышҡа ирешә ламай. Итальяндар Изонцола һөжүмде тағы 18 июль — 3 август, 18 октябрь — 2 ноябрь, 9 ноябрь — 11 декабрь ҡабатлайҙар, әммә австрийлыларҙың ҡурғауан өҙә алмайҙар. Һуғышҡа кереүенең тәүге алты айында Италия 280 меңгә тиклем кешеһен юғалта, әммә бер нигә лә өлгәшә алмай.[8][9]

Балҡан фронты

Серб ғәскәрҙәренең Албанияғасигенеүе

Үҙәк дәүләттәр өсөн әлегәсә нейтраллек һаҡлаусы Болгарияның улар яғында һуғыш башлауы айырыуса мөһим була. Болгария үҙе лә 1913 йылғы Балҡан һуғышындаюғалтҡан ерҙәрен кире ҡайтарыу өсөн һуғышҡа керергә әҙерләнә. 1915 йылдың июненән сентябренә тиклем Софиялабарған һөйләшеүҙәрҙә Өс яҡлы берлек күп быуаттар дауамында дошманлашҡан Болгария менән Төркиәнеяраштырыуға ирешә. 6 сентябрҙә Болгария хәрби конвенцияға ҡул ҡуя, 14 октябрь Сербияға ҡаршы һуғыш аса. Был аҙ һанлы серб ғәскәрен ифрат ауыр хәлгә ҡалдыра. Үҙәк дәүләттәр баҫымы аҫтында серб ғәскәре ике ай буйыЧерногория һәм Албанияға сигенә, улар менән бергә серб халҡы ла китә.

Антанта илдәре Сербияға ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында Греция хөкүмәте рөхсәтенән Салоник ҡалаһында ғәскәр туплай башлай, шулай итеп, Салоник фронты асыла. Әммә был ярҙам һуңлап ҡала.

Серб ғәскәренең еңелеүе менән Үҙәк дәүләттәр Балтик диңгеҙенән алып Урта диңгеҙгә тиклем һуҙылған фронт һыҙығы булдыра. Германия һәм Төркиәараһында тимер юл бәйләнеше яйлана. Шулай итеп, Балҡан фронтында хасил булған хәл-шарттар һис тә Антанта файҙаһына булмай.

Алыҫ Көнсығыштағы һуғыш хәрәкәттәре

Алыҫ Көнсығыштағы алыштар Месопотамия, Сүриә-Фәләстан фронттарында, айырыуса әүҙем Кавказ фронтында бара. 1915 йылдың ғинуар—майында рустар Батуми районынан төрөктәрҙе сығара, артабан алыштар Ван күле буйҙарына күсә. Ул арала немец агенттарының тырышлығы менән Персияграждандар һуғышы хәлендә була. Рәсәй һәм Англияға ҡаршы күтәрелгән ҡәбиләләрҙе баҫыр өсөн, Энзели портына рус корпусы ебәрелә. Декабрь аҙағына ул немец-төрөк отрядтары менән уңышлы алышып, Персияла Рәсәй йоғонтоһон нығытыуға ирешә.

Сүриә-Фәләстан фронтында Төркиә Бөйөк Британияны Азиялағы колониялары менән тоташтырып тороусы мөһим һыу юлы — Суэц каналына һөжүм итә. Суэц каналын алғандан һуң, төрөктәр Мысырҙа инглиздәргә ҡаршы йыһат күтәрергә ниәтләй. Әммә был ниәттәре бойомға ашмай — инглиздәр төрөктәрҙең Суэц каналына һөжүмен кире ҡаға.

Диңгеҙ һуғыштары

1915 йылдағы диңгеҙ һуғышында иң эре алыштар — Төньяҡ диңгеҙҙә Доггер-банкала 24 ғинуар көнө инглиз һәм немец крейсерҙары бәрелеше, инглиздәрҙең еңеүе менән тамамлана, һәм Дарданелла операцияһы була. 1915 йылдың 19 февраленән 1916 йылдың 9 ғинуарына тиклем барған Дарданелла операцияһында көнбайыш Антанта илдәре Дарданелланы алып, Германияны Яҡын Көнсығыштан ҡырҡырға һәм Рәсәй менән бәйләнеш юлын булдырырға ниәтләй. Әммә операция өсөн бүленгән ресурстар етмәй сыға, был операция Антанта өсөн һөҙөмтәһеҙ тамамлана.

«Лузитания» пассажирҙар пароходы батырылыуы

Төньяҡ диңгеҙҙә Англия флоты Германияны ҡамауҙа тотоуҙы дауам итә. 1915 йылдың февраленән Германия һыу аҫты кәмәләре һуғышын башлай. Англияның иҡтисадын ҡаҡшатып, уны капитуляцияға күндерергә була, Германия Төньяҡ диңгеҙҙә осраған һәр карапты — хәрби булһынмы ул, пассажир карабымы — батыра башлай. 7 май бында «Лузитания» пассажирҙар пароходы, 19 август — «Арабик» пассажирҙар пароходы батырыла. Бындай ваҡиғаларҙан һуң АҠШ һәм башҡа нейтраль илдәр ҡәтғи протест күтәрә. Германия үҙенең тәүбаштағы ниәтенән баш тартып, һыу аҫты һуғышын сикләргә мәжбүр була.

1915 йылғы һуғыш  хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе

Тәү ҡарашта Үҙәк дәүләттәрҙең уңыштары ғәйәт ҙур һымаҡ: Галиция һәм Польша рустарҙан таҙартыла, Сербияғәскәрҙәре ҡыйратыла, берлеккә Болгария ҡушыла. Шулай ҙа уларҙың Рәсәйҙе һуғыштан сығарыу маҡсаты үтәлмәй.Германияның һыу юлдары ҡамаулы булыуы, ике фронтта һуғыш алып барыу кәрәклеге ил етәкселәрен аҙыҡ-түлек, башҡа тауарҙарға карта системаһы керетергә мәжбүр итә.

Был арала Антанта, 1915 йылғы уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, ныҡлы торошта була. Англия һәм Франция, Үҙәк дәүләттәрҙең Рәсәйгә ябырылыуынан файҙаланып, хәрби көсөн нығытыуға ирешә. Бер йыл эсендә улар химик ҡорал һәм химиҡ ҡоралдан һаҡланыу саралары етештереүҙе яйға һала, танктар етештереүгә тотона, үҙҙәренең хәрби ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерерлек һәм союздаш илдәргә ярҙам итә алырлыҡ ҡеүәтләнә.

«Нестеров батырлығы» плакатында һауа алышы

Ғөмүмән, 1915 йылда яңы ҡорал төрҙәре, шулай уҡ яңы һаҡланыу саралары хасил була, артиллерия һаны ишәйә. Инженер саралары камиллаша, авиация үҫешә. Бының менән бергә һуғышыу саралары һәм формалары ла үҙгәрә, стратегик һәм тактик сәнғәт үҙгәреш кисерә.

1915 йылғы кампанияла  һуғыштың тиҙ генә тамамланмаҫы  асыҡ күренә. Киреһенсә, һуғыш киң  ҡолас йәйә, уға яңынан-яңы илдәр йәлеп ителә, ҡораллы көстәр һаны ҙурайғандан-ҙурая бара, һуғыш фронты бер нисә мең километрға һуҙыла. Был һуғышта ҡатнашҡан бөтә илдәрҙе иҡтисади көсөргәнеш хәлендә тота, дәүләт хужалыҡтары тулыһынса һуғыш ихтыяждарына буйһонорға мәжбүр була.

Һуғыш оҙағыраҡ һуҙылған һайын унда ҡатнашҡан илдәрҙә революцион кәйеф арта, стачка, забастовкалар, сәйәси демонстрациялар йышая. Һуғышҡа ҡаршы күтәрелештәр Рәсәйҙә айырыуса киң үҫеш ала, армияны һәм флотты ялмай. Улар ҡорал көсө менән баҫтырыла бара, шулай ҙа революцион кәйеф көсәйгәндән-көсәйә.

1916 йылғы һуғыш  хәрәкәттәре

Германияның генераль штабы етәксеһе генерал Фалькенгайн 1916 йылға стратегик план ҡабул иткәнендә Рәсәйгә артабан һөжүм итеү вариантын кире ҡаға. Үҙенең аңлатмаһында ул, Рәсәйҙә үҫә барған революцион кәйефте лә иҫәпкә алып, уның ҡеүәтле һөжүм яһар өсөн тиҙ генә көс йыя алмаясағын белдерә. Бынан тыш ул төп һөжүмдең инглиз-француздар тарафынан булырын алдан белеп, төп көстәрҙе Көнбайышҡа,Францияға йүнәлтергә кәрәклеген раҫлай. Һөжүм маҡсаты рәүешендә Верден һайлана, сөнки уға уңышлы һөжүм Парижға юл аса.

1916 йылғы кампанияға  әҙерләнгәндә Антанта илдәре ғәскәрҙәренең берҙәм эш итеүе өсөн дөйөм стратегик план төҙөүҙе кәрәклегенә төшөнөп, 1915 йылдың 6—9 декабрендә Шантильила икенсе берлек-ара конференция үткәрә. Был конференция һөҙөмтәһендә Антанта ғәскәрҙәре етәкселәре ошондай һығымтаға киләләр: еңеү өсөн өс төп фронт — рус, француз һәм итальян фронттарындағы уңыш мөһим; ошо фронттарҙа берҙәм һәм кәмендә бер-береһенә яҡын ваҡыт арауығында һөжүм итеү зарур. Әммә берҙәм һөжүм көнөн июнгә билдәләп, Антанта илдәре йәнә инициативаны Үҙәк дәүләттәрҡулына бирә.

Көнбайыш фронт

Верден операцияһы

Верден операцияһы — Беренсе донъя һуғышының иң эре һәм иң ҡан ҡойошло алышы. Тарихҡа ул Верден ит турағысы исеме аҫтында кергән — был алышта бер миллионға яҡын кеше һәләк була.

Верденда әүҙем хәрәкәттәр 1916 йылдың 21 февралендә башлана. Һөжүмдең беренсе көнөндә немецтар газ, икенсе көн яңы һуғыш ҡоралы — огнемет ҡуллана. Тәүге көндәрҙә уларға уңыш йылмая, дүрт көндән үк Дуамон форты ҡолай. Әммә француз хәрби командованиеһы тиҙ арала Бар-ле-Дюк шоссеһы буйлап Верденға бер нисә йөҙ мең һалдатын күсереп, ҡурғауын нығыта. Был шоссе хәҙер тарихҡа «изге юл» исеме аҫтында билдәле. Ҡаты алыштар бер минутҡа ла туҡталмай. Ғәскәрҙәр һәр ҡарыш ер өсөн ҡаты алыша, фронт һыҙығы туҡтауһыҙ үҙгәрә, әммә ҡурғау өҙөлмәй.

Ете көн ҡамауҙа тотҡандан һуң, 7 июнь немецтар де Во фортын алыуға ирешә. 22 июнь улар Верденды алыуға һуңғы мәртәбә ынтылып, Тиамон фортын ала.

4 июнь Көнсығыш  фронтта Брусилов һөжүме башлана, немецтар Верденда һөжүмде туҡтатып, көстәрен Көнсығышҡа ташларға мәжбүр була. Верден тирәһе тыныслана төшә, позицион һуғыш башлана. Июлдә Сомма буйында башланған хәрәкәттәр иһә немец командованиеһын Верденда ҡурғау хәленә күсергә мәжбүр итә. Октябрь—декабрҙә бер нисә контрһөжүм үткәреп, француздар дошман яҡты кире элекке позицияһына ҡайтара. Шулай итеп, 21 февралдән 18 декабргә тиклем, ун ай дауамында барған алыш тамамлана.[10][11][12]

Верден ҡурғауы — Франция тарихында француз милләтенең сыҙамлылығын һәм батырлығын сағылдырыусы сағыу бер бит.

Сомма операцияһы

Mark V инглиз танкы

Берлек-ара конференцияла ҡабул ителгән планға ярашлы, француздар һәм инглиздәр Көнбайыш фронтта һөжүмде Төньяҡ Францияла, Сомма йылғаһы буйында әҙерләй. 24 июнь союздаштар операцияны башлай. 7 көн туҡтауһыҙ артиллерик ут аҫтында тотҡандан һуң, 1 июль йәйәүле дивизиялар һөжүмгә күтәрелә. Француздар беренсе позицияны алып, урыны менән икенсе позицияны ла үтә. Инглиз көстәрен иһә контрһөжүм туҡтата. Немецтар ҡурғауға яңы көстәр ташлай, һөжүм һүрәнләнә башлай, операция оҙаҡҡа һуҙылыуға китә. Сентябрь—октябрҙә Соммала хәрәкәттәр яңынан ҡыҙа, 15 сентябрҙәге һөжүмендә инглиздәр яңы һуғыш ҡоралы — танктар ҡуллана. Әммә уларҙың һаны уңышлы һөжүм өсөн аҙыраҡ булып сыға, бынан тыш тәүге танктар әле бигүк камил да булмай, экипаж етерлек кимәлдә әҙерләнмәй.

Һөҙөмтәлә 4,5 ай дауам итеп, Сомма операцияһы 1916 йылдың 18 ноябрендә тамамлана. Был операция ҡатнашҡан ғәскәрҙәр, артиллерия, самолеттар һаны буйынса Беренсе донъя һуғышының иң эре операцияһы иҫәпләнә, әммә союздаштарға ул уңыш килтермәй. Француздар Соммала 341 мең, инглиздәр — 453 мең, немецтар иһә 538 мең кешеһен юғалта.[7][13]

Көнсығыш фронт. Брусилов һөжүме

Брусилов һөжүме

Верденда француздарҙың хәлен еңеләйтер өсөн, 1916 йылдың мартында рус ғәскәрҙәре мартта Нарочь күлебуйында немецтарға һөжүм итә, әммә ләкин был операция артыҡ әһәмиәтле һөҙөмтә бирмәй. Көнсығыш фронтта ҙур масштаблы һөжүм Шантильилағы конференцияла ҡабул ителгән планға ярашлы майға (июнгә) билдәләнә. Һөжүм өс фронтта —Төньяҡ, Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарҙа алып барылырға тейеш була, төп операция Көнбайыш фронтта, ә генерал Брусилов етәкләгән Көньяҡ-Көнбайыш фронтта ярҙамсы һөжүм ниәтләнә. Брусилов һөжүме өсөн үҙенсәлекле тактика булдыра, йәйәүле ғәскәрҙәр һәм артиллерия өсөн ентекле күрһәтмәләр бирә, ниәте асылмаһын өсөн, барлыҡ әҙерлек ныҡлы йәшерелә, австрийлыларҙы ялған мәғлүмәт менән тәьмин итеү операцияһы үткәрелә.

22 майҙа (4 июндә) Көньяҡ-Көнбайыш фронт һөжүм башлай һәм шунда уҡ австрийлыларҙың ҡурғауын өҙә. 22 майҙа (7 июндә) Луцк ҡалаһы алына. Брусиловтың уңышлы операцияһы арстрийлыларҙы Италия фронтынан, немецтарҙы Көнбайыш фронттан Көнсығышҡа ғәскәр күсерергә мәжбүр итә. Әммә Көнбайыш фронт һөжүмен кисектереүе арҡаһында уңышты артабан үҫтереү мөмкинлеге ҡулдан ысҡындырыла. Июль—август дауамында Брусилов әүҙем һөжүм алып бара, урыны менән ҡурғауҙы өҙөп, дошманды сигенергә мәжбүр итә. Был арала немец һәм австрийлылар позицияларын һаҡлар өсөн етерлек көс туплап өлгөрә. Брусилов, Көнбайыш һәм Төньяҡ фронттарҙа әүҙем хәрәкәттәр барырына өмөтөн өҙөп, ҡурғау һаҡлау позицияһына күсергә әмер бирә.

Был операция һөҙөмтәһендә ҡаршы яҡ 1,5 миллион, рустар 500 мең кешеһен юғалта. Рәсәй тағы бер мәртәбә вәғәҙә ителгәнсә союздаштарына ярҙам ҡулы һуҙа. Румыния, Көньяҡ-Көнбайыш фронттың уңыштары йоғонтоһо аҫтында нейтраллектән баш тартып, Антантаға ҡушыла. Уңышты үҫтереү мөмкинлеге ҡулдан ысҡындырылыуға ҡарамаҫтан, Брусиловтың ҡурғау өҙөү ысулы һуғыш ғилеменең ҙур ҡаҙанышы булып тора, был тәжрибә Икенсе донъя һуғышы операцияларында Советтар тарафынан киң ҡулланыла.[7][14]

Башҡа фронттар

Уҙған йылда Үҙәк дәүләттәр ҡулында ҡалған Балҡан театрында 1916 йылда сағыштырмаса тынлыҡ урынлаша. Кавказ фронтында иһә рустар уңышҡа ирешә — бер нисә мөһим нөктә, шул иҫәптән 3 (16) февраль Эрзерум ҡәлғәһе 5 (18) апрель Трапезунд улар ҡулына күсә. Персияла рус һәм инглиз ғәскәрҙәре бер-береһе менән үҙ-ара килешмәй, һәр ҡайһыһы үҙ хәрби хәрәкәттәрен алып бара.

Румыния фронты

27 август һуғышҡа Антанта яғында Румыния ҡушыла. Яңы көс өҫтәлеүе Көнсығыш фронтта һынылыш булдырыр һымаҡ күренә. Тик румын ғәскәрҙәренең әҙерлеге, тәьмин ителеше һәм идара ителеше бик насар хәлдә була. Уның һуғышҡа кереүе рус ғәскәрҙәренә киреһенсә ауырлыҡтар ғына килтерә. Немец, австро-венгр, болгар ғәскәрҙәре һөжүменән һуң румындар баш ҡалалары Бухарестты ҡалдырып, сигенә. Бынан һуң рус ғәскәрҙәренә күпкә оҙонайған фронт һыҙығын һаҡларға тура килә.[14]

Италия фронт

Итальян ғәскәрҙәренең мартта Верденда һөжүм ителгән француздарға ярҙам итер өсөн Изонцо йылғаһы буйында башлаған яуы уңышһыҙ тамамлана. Майҙа австрийлылар Трентиноға һөжүм итә, итальяндар сигенә, ауыр хәлдән уларҙы рустарҙың Көнсығыштағы уңышлы һөжүме ҡотҡара. 1916 йылдың икенсе яртыһында итальяндар Изонцо буйында йәнә дүрт һөжүм башлай, ҙур юғалтыуҙар менән Горицаны ала, әммә дөйөм алғанда артыҡ уңышҡа өлгәшмәй.[8]

Диңгеҙҙәге һуғыш

Балтик диңгеҙендә 1916 йылда миналар ҡуйыу киң йәйелә, ике яҡ та башлыса ҡурғау сәйәсәте алып бара. Ҡара диңгеҙҙә рус флоты ҡаршы яҡтың Кавказ фронтын тәьмин итеүен тотҡарлай, Босфор ҡултығын миналар һәм һыу аҫты кәмәләре менән ҡамай. Бөтә Урта диңгеҙҙә немец һыу аҫты кәмәләре эш итә. Бында ла 1916 йылда миналар киң ҡулланыла башлай.

Информация о работе Беренсе донья һуғышы