Беренсе донья һуғышы

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 12 Мая 2015 в 21:42, реферат

Краткое описание

XIX быуатта төп Европа көстәре Европала көстәр балансын һаҡлау өсөн бер-береһе менән сәйәси берлектәр — альянстар төҙөй башлай, 1900 йылға континентта был берлектәрҙең ҡатмарлы селтәре хасил була. Был йүнәлеш 1815 йылда Пруссия, Рәсәй һәм Австрия араһында Изге берлек төҙөлөүөнән башлана. Артабан 1873 йылдың октябрендә Герман империяһының канцлеры Отто фон БисмаркАвстро-Венгрия, Рәсәй һәм Германия монархтары араһында Өс император берлеге(нем. Dreikaiserbund) булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был берлек үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алмай. Уның урынына 1879 йылда Австро-Венгрия һәм Германия Ике яҡлы берлек (йәки Австро-Венгрия килешеүе) төҙөй. 1882 йылда был берлеккә Италия ҡушыла һәм альянс Өс яҡлы берлек исемен ала.

Содержание

• 1 Һуғыштың сәбәптәре
o 1.1 Империализм
o 1.2 Берлектәр
o 1.3 Милитаризм
o 1.4 Милләтселек
• 2 1914 йылдың июле көрсөгө
• 3 Һуғыш барышы
o 3.1 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.1 Көнбайыш фронт
 3.1.1.1 Сик алыштары
 3.1.1.2 Марна алышы
 3.1.1.3 «Диңгеҙгә йүгереү»
 3.1.1.4 Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.2 Көнсығыш фронт
 3.1.2.1 Көнсығыш Пруссиялағы операция
 3.1.2.2 Галиция операцияһы
 3.1.2.3 Варшава-Ивангород операцияһы
 3.1.2.4 Лодзь операцияһы
 3.1.3 Башҡа фронттар
 3.1.3.1 Балҡан театры
 3.1.3.2 Кавказ фронты
 3.1.3.3 Алыҫ Көнсығыш фронты
 3.1.3.4 Африкалағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.1.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.1.5 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.2 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.2.1 Көнсығыш фронт
 3.2.1.1 Көнсығыш Пруссия һәм Карпат тауҙары
 3.2.1.2 Горлицела ҡурғау өҙөлөүе
 3.2.1.3 Польшалағы операциялар
 3.2.2 Көнбайыш фронт
 3.2.2.1 Ипр йылғаһы буйында газ атакаһы
 3.2.2.2 Шампань һәм Артуалағы операциялар
 3.2.3 Башҡа фронттар
 3.2.3.1 Италия фронты
 3.2.3.2 Балҡан фронты
 3.2.3.3 Алыҫ Көнсығыштағы һуғыш хәрәкәттәре
 3.2.4 Диңгеҙ һуғыштары
 3.2.5 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.3 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.3.1 Көнбайыш фронт
 3.3.1.1 Верден операцияһы
 3.3.1.2 Сомма операцияһы
 3.3.2 Көнсығыш фронт. Брусилов һөжүме
 3.3.3 Башҡа фронттар
 3.3.3.1 Румыния фронты
 3.3.3.2 Италия фронты
 3.3.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.3.4.1 Ютландия алышы
 3.3.5 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.4 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
 3.4.1 Көнсығыш фронт
 3.4.1.1 Митава операцияһы
 3.4.1.2 Февраль инҡилабы
 3.4.1.3 Октябрь инҡилабына тиклем
 3.4.1.4 Октябрь инҡилабы һәм солох тураһында декрет
 3.4.2 Көнбайыш фронт
 3.4.2.1 Нивель операцияһы
 3.4.2.2 Мессин, Ипр, Верден, Мальмезон операциялары
 3.4.2.3 Камбре алышы
 3.4.3 Башҡа фронттар
 3.4.3.1 АҠШ-ның һуғышҡа ҡушылыуы
 3.4.3.2 Италия фронты
 3.4.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
 3.4.5 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.5 1918 йыл һәм һуғыш тамамланыуы
 3.5.1 Көнсығыш фронт. Брест солохо
 3.5.2 Көнбайыш фронт
 3.5.2.1 Пикардиялағы һәм Фландриялағы һөжүм
 3.5.2.2 Эн буйындағы һөжүм
 3.5.2.3 Икенсе Марна алышы
 3.5.2.4 Амьен алышы
 3.5.2.5 Дөйөм һөжүм һәм һуғыш тамамланыуы
 3.5.3 Башҡа фронттар
 3.5.3.1 Балҡан, Салоник фронттары
 3.5.3.2 Месопотамия, Сүриә-Фәләстан фронттары
 3.5.3.3 Италия театры. Австро-Венгрияның тарҡалыуы
 3.5.4 1918 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
• 4 Солох тураһында килешеүҙәр
• 5 Башҡорттар Беренсе донъя һуғышы осоронда
• 6 Һуғыштың эҙемтәләре
• 7 Һуғыш тураһында хәтер
• 8 Һылтанмалар
• 9 Әҙәбиәт

Прикрепленные файлы: 1 файл

РЕФЕРАТ.docx

— 544.27 Кб (Скачать документ)

Һуғыш утын тоҡандырыуҙа АҠШ менән Япония ла ҡатнашмай ҡалмай, XIX быуат башында — XX быуат башында улар ҙа донъяны «йоғонто сфералары»на бүлешеүгә ҡушыла.

Беренсе донъя һуғышының хәбәрсеһе булып 1905—1906, 1911 йылғы Марокко көрсөктәре, 1904—1905йылғы Рус-япон һуғышы, 1911—1912 йылғы Итальян-төрөк һуғышы, 1912—1913 һәм 1913 йылғы Балҡан һуғыштары хеҙмәт итә.

Берлектәр

«Дуҫлыҡ сибе», 1914 йылдың июлендәАмериканың Brooklyn Eagle гәзитендә сыҡҡан карикатура

XIX быуатта төп Европа көстәре Европала көстәр балансын һаҡлау өсөн бер-береһе менән сәйәси берлектәр — альянстар төҙөй башлай, 1900 йылға континентта был берлектәрҙең ҡатмарлы селтәре хасил була. Был йүнәлеш 1815 йылда Пруссия, Рәсәй һәм Австрия араһында Изге берлек төҙөлөүөнән башлана. Артабан 1873 йылдың октябрендә Герман империяһының канцлеры Отто фон БисмаркАвстро-Венгрия, Рәсәй һәм Германия монархтары араһында Өс император берлеге(нем. Dreikaiserbund) булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был берлек үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алмай. Уның урынына 1879 йылда Австро-Венгрия һәм Германия Ике яҡлы берлек (йәки Австро-Венгрия килешеүе) төҙөй. 1882 йылда был берлеккә Италия ҡушыла һәм альянс Өс яҡлы берлек исемен ала. Шулай уҡ Бисмарк булышлығы менән Рәсәй һәм Германия араһында 1887 йылда йәшерен Һаҡлыҡ килешеүе (урыҫ. Договор перестраховки) төҙөлә. 1894 йылда Өс яҡлы берлеккә ҡаршы Франция-Рәсәй берлеге хасил була. 1904 йылда Бөйөк Британия Франция һәм Рәсәй менән дипломатик һөйләшеүҙәр алып бара, ахырҙа Бөйөк Британия, Франция һәм Рәсәй араһында 1907 йылда Антанта берлеге төҙөлә.

Шулай итеп, 1914 йылға Европа ике бер-береһенә ҡаршы торған лагерға бүленә. Берлек килешеүҙәренең шарттары буйынса, бер илгә һөжүм осрағында ҡалғандары уға ярҙамға килергә тейеш була. Һөҙөмтәлә, 1914 йылдың июлендә һуғыш асылғас, шул уҡ мәлдә Европаның бөтә илдәре тиерлек был һуғышҡа йәлеп ителә.

Милитаризм

Территорияларҙы бүлешеү һәм «йоғонто сфералары» өсөн көрәш, дәүләттәрҙең үҙ-ара килешмәүе был илдәрҙә ғәскәр иҫәбе артыуына һәм ҡыҙыу ҡоралланыуға килтерә. XX быуат башына ҡорос, төҫлө металдар, машиналар етештереү, нефть һәм күмер сығарыу һаны ҡырҡа арта, тимер юлдар селтәре үҫешә, ә фән һәм техника өлкәһендәге ҡаҙаныштар яңы ҡоралланыу өлгөләре булдырыуға мөмкинлек бирә.

Үҫә барған ҡоралланыуға ихтыяж империалистик державаларҙа хәрби сәнәғәт үҫешенең көсәйеүен тиҙләтә. Дәүләт ҡарамағындағы хәрби заводтар һаны арта, ҡорал етештереү өсөн күпләп шәхси заводтар йәлеп ителә, был өлкәлә эшләгән кеше һаны ҡырҡа арта. Хәрби әҙерләнеүҙәрҙе ғәйәт ҙур сығымдар оҙата килә.

Ҡыҙыу ҡоралланыуҙа ҡатнашырға финанс мөмкинлектәре булмаған Рәсәй хөкүмәте ҡоралланыуҙы сикләү өсөн халыҡ-ара конференция йыйырға саҡыра. Бындай конференция ике мәртәбә Гаагала уҙа. 1899 йылда бында 26 дәүләт, 1907 йылда иһә 44 дәүләт вәкиле ҡатнаша. Шулай ҙа был конференциялар ҡыҙыу ҡоралланыу ярышын туҡтата алмай.

 

                                            Милләтселек

Һуғыш алдынан идеологик әҙерлек киң йәйелдерелә. Халыҡ күңеленә хәрби бәрелештәрҙең ҡотолғоһоҙ булыуы тураһында уйҙар һалына, шовинизмуятыла. Империалистик илдәр, халыҡтың патриотик тойғоһон уятып, ҡыҙыу ҡоралланыуҙы аҡлай. Ватанды дошмандан һаҡлау мөһимлеге тураһында уй һеңдерелеп, баҫҡынсылыҡ сәйәсәте йәшерелә.

Йәнә һуғыш сәбәптәренең береһе — империалистарҙың үҙ илдәрендә революцион хәрәкәтте һәм колониаль халыҡтарҙың милли азатлыҡ көрәшен тотҡарларға тырышыуы. Империалистар һуғыш ярҙамында халыҡтың революцион баҫымын еңергә, кәмендә йомшартырға өмөтләнә.[5]

                                      1914 йылдың июле көрсөгө


1914 йылдың 28 июнендә Гаврило Принцип, Босния һәм Герцеговиналағы серб студенты, Млада Босна революцион хәрәкәте ағзаһы, Сараевола Австро-Венгрия тәхетенең вариҫы эрцгерцог Франц Фединандты һәм уның ҡатыны София Хотекты үлтерә. Был Июль көрсөгө исеме аҫтында билдәле Австро-Венгрия, Германия, Рәсәй, Франция һәм Бөйөк Британия араһында бер айға һуҙылған дипломатик бәрелештәргә сәбәпсе була. Австро-Венгрия, Сербияның Босниялағы йоғонтоһон юҡ итеү өсөн, Сербияға күрәләтә ҡабул итмәҫлек талаптар менән ультиматум ҡуя. Сербия ун талаптың тик һигеҙе менән килешә. Австро-Венгрия 1914 йылдың 28 июлендә Сербияға һуғыш иғлан итә.

Рәсәй империяһы, үҙенең Балҡан ярымутрауындағы йоғонтоһон юғалтмаҫ өсөн, Сербияға ярҙамға килә һәм икенсе көнгә ҡораллы көстәрен тулы әҙерлек хәленә күсерә. Герман империяһы 1914 йылда мобилизациялана, 2 августа ул Рәсәйгә һуғыш иғлан итә. Бөйөк Британия Германияға 4 августа һуғыш иғлан итә.

 

 

Һуғыш барышы[


1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәре

Көнбайыш фронт

1905 йылда уҡ Германияның Генераль штабы етәксеһе Альфред фон Шлиффен тарафынан Шлиффен планы исеме аҫтында билдәле стратегик план әҙерләнә. Был план бер юлы ике фронтҡа — Рәсәй һәм Францияға ҡаршы һуғыш алып барыуға юл ҡуймауҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн ул 1870—1871 йылғы Француз-прусс һуғышы сценарийын ҡабатлап, Францияны тиҙ арала алырға һәм ғәскәрҙе көнсығышҡа Рәсәйгә ҡаршы борорға ниәтләй. 1877—1878 йылғы Рус-төрөк һуғышы Рәсәй ғәскәре бик яй мобилизацияланыуын күрһәтә, һәм немец командованиеһы Үҙәк дәүләттәргә ҡаршы торорҙай көс йыйыр өсөн, Рәсәйгә ярайһы ваҡыт талап ителеренә өмөт итә. Францияға иһә немец ғәскәре, төп француз көстәрен урап үтеп, Бельгия аша һөжүм итергә тейеш була.

Франция, үҙ сиратында, үҙенең План XVII тип исемләнгән хәрби доктринаһында һуғышты 1870—1871 йылғы Француз-прусс һуғышында юғалтҡан Эльзаз-Лотарингияны кире ҡайтарыуҙан башларға ниәтләй.

Сик алыштары

Бельгия ҡасаҡтары, 1914 йыл

Тәү ыңғайҙа немец ғәскәрҙәре уңышҡа өлгәшә. 2 августа улар Люксембург герцоглығына баҫып инә, 4 август иртәһендә Бельгия сиктәре аша үтә, шулай итеп, был ике илдең нейтраллеге боҙола. 16 августа Бельгияның Льежҡәлғәһе, 20 августа башҡалаһы Брюссель алына һәм шул уҡ көндә ғәскәр Антверпен ҡалаһына килеп етә.

20 августа немец  һәм француз-инглиз ғәскәрҙәре Франция менән Бельгия сиктәрендә осраша. Бындағы яуҙар тарихҡаСик алышы исеме аҫтында кергән. 21—25 августа Ардендарҙа, Шарлеруала, Монста ҡаты алыштар бара. Был алыштар Германия еңеүе менән тамамлана, француз һәм инглиз ғәскәрҙәре сигенергә мәжбүр була. Француздар шулай уҡ Германия территорияһындағы Эльзас һәм Лотарингия районындағы яуҙарҙа алынған Мюльхаузен ҡалаһын ҡалдыра. 25 августа Сик алышы тамамлана, Парижды һаҡлап ҡала алыу мөмкинлеге шик аҫтында ҡала һәм 2 сентябрҙә Франция хөкүмәте Бордо ҡалаһына күсә.

Марна алышы

Марна алышы

Әммә тарихи әҙәбиәттә Марна алышы исеме менән йөрөтөлгән Верден менән Париж араһындағы ҡаты алыш Көнбайыш фронтта һынылыш мәлен билдәләй. 5—9 сентябрь дауамында бында алты инглиз-француз һәм биш немец ғәскәре бәрелешә. Немец командованиеһының кәрәк тиклем резервтарының булмауы, ғөмүмән, үҙ көстәрен артыҡ баһалау немецтарҙың был юлы еңелеүенә килтерә. Шулай, мәҫәлән, француздар Парижды ҡамарға тейеш булған 1-се немец ғәскәренең уң яҡ флангына һөжүм итә. Һөҙөмтәлә немец командованиеһына көньяҡтағы корпустарҙы көнбайышҡа күсерергә мәжбүр була. Әммә был 1-се һәм 2-се немец ғәскәрҙәре араһында өҙөк барлыҡҡа килтерә. Союздаштар килеп тыуған етешһеҙлек менән йәһәт ҡуллана. 8—9 сентябрь төнөндә инглиз һәм француз ғәскәрҙәре 1-се һәм 2-се немец ғәскәрҙәре араһына йырып инә. 9 сентябрҙә Германия көстәре артыҡ уңышһыҙ алыша. 10 сентябрҙә немец командованиеһы сигенергә бойороҡ бирә. 14 сентябргә тиклем сигенеп, улар Эн йылғаһы буйында урынлаша.

Марна алышы һөҙөмтәһендә тәүге тапҡыр немец ғәскәрендә өмөтһөҙлөк һәм төшөнкөлөк кәйефе тарала. Француз ғәскәре иһә Француз-прусс һуғышындағы еңелеүҙән һуң беренсегә Германия ғәскәренән өҫтөнлөк алыуға өлгәшә, бынан һуң инглиз-француз көстәре туҡтауһыҙ сигенеүҙән туҡтап, һөжүмгә күсә. Германияның тиҙ еңеү планы юҡҡа сыға.

«Диңгеҙгә йүгереү»

Ике яҡ командованиеһы ла дошман ғәскәрҙәрен ҡамау мөмкинлегенә өмөт итә әле. Уаза йылғаһынан көнбайышыраҡ ятҡан ерҙәргә ҙур көстәр килеп етмәгән була, һәм киләһе көндәрҙә ике яҡ та бер-береһен шул яҡтан ҡамап алырға тырыша. Бының өсөн улар төрлө урындарҙан көстәрҙе бер-бер артлы дошмандың асыҡ ҡалған флангы яғына күсерә. Һөҙөмтәлә, фронт һыҙығы төньяҡ-көнбайышҡа күсә барып, Төньяҡ дингеҙгә килеп терәлә, Лис йылғаһынан алып диңгеҙгә тиклемге арауыҡ ғәскәр менән тула. Ваҡиғалар барышында иң көсөргәнешле алыштар Уаза, Сомма, Скарп һәм Лис йылғалары буйында бара. Был хәрәкәт һуңынан тарихҡа «диңгеҙгә йүгереү» исеме аҫтында керә.

Был арала немецтар Антверпенды алыу өсөн ҙур көс һала. 10 август ҡәлғә ҡолай, ә Бельгия хөкүмәте Гаврға күсә.

Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре

Бер ай дауамында тиерлек, 20 октябрҙән алып 15 ноябргә тиклем Фландрияла, Изер һәм Ипр йылғалары буйында алыштар бара. Изерҙа немец ғәскәрҙәре француз частары булышлығы менән бельгий ғәскәрҙәренә ҡаршы алышып, уңышҡа өлгәшә. Ә Ипр районын союздаштар һаҡлап алып ҡала.

Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре менән Көнбайыштағы һуғыштың маневрлы осоро тамамлана, Фландрия ярҙарынан алып Швейцария сигенә тиклем 700 километрлыҡ позиция фронты билдәләнә. Ике яҡ та ергә күмелә, окоптарын сәнскеле тимер сыбыҡ менән сырмай. Был шарттарҙа яҡтар көсөн үҙ ҡурғауын (урыҫ. оборона) нығытып, икенсе яҡтың ҡурғауын өҙөүгә йүнәлтә. Позицион һуғыш осоро башлана.

Был арала Көнсығыш фронтта хәлдәр ҡырҡыулана, һәм немец командованиеһы төп иғтибарын шул яҡҡа йүнәлтә.

Көнсығыш фронт

Көнсығыш Пруссиялағы операция

Рус фронтындағы хәрәкәттәр Көнсығыш Пруссиялағы операция менән башлана. Германия Шлиффен планына ярашлы, Рәсәйҙең яй мобилизацияланып, шул арала Францияны тар-мар итә алырына иҫәп тота. Әммә, Франция менән килешеү шарттары буйынса, Рәсәй империяһы һуғышҡа ғәскәрҙәр тулыһынса тупланмаҫ элек керергә мәжбүр була. Был операцияла генерал Павел фон Ренненкампф етәкселегендә 1-се ғәскәр һәм генерал Александр Самсонов етәкселегендә 2-се ғәскәр ҡатнаша. 4 (17) август рустар Көнсығыш Пруссияға баҫып инә, Шталлупёнен (хәҙерге Нестеров) ҡалаһы янында тәүге бәрелеш рустар файҙаһына тамамлана.

Тәүге аҙнала рус ғәҫкәҙәре уңышлы яуҙар алып бара, һан яғынан ҡалышҡан немецтар сигенгәндән-сигенә бара. 7 (20) августа башланған Гумбиннен яуында ла рус ғәскәрҙәре еңеүгә ирешә. Был шарттарҙа рус командованиеһының немец ғәскәрҙәрен ҡыйратырға мөмкинлеге була, тик бының урынына һөжүм яйлана, генерал Ренненкампф ғәскәренә ялға туҡтарға бойороҡ бирә.

Был арала Германия командованиеһы рустарға ҡаршы һөжүм әҙерләй, сигенеү позицияһын тотҡан Притвицты ул генерал Гинденбургҡа алыштыра. Рустарҙың бөтә оператив мәғлүмәтте радио аша асыҡ текст менән ебәреүе немецтарға буласаҡ хәрәкәттәрҙе ентекле планлаштырырға мөмкинлек бирә. 13 (26) август 2-се рус ғәскәренә ҡаршы ҡаты һөжүм башлана. 16 (29) август Самсоновтың ғәскәре ҡамауға эләгә, 30 мең тирәһе һалдат, шул иҫәптән 15 генерал әсирлеккә эләгә.[6] 2-се ғәскәр тулыһынса тар-мар ителә, Самсонов үҙенә-үҙе ҡул һала. Был яу тарихҡа Танненберг яуы, йәки Самсонов операцияһы, Самсонов фажиғәһе исеме аҫтында кергән.

Артабанғы Мазур яуында һөҙөмтәһендә 1-се рус ғәскәре сигенергә мәжбүр була.

Франция Европа йөҙөнән юйылмаған булған икән, беҙ бының өсөн тәү сиратта Рәсәй алдында бурыслы.

— Фердинанд Фош





Шулай итеп, был хәрәкәттә Рәсәй уңышһыҙлыҡҡа юлыға, Германия үҙ позицияһын һаҡлап ҡала. Германия хәҙерге көнгәсә Танненберг яуын Германия тарихындағы иң уңышлы операция тип иҫәпләй, яу урынында ҙур мемориал төҙөлгән һәм шунда уҡ фельдмаршал Гинденбург ерләнгән.

Шулай итеп, был хәрәкәттә Рәсәй уңышһыҙлыҡҡа юлыға, Германия үҙ позицияһын һаҡлап ҡала. Германия хәҙерге көнгәсә Танненберг яуын Германия тарихындағы иң уңышлы операция тип иҫәпләй, яу урынында ҙур мемориал төҙөлгән һәм шунда уҡ фельдмаршал Гинденбург ерләнгән.

Шулай ҙа Германия командованиеһының ғәскәрен Рәсәйгә ҡаршы ебәрергә мәжбүр булыуы уның Көнбайыш фронтта алып барған операцияһының уңышһыҙлыҡҡа осрауын хәл итә. Францияны тиҙ еңеүгә ҡоролған стратегик план рустарҙың союздаштарына күрһәткән ярҙамы менән юҡҡа сыға.

Галиция операцияһы

Галиция операцияһы — Беренсе донъя һуғышының иң эре стратегик операцияларының береһе — 5 (18) августан алып 13 (26) сентябргә тиклем дауам итеп, Висла һәм Днестр йылғалары араһында бара. Фронт һыҙығы, һөжүм үҙәгендә Львов ҡалаһын ҡалдырып, 320 километрға, һуңынан 400 километрға һуҙыла. Ике яҡтан барыһы туғыҙ ғәскәр: биш рус һәм дүрт австро-венгр ғәскәре ҡатнаша. Галиция яуын ғәҙәттә бер нисә айырым операцияға бүләләр.Люблин-Холм операцияһында рустар уңышҡа ирешә алмай. Галич-Львов операцияһы һөҙөмтәһендә иһә Галич һәм Львов ҡалалары рустар тарафынан алына. Городок яуында австро-венгрҙар Львовты ҡайтарыуҙы маҡсат итеп ҡуялар, әммә яу рустарҙың тулы еңеүе менән тамамлана. 29 август (11 сентябрь) австро-венгр ғәскәрҙәре дөйөм сигенеү башлай. Рус ғәскәрҙәре Көнсығыш Галицияны ала. Әммә австро-венгр ғәскәрәре тулыһынса ҡыйратылмай, быға көньяҡ-көнбайыш фронт етәкселегенең ҡыйыуһыҙ эш итеүе сәбәпсе була.

Галиция операцияһы һөҙөмтәһендә Рәсәй 230 мең кешеһен, Авcтро-Венгрия 400 мең кешеһен юғалта, шуларҙың 100 меңе әсирлеккә эләгә.[7]Германияның иң көслө союздашының хәрби көсө ҡаҡшатыла. Австро-венгр ғәскәрҙәре бынан ары үҙ аллы яу алып барыу һәләтенән мәхрүм ҡала. Германияның планы Көнсығыш фронта ла уңышһыҙлыҡҡа осрай.

Варшава-Ивангород операцияһы

Рус ғәскәрҙәре Варшавала

Варшава-Ивангород операцияһы — шулай уҡ Беренсе донъя һуғышының иң эре операцияларының береһе. Рус командованиеһы Германияға үтеп инеү ниәтендә Урта Висланан тәүәккәл һөжүм планлаштыра. Германияның юғары командованиеһы үҙ сиратында Галиция операцияһында тар-мар ителгән австро-венгр ғәскәрҙәренең сигенеүен туҡтатыр өсөн һәм рустарҙың Познангә һәм Силезияға баҫып инеү ҡурҡынысын юҡ итер өсөн, Варшаваға һәмИвангород ҡәлғәһенә һөжүм өсөн ғәскәр йыя.

15 (28) сентябрь көнө  немец һәм австро-венгр ғәскәрҙәре һөжүм башлай. Ҡаты алыштар барышында рус ғәскәрҙәренең өҫтөнлөгө билдәләнә башлай. 14 (27) октябрҙә немец ғәскәрҙәре һәм союздаштары сигенеүгә күсә. Рус ғәскәрҙәре уларҙы 26 октябргә (8 ноябрь) тиклем эҙәрлекләп бара. Шулай итеп, был операция ла рустарҙың уңышы менән тамамлана. Бының менән рустар немец армияһының еңелмәҫлеге тураһында легенданы юҡҡа сығара. Әммә Германияға үтеп инеү маҡсаты бойомға ашырылмай ҡала.

Информация о работе Беренсе донья һуғышы