Беренсе донья һуғышы
Автор работы: Пользователь скрыл имя, 12 Мая 2015 в 21:42, реферат
Краткое описание
XIX быуатта төп Европа көстәре Европала көстәр балансын һаҡлау өсөн бер-береһе менән сәйәси берлектәр — альянстар төҙөй башлай, 1900 йылға континентта был берлектәрҙең ҡатмарлы селтәре хасил була. Был йүнәлеш 1815 йылда Пруссия, Рәсәй һәм Австрия араһында Изге берлек төҙөлөүөнән башлана. Артабан 1873 йылдың октябрендә Герман империяһының канцлеры Отто фон БисмаркАвстро-Венгрия, Рәсәй һәм Германия монархтары араһында Өс император берлеге(нем. Dreikaiserbund) булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был берлек үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алмай. Уның урынына 1879 йылда Австро-Венгрия һәм Германия Ике яҡлы берлек (йәки Австро-Венгрия килешеүе) төҙөй. 1882 йылда был берлеккә Италия ҡушыла һәм альянс Өс яҡлы берлек исемен ала.
Содержание
• 1 Һуғыштың сәбәптәре
o 1.1 Империализм
o 1.2 Берлектәр
o 1.3 Милитаризм
o 1.4 Милләтселек
• 2 1914 йылдың июле көрсөгө
• 3 Һуғыш барышы
o 3.1 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
3.1.1 Көнбайыш фронт
3.1.1.1 Сик алыштары
3.1.1.2 Марна алышы
3.1.1.3 «Диңгеҙгә йүгереү»
3.1.1.4 Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре
3.1.2 Көнсығыш фронт
3.1.2.1 Көнсығыш Пруссиялағы операция
3.1.2.2 Галиция операцияһы
3.1.2.3 Варшава-Ивангород операцияһы
3.1.2.4 Лодзь операцияһы
3.1.3 Башҡа фронттар
3.1.3.1 Балҡан театры
3.1.3.2 Кавказ фронты
3.1.3.3 Алыҫ Көнсығыш фронты
3.1.3.4 Африкалағы һуғыш хәрәкәттәре
3.1.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
3.1.5 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.2 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
3.2.1 Көнсығыш фронт
3.2.1.1 Көнсығыш Пруссия һәм Карпат тауҙары
3.2.1.2 Горлицела ҡурғау өҙөлөүе
3.2.1.3 Польшалағы операциялар
3.2.2 Көнбайыш фронт
3.2.2.1 Ипр йылғаһы буйында газ атакаһы
3.2.2.2 Шампань һәм Артуалағы операциялар
3.2.3 Башҡа фронттар
3.2.3.1 Италия фронты
3.2.3.2 Балҡан фронты
3.2.3.3 Алыҫ Көнсығыштағы һуғыш хәрәкәттәре
3.2.4 Диңгеҙ һуғыштары
3.2.5 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.3 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
3.3.1 Көнбайыш фронт
3.3.1.1 Верден операцияһы
3.3.1.2 Сомма операцияһы
3.3.2 Көнсығыш фронт. Брусилов һөжүме
3.3.3 Башҡа фронттар
3.3.3.1 Румыния фронты
3.3.3.2 Италия фронты
3.3.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
3.3.4.1 Ютландия алышы
3.3.5 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.4 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәре
3.4.1 Көнсығыш фронт
3.4.1.1 Митава операцияһы
3.4.1.2 Февраль инҡилабы
3.4.1.3 Октябрь инҡилабына тиклем
3.4.1.4 Октябрь инҡилабы һәм солох тураһында декрет
3.4.2 Көнбайыш фронт
3.4.2.1 Нивель операцияһы
3.4.2.2 Мессин, Ипр, Верден, Мальмезон операциялары
3.4.2.3 Камбре алышы
3.4.3 Башҡа фронттар
3.4.3.1 АҠШ-ның һуғышҡа ҡушылыуы
3.4.3.2 Италия фронты
3.4.4 Диңгеҙҙәге һуғыш
3.4.5 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
o 3.5 1918 йыл һәм һуғыш тамамланыуы
3.5.1 Көнсығыш фронт. Брест солохо
3.5.2 Көнбайыш фронт
3.5.2.1 Пикардиялағы һәм Фландриялағы һөжүм
3.5.2.2 Эн буйындағы һөжүм
3.5.2.3 Икенсе Марна алышы
3.5.2.4 Амьен алышы
3.5.2.5 Дөйөм һөжүм һәм һуғыш тамамланыуы
3.5.3 Башҡа фронттар
3.5.3.1 Балҡан, Салоник фронттары
3.5.3.2 Месопотамия, Сүриә-Фәләстан фронттары
3.5.3.3 Италия театры. Австро-Венгрияның тарҡалыуы
3.5.4 1918 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
• 4 Солох тураһында килешеүҙәр
• 5 Башҡорттар Беренсе донъя һуғышы осоронда
• 6 Һуғыштың эҙемтәләре
• 7 Һуғыш тураһында хәтер
• 8 Һылтанмалар
• 9 Әҙәбиәт
Прикрепленные файлы: 1 файл
Лодзь операцияһы
Рус командованиеһы
Германияға дүрт ғәскәр көсө менән баҫып
инеү операцияһын әҙерләй башлай. Познань
һәм Силезияны рустар ҡулында ҡалдырмаҫ
өсөн, немец командованиеһы ғәскәрҙәрен
Көнбайыш фронттан Көнсығыш фронтҡа күсерергә
мәжбүр була. Рустарҙың һөжүме 1 (14) ноябргә
планлаштырылған була, әммә немецтар өс
көн алдан, 29 октябрҙә (11 ноябрь) һөжүм
аса. Шулай итеп, Лодзь операцияһы башлана. Әммә көтөлмәгән һөжүм
үҙен аҡлай алмай, рус ғәскәрҙәре немецтарҙы
ҡаты яу менән ҡаршы ала. Ике яҡтан да әүҙем
хәрәкәттәр 11 (24) ноябргә тиклем дауам
итә. Операция һуңында ике яҡта көсһөҙләнә.
Рус ғәскәрҙәрен ҡамауға алырға тырышҡан
немецтар үҙҙәре ҡамауға эләгеп, ҙур көс
менән ҡамауҙан сыға. Рустар иһә Германияны
баҫыр инеү планын тағы ла атҡара алмай.
Башҡа фронттар
Һуғыш баршында уға
яңынан-яңы ҡатнашыусылар өҫтәлә, яңы
фронттар барлыҡҡа килә.
Балҡан театры
Серб һалдаттары ҡурғау
позицияһында, 1914 йыл
Балҡан театрында һуғыш 1914 йылдың 28 июлендә австро-венгрҙар Сербияның баш ҡалаһы Белградты артиллерик утта тотоуынан башлана.
Сербия ике Балҡан һуғышынан һуң хәл йыйып өлгөмәгәнлектән,
һуғышҡа әҙерлекһеҙ керә һәм Австро-Венгрияға
ҡаршы көслө ғәскәр сығара алмай. Сербтарҙың
үҙаллылыҡ өсөн көрәше башҡа славян халҡын битараф ҡалдырмай. Төрлө
илдәрҙән, шул иҫәптән Рәсәйҙән дә серб ғәскәренә үҙ теләге
менән ҡушылырға теләүселәр ағыла. Балҡан ярымутрауының икенсе славян иле — Черногория Сербияға айырыуса ҙур ярҙам
күрһәтә.[7]
Балҡан театрындағы
беренсе операция 12—24 август дауамында
һуҙыла. Австрийлылар һөжүме менән башланған
был яу сербтарҙың контрһөжүме менән һәм
австрий ғәскәрҙәренең сигенеүе менән
тамамлана. Серб ғәскәрҙәре 50 мең әсир
һәм 50 трофей ҡорал ала. Икенсе операция
7 сентябрҙән 15 декабргә тиклем дауам итә.
Австрийлылар һөжүм итә, әммә сербтарҙың
ҡаты ҡаршылығына бәрелә. 7 ноябрь сербтар
ҡамау ҡурҡынысы аҫтында ҡала һәм сигенә.
Австрийлылар Белградты баҫып ала. Союздаштар ҡорал
һәм припастар менән тәьмин иткәндән һуң,
сербтар 3 декабрь контрһөжүмгә күсә. Австрий
ғәскәрҙәре сигенергә мәжбүр була, Белград
кире ҡайтарыла. Сербтар 46 мең әсир, 126
ҡорал, 70 пулемет һ.б. трофей ала.[5]
Австро-венгр командованиеһы
бынан ары Сербияла әүҙем хәрби хәрәкәттәр
алып барыуҙан баш тарта һәм төп көстәрен
рус фронтына йүнәлтә.
Кавказ фронты
Төркиә хөкүмәте сит дәүләттәргә бурысҡа
батыу арҡаһында тулыһынса тиерлек француз, британ һәм герман капиталистары ҡулында була.
Һуғыш башланыу менән Бөйөк Британия менән
Франция бер яҡтан, Германия икенсе яҡтан
Төркиәгә йоғонто өсөн көрәш башлай, уның
ҡайһы яҡ өсөн һуғыш алып барыуы географик
урынының уңайлыҡтары арҡаһында ла мөһим
була. Һуғыш алдынан Төркиәлә власҡа Германия
яҡлы Әнүәр паша килә, һәм илдә Германия йоғонтоһо
көсәйә. Бынан тыш, Рәсәй менән оҙаҡ йылдар дауамында
һуҙылған килешмәүсәнлек Төркиәне һуғышта Үҙәк дәүләттәр яғында ҡатнашырға этәрә.
1914 йылдың 2 авгусында Төркиә менән
Германия араһында килешеү төҙөлә. Һуғышҡа
әҙерләнеүҙе йәшереү маҡсатында 3 август
төрөк хөкүмәте нейтраллек иғлан итә.
30 октябрь Рәсәйгә ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрен
ул иғланһыҙ башлай. Быға яуап итеп рус
хөкүмәте Төркиәгә һуғыш иғлан итә һәм
2 ноябрь төнөндә төрөк сиктәре аша үтеп
инә башлай. 5 ноябрь Төркиәгә һуғышты
Англия, 6 ноябрь — Франция иғлан итә. 12
ноябрь Төркиә изге һуғыш, йәғни йыhат иғлан итә. Төркиә менән һуғыш
бер нисә фронта башлана, әммә Кавказ фронтында
айырыуса әүҙем бара.
Төрөк һалдаттары Һарыҡамыш
операцияһында
22 декабрь төрөк
ғәскәрҙәре һөжүме менән Һарыҡамыш операцияһы башлана. Һарыҡамыш өсөн ҡаты
алыштарҙа ике яҡ та ҙур юғалтыуҙарға
дусар була. Хәрби хәрәкәттәр ҡаты һыуыҡта
барғанлыҡтан, был операцияла бик күп
һалдаттар туңып үлә. 30 декабрь төнөндә
төрөктәр сигенеүгә күсә, 4 ғинуар төрөк
ғәскәрҙәренең өлөшө ҡамауҙа ҡалып, әсирлеккә
эләгә. Артабанғы алыштар ҙа төрөктәрҙең
еңелеүе менән тамамлана.
Алыҫ Көнсығыш фронты
Япония, Тымыҡ океандың көнсығыш өлөшөндә хакимлыҡ
яулауҙы маҡсат итеп ҡуйып, һуғышҡа ҡушыла
һәм Алыҫ Көнсығыштеатры барлыҡҡа килә.
15 август Япония Германияға, япон һәм ҡытай һыуҙарынан
бөтә немец хәрби караптарын сығарыуы
талап итеп, ультиматум ҡуя. Немец хөкүмәте
был ультиматумды яуапһыҙ ҡалдыра. 23 август
Япония Германияға һуғыш иғлан итә. Ноябрҙә
ныҡышмалы алыштарҙан һуң япондар Германияның
мөһим хәрби диңгеҙ базаһын — Циндао ҡәлғәһен баҫып ала. Сентябрҙә
— ноябрҙә Германия үҙенең Тымыҡ океандағы
барлыҡ колониаль биләмәләрен юғалта.
Япондар Германияға ҡараған утрауҙарҙы
баҫып ала. Шуның менән Японияның һуғышта
ҡатнашыуы тамамлана.
Африкалағы һуғыш
хәрәкәттәре
Һуғыш хәрәкәттәре Германияның Африкалағы колонияларында — Того, Камерун, Көньяҡ-көнбайыш һәм Көнсығыш Африкала ла бара, әммә бында бик аҙ һанлы
отрядтар эш итә. Тора-бара Германия үҙенең
барлыҡ колонияларын юғалта, Тогоны иһә 1914 йылдың 24 авгусына
берләшкән француз һәм инглизкөстәре баҫып ала.
Диңгеҙҙәге һуғыш
Немец крейсерҙарының
океандағы хәрби хәрәкәттәре башта уңышлы
бара. Улар сауҙа һәм хәрби йөк ташыу транспорттарын
батырып, һыу юлы элемтәһен үҙ контроле
аҫтында тота. Германияның адмирал Шпее етәкселегендәге крейсер эскадраһы 1914 йылдың 1 ноябрендә
инглиз эскадраһын туҙҙыра, ике инглиз
крейсерын батыра. 8 декабрь көнө инглиздәр
Шпеены Фолкленд утрауҙары янында ҡыуып тотоп, ҡыйратыуға
өлгәшә. Шпееның бөтә караптары батырыла,
иҫән ҡалған «Дрезден»ды инглиздәр 1915 йылдың мартында батырып
ҡуя.
Төп диңгеҙ алыштары Төньяҡ диңгеҙҙә бара. Бында 28 август инглиз
крейсер эскадраһы Гельголанд утрауы янында немец крейсерҙарына
һөжүм итә. Һөҙөмтәлә өс немец крейсеры
һәм бер эсминецы батырыла.
Һуғыштың тәүге айҙарында
уҡ диңгеҙ алыштарында һыу аҫты кәмәләрене
уңышлы ҡулланыла. 22 сентябрь немец һыу
аҫты кәмәһе ярҙамында бер-бер артлы өс
инглиз бронялы крейсерын батыра. Ошо
ваҡиғанан һуң яңы һуғыш ҡоралының роле
ныҡ арта.
Ҡара
диңгеҙҙә 28 декабрь рус миналарына
эләгеп Босфор боғаҙы янында немец «Гебен» крейсеры
эшлектән сыға. Был рус флотының Ҡара диңгеҙҙәге
хакимлығына булышлыҡ итә.
Диңгеҙ һуғыштарының
төп һөҙөмтәһе — Англия тарафынан Германия
ярҙарының ҡамалыуы — һуғыш барышына
ныҡ йоғонто яһай.[8]
1914 йылғы һуғыш
хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
1914 йылғы кампания
һуғыштағы бар ҡатнашыусыларҙың
да көстәрен һәм мөмкинлектәрен
һынай. Германияның ҡыҫҡа һуғыш планы ҡыйрала, бының
урынына оҙайлы һуғыш башлана. Әммә дәүләттәр
бындай һуғышҡа әҙер булмай сыға — 1914
йылғы ҡанлы алыштар ғәскәрҙәрҙе хәлһеҙләндерә,
ҡорал, припастар етешмәй. Айырыуса рус
ғәскәрҙәренең торошо насар була — корпустарҙа
бер нисә меңәр кешегә ҡорал етмәй. 1914
йылғы операциялар ҙур күләмле ғәскәрҙәр
менән етәкселек итеүҙәге етешһеҙлектәрҙе
күрһәтә, был айырыуса француз һәм рус ғәскәрҙәрендә һуғыштың тәүге
көндәренән үк күҙәтелә.
Һуғыш позицион төҫ
алыу менән хәрби операциялар башҡарыу
юлдары ла үҙгәрә, һуғышҡа тиклемге уставтар
яңы һуғыш талаптарына яуап бирмәй. Ике
яҡ командованиеның да көсө ҡаршы яҡтың
ҡурғауын өҙөүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ траншеялар
һәм башҡа нығытмалар яһау кәрәклеге инженер
ғәскәрҙәренең роле артыуына килтерә.
Дөйөм алғанда, 1914 йылғы
һуғыш хәрәкәттәре Антантаның еңеүе менән тамамлана — Марнала немецтар, Галицияла австрийлылар, Кавказда төрөктәруңышһыҙлыҡҡа дусар була.[5][8]
1915 йылғы һуғыш
хәрәкәттәре
Германия командованиеһы Рәсәйҙе ҡыйратып, һуғыштан сығарыуға
иҫәп тотоп, баҫымды көнсығышҡа күсерергә
ниәтләй. Шулай итеп, 1915 йылда төп һуғыш хәрәкәттәре
Көнсығыш фронтта бара. Был арала Антантаның үткән йылдағы кеүек үк дөйөм
стратегик планы булмай. Шулай ҙа Англия һәмФранция бер-береһе менән тығыҙыраҡ
бәйләнеш тота һәм артабанғы һуғышты Рәсәй иҫәбенә алып барырға ниәтләй.
Германия һөжүмен Көнсығышҡа күсереүенән
файҙаланып, улар үҙҙәренең сәнәғәтен
һуғышҡа яраҡлаштырыу, хәрби көстәрен
нығытыу менән була. Рәсәйҙән иһә әүҙем
һөжүм талап итә.
Көнсығыш фронт
“ |
Союздаштар
рус һалдатының һуңғы ҡанына ҡәҙәр һуғыш
алып барырға булды. |
” |
— Һалдаттар
араһында таралған фраза, Головин H. H. Военные усилия России в Мировой
войне. — Париж: Т-во объединённых издателей,
1939 |
Көнсығыш Пруссия
һәм Карпат тауҙары
Көнсығыш Пруссия
һәм Карпат тауҙары
Февраль—март Көнсығыш Пруссияла һәм Карпат тауҙарында ҡаты алыштар тоҡана. Көнсығыш
Пруссиялағы ҡышҡы операцияларҙың һөҙөмтәһендә
немец командованиеһының рус ғәскәрҙәрен
төньяҡтан ҡамап алыу планы тормошҡа ашырыла
алмай, шул уҡ ваҡытта рус ставкаһының
Көнсығыш Пруссияны алыу ниәте лә үтәлмәй.
1915 йылдың ғинуарында башланған Карпат
тауҙарындағы операция һөҙөмтәһендә 9
(22) март Австро-Венгрияның 120 мең кешелек гарнизоны әсирлеккә эләгә. Әммә рус ғәскәрҙәре
был уңышты артабан үҫтерә алмай — ҡорал
һәм припастар етешмәүе үҙенекен итә.
29 март (11 апрель) Карпаттағы һөжүм туҡтап
ҡала.
Горлицела ҡурғау өҙөлөүе
1915 йылда рус
фронтының өҙөлөүө
Рус ғәскәрҙәренең
Карпаттағы уңышынан һуң Австро-Венгрияға уларҙың Венгрия тигеҙлегенә сығыуы ҡурҡынысы янай. Германияның юғары командованиеһы был хәлдән
сығыу өсөн әҙерләгән Горлице операцияһының эҙемтәһе бөтә рус фронты өсөн
ифрат ауыр була. Был операция бик ентекле
һәм бик йәшерен әҙерләнә. Пландары асылмаһын
өсөн немецтар ғәскәрҙәрен Көнбайыш фронттан Галицияға урау юлдан килтерә. Һөжүм 19
апрель (2 май) башлана, алдан билдәләнгән
урынға — Горлице ҡалаһы тирәһенә туҡтауһыҙ артиллерик
ут ҡатыш мина яуҙырыла. 22 апрелгә (5 май)
ҡурғау өҙөлә. Рус ғәскәрҙәре сигенә башлай.
Май башына улар Сан һәм Днестр йылғаларына килеп етә, 3 (16) июнь Перемышлде, 9 (22) июнь Львовты ҡалдыра. Шулай итеп, ике ай эсендә
рустар Галициянан китергә мәжбүр була.
Польшалағы операциялар
«Ат». Николай Самокиш рәсеме, 1915 йыл
Рустарҙың фронт һыҙығы
был ваҡытҡа Нарев йылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Осовецтан көньяҡҡа, көнбайыштан Варшава һәм Ивангородты урап үтеп, Көнбайыш Буг
йылғаһынатоташа һәм дуғаны
хәтерләтә. Немецтар ошо «дуғаның» ике
яғынан һөжүм итеп, рус ғәскәрҙәрен ҡамауға
алырға һәм ҡыйратырға ниәтләй. Июнь аҙағында
төньяҡтан һәм көньяҡтан һөжүм башлана,
рустар ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Әммә немецтарҙың
ниәтен аңлап алған рус командованиеһы
ғәскәрҙе дошман ҡыҫымынан сығарып, сигенергә
бойора. Рустар ҡаты яуҙар алыр бара-бара,
өс ай дауамында сигенә һәм Польшаны ҡалдыра. Сентябрь аҙағына —
октябрь башына фронт яйланып, Балтик диңгеҙенән алып Румыния сиктәренә тиклем һуҙылған фронтта
позицион алыш башлана.
Ике яҡтан да юғалтыуҙар
ҙур була, ғәскәрҙәр бик нык хәлһеҙләнә. Германияның йәйге операциялары уңышлы тамамлана,
шулай ҙа стратегик планы үтәлмәй ҡала.
Көнбайыш фронт
Ипр йылғаһы буйында
газ атакаһы
“ |
Тирә-яҡты
төтөндөң тәүге болоттары сорнап, кешеләрҙе
тонсоҡтороп, үлем ғазабында үрһәләндергәндә
ғәскәрҙәрҙе башта ғәжәпләнеү, һуңынан
ҡот осоу һәм ниһайәт кәүкә ялманы. Кем
ҡуҙғала ала, шул башлыса юҡҡа, эҙәрлекләгән
ҡотолғоһоҙ хлор төтөнөн ҡыуып үтергә
тырышып йүгерҙе. |
” |
— Һөжүмдең
шаһиттары һүҙҙәренән. А. Фрайс, К. Вест.
Химическая война. М., 1924 |
Көнбайыш театрҙа был
ваҡытта ике яҡ та үҙенең ҡурғауын нығытыу
менән булыша. Шул уҡ ваҡытта немецтар
ҙа, инглиз менән француздар ҙа позицион
фронтты өҙөү юлдарын эҙләй. Был маҡсат
менән, ул ғына ла түгел, Галицияла әҙерләнгән операциянан иғтибарҙы
ситкә йүнәлтер өсөн, немецтар 22 апрель Ипр йылғаһы буйында химик ҡорал ҡуллана.
180 мең кг. хлор инглиз корпусына табан
5 минут дауамында ебәрелә. Хлор менән
ағыуланып, 15 мең кеше зарарлана, 5 мең
кеше үлә. Ипрҙа ҡурғау өҙөлә, әммә немецтарҙың
был уңышты ҡулланыр өсөн етерлек ресурстары
булмай.
Көнбайыш театрҙа был
ваҡытта ике яҡ та үҙенең ҡурғауын нығытыу
менән булыша. Шул уҡ ваҡытта немецтар
ҙа, инглиз менән француздар ҙа позицион
фронтты өҙөү юлдарын эҙләй. Был маҡсат
менән, ул ғына ла түгел, Галицияла әҙерләнгән операциянан иғтибарҙы
ситкә йүнәлтер өсөн, немецтар 22 апрель Ипр йылғаһы буйында химик ҡорал ҡуллана.
180 мең кг. хлор инглиз корпусына табан
5 минут дауамында ебәрелә. Хлор менән
ағыуланып, 15 мең кеше зарарлана, 5 мең
кеше үлә. Ипрҙа ҡурғау өҙөлә, әммә немецтарҙың
был уңышты ҡулланыр өсөн етерлек ресурстары
булмай.
Иприт менән ағыулынғанКанада һалдаты
Немецтар бығаса ла
химик снарядтар менән һөжүм иткән була.
Шулай ҙа нәҡ Ипр буйында улар, халыҡ-ара
конвенция шарттарын боҙоп, химик ҡоралды
ҙур күләмдә ҡуллана. Был һөжүм немецтарға
артыҡ уңыш килтермәй, әммә бынан ары химик
ҡоралды ике яҡ та ҡулланыуҙан тартынмай.
Тоҡанып киткән газ һуғышында яңынан-яңы
саралар керетелә, шулай уҡ химиҡ ҡоралдан
һаҡланыу саралары ла үҫешә башлай. 1915
йылда уҡ марля битлектәргә алмашҡа противогаздар
керетелә.
Шампань һәм Артуалағы
операциялар
Майҙың 9-нан 15-нә тиклем Артуала француздар немец ҡурғауын
өҙөргә тырышып, һөжүм итә. Һөҙөмтәлә 2
километрға үтеп инеүгә өлгәшә, әммә дошман
позициялары ныҡлы булып сыға. Инглиз
һәм француздарҙың был һәм май—июндә
алып барған бөтә һөжүмдәре немец командованиеһын
уларҙың Көнбайыш фронтта әүҙем операциялар
алыу ниәттәре юҡлығына ышандыра ғына.
Шулай ҙа Антанта илдәрен Көнсығыш фронттағы
уңышһыҙлыҡтар борсоуға һала. Союздың
берҙәм һуғыш планы булмауы кире һөҙөмтә
биреүен дәүләттәрҙең юғары командованиеһы
танырға мәжбүр була. 7 июль Шантильила француз ғәскәрҙәре башлығы Жоффр тәҡдиме буйынса беренсе союз-ара
конференция йыйыла. Был конференцияла
австро-немец ғәскәрҙәре союздаш илдәрҙең
береһенән икенсеһенә төп һөжүмен күсереп,
уларҙы бер-бер артлы һуғыштан сығырасағы,
уңышҡа ирешеү өсөн Антантаға бер нисә
фронтта бер юлы һөжүм итеү кәрәклеге
таныла.
Июль уртаһынан инглиз-француз
ғәскәрҙәре ҙур күләмдәге операцияға
әҙерлек башлай. Германия фронтын өҙөүҙө Артуала һәм Шампандә башҡарырға ҡарар ителә. Әммә
һөжүмгә әҙерлек оҙаҡҡа һуҙылып, сентябрь
аҙағында ғына башлана. Был ваҡытҡа рустар
үҙ фронтында байтаҡҡа сигенеп, позицион
һуғыш алып бара, ә немецтар үҙ сиратында
инглиз-француздарға ҡаршы үҙ ғәскәрҙәрен
йүнәлтерлек хәлдә була.
Информация о работе Беренсе донья һуғышы