Беренсе донья һуғышы
Автор работы: Пользователь скрыл имя, 12 Мая 2015 в 21:42, реферат
Краткое описание
XIX быуатта төп Европа көстәре Европала көстәр балансын һаҡлау өсөн бер-береһе менән сәйәси берлектәр — альянстар төҙөй башлай, 1900 йылға континентта был берлектәрҙең ҡатмарлы селтәре хасил була. Был йүнәлеш 1815 йылда Пруссия, Рәсәй һәм Австрия араһында Изге берлек төҙөлөүөнән башлана. Артабан 1873 йылдың октябрендә Герман империяһының канцлеры Отто фон БисмаркАвстро-Венгрия, Рәсәй һәм Германия монархтары араһында Өс император берлеге(нем. Dreikaiserbund) булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был берлек үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алмай. Уның урынына 1879 йылда Австро-Венгрия һәм Германия Ике яҡлы берлек (йәки Австро-Венгрия килешеүе) төҙөй. 1882 йылда был берлеккә Италия ҡушыла һәм альянс Өс яҡлы берлек исемен ала.
Содержание
• 1 Һуғыштың сәбәптәре o 1.1 Империализм o 1.2 Берлектәр o 1.3 Милитаризм o 1.4 Милләтселек • 2 1914 йылдың июле көрсөгө • 3 Һуғыш барышы o 3.1 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәре 3.1.1 Көнбайыш фронт 3.1.1.1 Сик алыштары 3.1.1.2 Марна алышы 3.1.1.3 «Диңгеҙгә йүгереү» 3.1.1.4 Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре 3.1.2 Көнсығыш фронт 3.1.2.1 Көнсығыш Пруссиялағы операция 3.1.2.2 Галиция операцияһы 3.1.2.3 Варшава-Ивангород операцияһы 3.1.2.4 Лодзь операцияһы 3.1.3 Башҡа фронттар 3.1.3.1 Балҡан театры 3.1.3.2 Кавказ фронты 3.1.3.3 Алыҫ Көнсығыш фронты 3.1.3.4 Африкалағы һуғыш хәрәкәттәре 3.1.4 Диңгеҙҙәге һуғыш 3.1.5 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе o 3.2 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәре 3.2.1 Көнсығыш фронт 3.2.1.1 Көнсығыш Пруссия һәм Карпат тауҙары 3.2.1.2 Горлицела ҡурғау өҙөлөүе 3.2.1.3 Польшалағы операциялар 3.2.2 Көнбайыш фронт 3.2.2.1 Ипр йылғаһы буйында газ атакаһы 3.2.2.2 Шампань һәм Артуалағы операциялар 3.2.3 Башҡа фронттар 3.2.3.1 Италия фронты 3.2.3.2 Балҡан фронты 3.2.3.3 Алыҫ Көнсығыштағы һуғыш хәрәкәттәре 3.2.4 Диңгеҙ һуғыштары 3.2.5 1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе o 3.3 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәре 3.3.1 Көнбайыш фронт 3.3.1.1 Верден операцияһы 3.3.1.2 Сомма операцияһы 3.3.2 Көнсығыш фронт. Брусилов һөжүме 3.3.3 Башҡа фронттар 3.3.3.1 Румыния фронты 3.3.3.2 Италия фронты 3.3.4 Диңгеҙҙәге һуғыш 3.3.4.1 Ютландия алышы 3.3.5 1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе o 3.4 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәре 3.4.1 Көнсығыш фронт 3.4.1.1 Митава операцияһы 3.4.1.2 Февраль инҡилабы 3.4.1.3 Октябрь инҡилабына тиклем 3.4.1.4 Октябрь инҡилабы һәм солох тураһында декрет 3.4.2 Көнбайыш фронт 3.4.2.1 Нивель операцияһы 3.4.2.2 Мессин, Ипр, Верден, Мальмезон операциялары 3.4.2.3 Камбре алышы 3.4.3 Башҡа фронттар 3.4.3.1 АҠШ-ның һуғышҡа ҡушылыуы 3.4.3.2 Италия фронты 3.4.4 Диңгеҙҙәге һуғыш 3.4.5 1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе o 3.5 1918 йыл һәм һуғыш тамамланыуы 3.5.1 Көнсығыш фронт. Брест солохо 3.5.2 Көнбайыш фронт 3.5.2.1 Пикардиялағы һәм Фландриялағы һөжүм 3.5.2.2 Эн буйындағы һөжүм 3.5.2.3 Икенсе Марна алышы 3.5.2.4 Амьен алышы 3.5.2.5 Дөйөм һөжүм һәм һуғыш тамамланыуы 3.5.3 Башҡа фронттар 3.5.3.1 Балҡан, Салоник фронттары 3.5.3.2 Месопотамия, Сүриә-Фәләстан фронттары 3.5.3.3 Италия театры. Австро-Венгрияның тарҡалыуы 3.5.4 1918 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе • 4 Солох тураһында килешеүҙәр • 5 Башҡорттар Беренсе донъя һуғышы осоронда • 6 Һуғыштың эҙемтәләре • 7 Һуғыш тураһында хәтер • 8 Һылтанмалар • 9 Әҙәбиәт
Прикрепленные файлы: 1 файл
Көнсығыш фронт. Брест
солохо
“
Бер илгә
дә яҙмыш Рәсәйгә булған кеүек аяуһыҙ
булмай. Уның карабы һыу аҫтына яр күренгәс
китә. Ул барыһы ла емерелгәндә дауылды
инде үткәргән була. Бөтә ҡорбандар һалынған,
эш тамамланған була.
”
— У. Черчилль.
Мировой кризис 1916-18. Т. 1. 1927. Лондон
Ваҡытлы солох ҡабул
ителгәндән һуң Үҙәк дәүләттәр менән Рәсәй араһында солох шарттары тураһында
һөйләшеүҙәр башлана. Үҙәк дәүләттәрҙең
талабы буйынса Рәсәй Польшанан, Литвананһәм Эстония, Латвия, Украина, Белоруссияның өлөшөнән баш тартырға тейеш
була. Совет делегацияһы вәкиле Троцкий был шарттарҙа килешеүгә ҡул
ҡуйыуҙан баш тарта һәм һуғышты бер яҡлы
тамамлауҙы иғлан итә. Быға яуап итеп Германия ваҡытлы солохто боҙа һәм Көнсығыш
фронта һөжүмгә күсә, Кавказда төрөктәр һөжүм башлай. 23 ферваль
Германия тағы ла ауырыраҡ шарттар менән
ультиматум ҡуя. 1918 йылдың 3 мартында Брест-Литовскта солох килешеүе төҙөлә. Шуның
менән Рәсәй һуғыштан сыға. Килешеү буйынса
Рәсәй ғәйәт ҙур территорияһын ‒ 56 миллион
кеше йәшәгән 1 миллион кв. км.-ға яҡын ерен
юғалта, бынан тыш, совет власы Германияға
6 миллиард марка күләмендә контрибуция
түләргә тейеш була.[5][3][22]
Ваҡытлы солох ҡабул
ителгәндән һуң Үҙәк дәүләттәр менән Рәсәй араһында солох шарттары тураһында
һөйләшеүҙәр башлана. Үҙәк дәүләттәрҙең
талабы буйынса Рәсәй Польшанан, Литвананһәм Эстония, Латвия, Украина, Белоруссияның өлөшөнән баш тартырға тейеш
була. Совет делегацияһы вәкиле Троцкий был шарттарҙа килешеүгә ҡул
ҡуйыуҙан баш тарта һәм һуғышты бер яҡлы
тамамлауҙы иғлан итә. Быға яуап итеп Германия ваҡытлы солохто боҙа һәм Көнсығыш
фронта һөжүмгә күсә, Кавказда төрөктәр һөжүм башлай. 23 ферваль
Германия тағы ла ауырыраҡ шарттар менән
ультиматум ҡуя. 1918 йылдың 3 мартында Брест-Литовскта солох килешеүе төҙөлә. Шуның
менән Рәсәй һуғыштан сыға. Килешеү буйынса
Рәсәй ғәйәт ҙур территорияһын ‒ 56 миллион
кеше йәшәгән 1 миллион кв. км.-ға яҡын ерен
юғалта, бынан тыш, совет власы Германияға
6 миллиард марка күләмендә контрибуция
түләргә тейеш була.[5][3][22]
Көнбайыш фронт
Пикардиялағы һәм
Фландриялағы һөжүм
“
Нимә еңеүгә
иҫәп тоторға хоҡуҡ бирә ине? … Өмөт...
Ғәскәр башлығы ғәскәрен, иң ауырҙы һәм
хатта мөмкин булмағанды сыҙарына ышанып,
дошман утына алып бара торған өмөт.
”
— Воспоминания
Гинденбурга. Сокращ. перев. с немецк. Л.
Щегло. Центральное кооперативное издательство
«Мысль». Петроград — 1922
1918 йылдың яҙында немец командованиеһы
американдар Көнсығыш фронтта көс тупламаҫ
элек инглиз-француздарға көслө һөжүм
яһап, уларҙы тар-мар итергә ниәтләй. Бының
өсөн улар ҡыш буйы ныҡлап йәшерен операция
әҙерләй һәм 21 март таң менән Пикардияла һөжүм башлай. Тәүге ике көн
ҡурғау өҙөлөп, немецтар алға табан уңышлы
хәрәкәт итә. Инглиз ғәскәрҙәре диңгеҙгә,
француздар Парижға табан сигенә. 26, 27 март немец
ғәскәрҙәре француз дивизияларын ҡыйратып,
алға ынтылыуын дауам итә, әммә 28 март
һөжүм баҫыла башлай. 4 апрель Амьенды алыу өсөн башланған һуңғы алыш
уңышһыҙлыҡҡа тарый, ошоноң менән операция
тамамлана.
1918 йылдың яҙында немец командованиеһы
американдар Көнсығыш фронтта көс тупламаҫ
элек инглиз-француздарға көслө һөжүм
яһап, уларҙы тар-мар итергә ниәтләй. Бының
өсөн улар ҡыш буйы ныҡлап йәшерен операция
әҙерләй һәм 21 март таң менән Пикардияла һөжүм башлай. Тәүге ике көн
ҡурғау өҙөлөп, немецтар алға табан уңышлы
хәрәкәт итә. Инглиз ғәскәрҙәре диңгеҙгә,
француздар Парижға табан сигенә. 26, 27 март немец
ғәскәрҙәре француз дивизияларын ҡыйратып,
алға ынтылыуын дауам итә, әммә 28 март
һөжүм баҫыла башлай. 4 апрель Амьенды алыу өсөн башланған һуңғы алыш
уңышһыҙлыҡҡа тарый, ошоноң менән операция
тамамлана.
Немецтар Пикардиялағы
хәрби хәрәкәт менән стратегик маҡсаттарына
ирешә алмай, әммә был һөжүм — уларҙың
Көнсығыш театрҙа алып барған алыштарының
иң уңышлыһы.
Был операцияның дауамы
булараҡ немец ғәскәрҙәре 9 апрелдә Фландрияла һөжүм башлай. Тәүге көндәрҙә
уңышлы барған һөжүм оҙаҡҡа һуҙыла башлай.
17 апрелдән алып ул һүлпән дауам итеп,
29 апрель туҡтатыла.[5]
Эн буйындағы һөжүм
Бер ай хәл алғандан
һуң, немец ғәскәрҙәре 27 май Эн йылғаһы буйында яңы һөжүм башлай. Операцияға
әҙерлекте улар һуңғы көнгә тиклем йәшерен
тотоуға өлгәшә. Һөжүм немецтар өсөн бик
уңышлы башлана, 29 май улар Суассонды ала, Парижды алыҫка атыусы ҡорал менән ут
аҫтында тота башлай, 30 майҙа немецтар Марна йылғаһы буйында була. Тик 30 майҙа уңыш
союздаштар ҡулына күсә. 2 июнь алыш баҫыла
башлай һәм дүрт көндән бөтөнләй туҡтай.
9—13 июня немецтар Компьен йүнәлешендә һөжүмде яңырта,
тик был һөжүм уңышһыҙлыҡҡа тарый.
Ғөмүмән алғанда, Эн
буйындағы алышта немецтар 60 километрға
алға китеүгә өлгәшә, фронт һыҙығынан
Парижға тиклем 70 километр ғына ара ҡала.[5][7]
Икенсе
Марна алышы
Германиянан фронтҡа әленән-әле халыҡтын
революцион кәйефе, илдәге забастовкалар,
аслыҡ тураһында хәбәрҙәр килеп тора.
Дезертирҙар, дошман яғына сығыусылар
көндән-көн арта бара. Шулай ҙа немец командованиеһы
еңеү килтерерҙәй һөжүмгә өмөт итә әле. Францияға Америка ғәскәрҙәре ағылыуы немец командованиеһын
ҡабаланырға мәжбүр итә.
15 июль таң менән
ул Марна буйында һөжүм башлай. Әммә иҫәпкә
алынған көтөлмәгәнлек юҡҡа сыға — француздар
һөжүмдең башланыр ваҡытын сәғәтенә тиклем
белеп, контрһөжүмгә әҙерләнә, төп көстәрен
ул икенсе позицияға күсерә. Шулай итеп,
немецтарҙың беренсе позицияға йүнәлтелгән
артиллерик әҙерлеге файҙа бирмәй, икенсе
позицияла иһә улар көслө ут аҫтында ҡала.
Операция уңышһыҙлыҡҡа тарый. 18 июль француздар
көслө контрһөжүмгә күсеп, немец ғәскәрҙәрен
сигенергә мәжбүр итә.
Йәнә Марна, 1914 йылдағы кеүек үк, һынылыш
урынына әүерелә, Париж барлыҡҡа килгән хәүефле хәлдән
ҡотола.[9]
Амьен алышы
Амьендың тимер юлдарына хәүефһеҙлек
тәьмин итер өсөн, инглиздәр ошо райондағы
тар фронтта ҡыҫка һөжүм планлаштыра.
8 август иртән немецтарға ҡаршы артиллерик
әҙерлекһеҙ бик күп танктар ебәрелә, һуңғылары
ҡыйынлыҡһыҙ ҡурғау һыҙығын өҙөп үтә.
Һөжүм икенсе көнгә үк һүрәнләнә башлай
һәм 13 августа туҡтап ҡала.
Был алышҡа союздаштар
сикле маҡсаттар ҡуйһа ла, уның мораль
әһәмиәте ҙур булып сыға. Немецтарға көтөлмәгән
һөжүм ғәйәт ныҡ тәьҫир итә. 8 август көнөн генерал Людендорф үҙенең иҫтәлектәрендә «немец
армияһының ҡара көнө» тип атай. 14 августа Германияның Генераль штабы етәксеһеГинденбург императорға немец ғәскәрҙәренең
һуғышыу һәләте юҡҡа сығыуын һәм дипломатик
юл менән һуғышты туҡтатырға кәрәклеген
еткерә.[12][9]
Дөйөм һөжүм һәм һуғыш
тамамланыуы
Германия армияһы ысынлап та бик ауыр
хәлдә була ‒ өҫтәмә көстәрҙең етмәүе
арҡаһында дивизиялар һаны, дивизияларҙағы
кешеләр һаны кәмей, ҡан ҡойоуҙы туҡтатыу
талабы көслөрәк яңғырай.
Дөйөм һөжүм
Август аҙағында союздаштар
инглиз, француз һәм американ ғәскәрҙәре
тарафынан өс яҡтан бер нөктәгә йүнәлгән
дөйөм һөжүм әҙерләй. 26‒29 сентябрь һәм
артабан бер-бер артлы бер нисә операция
башҡарыла. Америкағәскәрҙәренең тәржрибәһеҙлеге
сағыла, әммә дөйөм алғанда һөжүм уңышлы
башҡарыла. Союздаштар ҡурғау һыҙығын
өҙә, немецтар сигенә.
Германия хөкүмәте,
көрәштең өмөтһөҙлөгөн күреп, октябрь
башында уҡ АҠШ президенты Вильсонға ваҡытлы солох һорап мөрәжәғәт
итә. Ул арала Германияның үҙендә революция
тоҡана. 9 ноябрь Германия императоры Вильгелм IIтәхетенән баш тартырға мәжбүр
була һәм Голландияға ҡаса.
8 ноябрь Германия
делегацияһы Компьенға килә. 11 ноябрь ваҡытлы солох
килешеүенә ҡул ҡуйыла. Килешеү шарттары
буйынса, Германия баҫып алған территорияларын
таҙартырға, союздаштарға 5 мең ҡоралын,
25 мең пулеметын, 3 мең минометын, 1700 самолетын,
5 мең паровозын, 150 мең вагонын һәм 5 мең
автомобилен бирергә, әсирҙәрҙе азат итергә
мәжбүр була. Шуның менән һуғыш тамамлана.[5][7][3]
Башҡа фронттар
Балҡан, Салоник фронттары
1918 йылда Сербия һәм Черногорияның баҫып алынған ерҙәрендә халыҡ
оккупанттарға ҡаршы көрәшкә күтәрелә.
Революцион кәйеф австро-венгр ғәскәрҙәрендә
лә, Болгарияла ла көсәйә. Немецтар бөтә ғәскәрҙәрен
тиерлек Салоник фронтынан Көнбайыш фронтҡа
күсерә. Болгарияның хәленән иһә үҙаллы
тик һаҡланыу сараларын күреү генә килә.
14 сентябрҙә бында
башланған һөжүм һөҙөмтәһендә
кискә үҡ болгарҙарҙың ҡурғауы
өҙөлә. Болгарҙар меңләп әсир, артиллерия,
йөктәрен ҡалдырып, ҡабалан сигенә. Ғәскәрҙәренең
сигенеүен Болгария хөкүмәте көс менән
туҡтатырға тырыша, әммә был кире һөҙөмтә
бирә ‒ 24 сентябрь һалдаттар баш күтәрә
һәм башҡалаға ‒ Софияға табан ҡуҙғала. Германия ярҙамы менән ихтилал аяуһыҙ
баҫтырыла. Болгар ғәскәрҙәре союздаштарға
баш һала, 1918 йылдың 29 сентябрендә ваҡытлы
солох тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Уның шарттары буйынса, болгар ғәскәрҙәре Сербия һәм Греция ерҙәрен ҡалдырырға тейеш була.
Союздаштарҙың һөжүме Албания, Сербия, Румыния һәм Константиноплгә тарала.[7]
Месопотамия, Сүриә-Фәләстан
фронттары
Төркиәнең хәле лә бик мөшкөл була, уның
ғәскәрҙәрендә ҡорал һәм припастар етешмәй,
һалдаттары аслыҡтан интегә, эпидемик
ауырыуҙар көсәйә.
Месопотамия фронтында
хәрби хәрәкәттәр мартта башлана һәм бер
нисә торама пункт алына. Октябрҙә инглиздәр
һөжүмде яңырта һәм 31 октябрҙәМосулды ала.
Сүриә-Фәләстан фронтында
инглиздәр һөжүмде 19 сентябҙә башлай.
Төшкә төрөк фронты өҙөлә, һөжүмгә ҡаршы
тора алмай, төрөк ғәскәрҙәре тәртипһеҙ
рәүештә сигенә башлай. 1 октябрҙә Дамаск, 26 октябрҙә Алеппо алына. Фәләстанда төрөк ғәскәрҙәре ҡыйратыла.
Төркиә ауыр хәлен Болгарияның баш һалыуы тәрәнәйтә. 5 октябрь
төрөк хөкүмәте АҠШ президены Вильсонға солох тәҡдиме менән мөрәжәғәт
итә. 30 октябрҙә Мудроста Төркиә ваҡытлы килешеүҙең ауыр
шарттарын ҡабул итә. Төркиә Ҡара диңгеҙҙең боғаҙҙарын союздаштар өсөн
асырға, бөтә диңгеҙ флотын, бөтә ҡорал,
припастарын союздаштарға бирергә, уларға
Төркиәлә теләгән стратегик пункты биләргә
һәм тимер юлдары менән идара итергә рөхсәт
бирергә тейеш була.[7]
Италия театры. Австро-Венгрияның
тарҡалыуы
Австро-венгрияның тарҡалыуы картаһы
1917 йылда Капореттола ҡыйратылған итальян ғәскәрҙәренең
хәрби көсөн тергеҙеү өсөн хөкүмәт һәм
командование тарафынан оло көсөргәнеш
талап ителә. Англия һәм Франция ярҙамы менән еңелеүҙең ауыр
эҙемтәләре бөтөрөлә.
15 июнь Пьяве йылғаһы буйында австрийлылар һөжүм
башлай, әммә уңышҡа ирешә алмай. 20 июнь
операция туҡтай. 23 июнь итальяндарҙың
контрһөжүме һәм артиллерик уты аҫтында
австрийлылар Пьяве йылғаһы аша кире элекке
позицияларына ҡайта, ошо мәлдән австро-венгр
ғәскәрҙәре һуғышҡа һәләтлегенән тамам
мәрхүм ҡала.
Көнбайыш фронттағы
дөйөм һөжүм ваҡытында союздаш ғәскәрҙәр
етәксеһе генерал Фош Италия фронтында ла һөжүм башлауҙы
талап итә. Әммә итальян командованиеһы
Француз театрында һуғыштың аҙағы Антанта ыңғайына булыры күҙалланғас
ҡына, 25 октябрҙә башлай. Был ваҡытҡа Болгария ҡорал һалған, ә австро-венгр
ғәскәре тулыһынса тарҡалыу сигендә була.
Пьяве йылғаһы аша үтеү ауыр шарттарҙа
үтһә лә, һөжүм уңышлы тамамлана. 29 октябрҙә Австро-Венгрия солох һорай, 3 ноябрҙә Падуя ҡалаһында ваҡытлы килешеү төҙөлә.
Бының менән бергә Австро-Венгрия берҙәм дәүләт булараҡ юҡҡа
сыға — империя тарҡалып, урынына 28 октябрҙә Чехословакия
республикаһы, 28—29 октябрь төнөндә Словендар, хорваттар
һәм сербтар дәүләте барлыҡҡа килә, поляк
ерҙәре айырылып, Польшаға ҡушыла, 1 ноябрҙә Көнбайыш Украина
милли республикаһы, 16 ноябрҙә Венгрия республикаһы иғлан ителә. Революцион хәрәкәт
баҫымы аҫтында император Карл I тәхетенән баш тарта,Австро-Венгрия
империяһы юҡҡа сыға һәм Австрия республикаһы иғлан ителә.[7][9]
1918 йылғы һуғыш
хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе
1918 йылда Көнбайыш фронтта хәрби
хәрәкәттәр айырыуса әүҙем бара һәм туҡтауһыҙ
тиерлек 235 көн дауамында — 21 марттан алып
11 ноябргә тиклем — дауам итә. 400 километрға
һуҙылған фронтта 6 миллион кеше бәрелешә.
Германияның 1918 йылғы һуғыш стратегияһын
күп тарихсылар «ва-банк стратегияһы»
тип атай. Немец командованиеһы Германияның
сәйәси һәм иҡтисади ҡеүәтен артыҡ баһалап,
ғәйәт ҙур һәм үтәлмәҫлек маҡсаттарға
ирешергә ынтыла.
Антантаның 1918 йылғы һөжүмдәренә өҙлөкһөҙлөк
хас — һәр киләһе һөжүм алдағыһы тамамланмаҫ
элек үк башлана. Һөҙөмтәлә ҡаршы яҡ резервтарын
күсерергә мөмкинлеге булмайынса, бер
позиция артынан икенсеһен ҡалдырырға
мәжбүр була. Бынан тыш, был йылғы хәрби
хәрәкәттәр уңышлы һөжүм өсөн көтөлмәгәнлек
факторының мөһимлеген күрһәтә, көтөлмәгәнлеккә
ирешеү ысулдары ҡатмарлаша.
1918 йылда танк, һауа
ғәскәрҙәре һымаҡ яңы төр ғәскәрҙәр
күпләп ҡулланыла. Йәйәүле ғәскәрҙәрҙең
ҡоралланыуы, уларҙың артиллерия, танк
һәм авиация менән берлектә эш итеү ысулдары
камиллаша. Диңгеҙҙә һыу аҫты көстәренә
ҡаршы көрәш көсәйә.
Шулай итеп, 1918 йылғы
кампания Дүрт яҡлы берлектең баш һалыуы менән тамамлана.
4 йыл һәм 3 ай һуҙылған һуғыш аҙағына етә.[7][5][9]
Солох тураһында килешеүҙәр
1919 йылдың 18 ғинуарында Францияның Версаль һарайында союздаш илдәрҙең конференцияһы асыла. Конферецияла Үҙәк дәүләттәргә ҡаршы һуғышҡан йәки Германия менән дипломатик бәйләнештәрен
өҙгән 27 ил вәкиле ҡатнаша, әммә күтәрелгән
төп мәсьәләләр Англия, Франция һәм АҠШтарафынан хәл ителә. Рәсәй вәкилдәре уға бөтөнләй саҡырылмай.
Конференция дүрт империя — Германия империяһы, Австро-Венгр
империяһы, Рәсәй империяһы, Ғосман империяһы тарҡалыуын һәм яңы дәүләттәр
— Австрия, Чехословакия, Венгрия, Югославия, Румыния, Литва, Латвия, Эстония һәмФинляндия барлыҡҡа килеүен рәсми теркәй,
шулай уҡ бында Милләттәр
Лигаһы исеме аҫтында халыҡ-ара
ойошма булдырыла. Милләттәр Лигаһы алдына
тыныслыҡ булдырыу һәм халыҡтарҙың хәүефһеҙлеген
һаҡлау маҡсаттары ҡуйыла.
“
Был — унлап
миллион, шул иҫәптән иң мәҙәниәтле кешене
ҡол хәленә ҡалдырған, ҡолаҡ ишетмәгән,
талау солохо. Был — солох түгел, ә юлбаҫарҙар
ҡулда бысаҡ менән яҡлаусыһыҙ ҡорбанға
ҡуйған шарттар…
”
— В. И. Ленин, Полное собрание сочинений,
5 издание, т. 41, с. 352-353
Конференция һөҙөмтәһендә
Үҙәк дәүләттәр берлеге илдәре менән солох
килешеүҙәре әҙерләнә:
Конференция һөҙөмтәһендә
Үҙәк дәүләттәр берлеге илдәре менән солох
килешеүҙәре әҙерләнә:
Информация о работе Беренсе донья һуғышы