Хәҙерге башҡорт әҙәби теле стилдәренең үҫеше

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 09 Марта 2014 в 15:34, реферат

Краткое описание

Хәҙерге үҫешкән милли телдәрҙә — улар иҫәбенә башҡорт теле лә инә — телдең ике төп тәшкиләт (функция) сфераһы айырыла: китап теле һәм нейтраль-һөйләү (йәки һөйләү) теле,—уларҙың һуңғыһына фамильяр-ябай һөйләү (йәки ябай һөйләү) телмәре ҡушыла. Уларҙың таралыу һәм йәшәү әлкәһе традиция буйынса билдәле бер төрлө ижтимағи ситуацияла нығынған. Китап стиле— официаль аралашыуҙы, нейтраль-һөйләү стиле — көндәлек хеҙмәт-көнкүреш аралашыуын, фамильяр-ябай һөйләү стиле яҡын көнкүреш аралашыуын хеҙмәтләндерә. Ниндәй аралашыу әлкәһендә ҡулланылыуына ҡарап, бер үк мәғәнәләге, ләкин төрлө стилистик биҙәкле һүҙҙәр ҡулланылырға мөмкин (гүйә, төҫлө, һымаҡ, кеүек, шикелле; ҡатын, бисә, иптәш; туҡланыу, ашау, тамаҡ ашау; йәш түгеү, илау, балауыҙ һығыу һ. б.).

Прикрепленные файлы: 1 файл

реферат.doc

— 161.00 Кб (Скачать документ)

Башҡорт әҙәби телендәге рәсми эш стиленең оҙайлы тарихы бар. Уның тамырҙары XVI быуатҡа — Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу осорона китә: шул замандарҙан башлап Башкортостандағы рәсми эш башҡарыуға рус теленең ул ваҡыттарҙа формалашып өлгөргән рәсми эш стиле йоғонто яһай башлай. Бындай документтарға Урал — Волга буйы төрки телендә яҙылған гариза, прошение, акт, договор, суд документтары һымаҡ ҡағыҙҙарҙы индерергә мөмкин.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең рәсми эш стиле үҙенең совет осороның үҫеш дәүерендә әллә ни ҙур үҙгәрештәр кисермәне, ( уның рус әҙәби теленә бәйле барлыҡҡа килгән бай ғына бар ине. Тик рәсми эш стилендә ҡулланылған терминология гына ҡырҡа үҙгәрҙе.

 

 

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

1.Э.Ф. Ишбирҙин , И.Ғ. Ғәләүетдинова, Р.Х. Халикова. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. - Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1993. – 32о б.

2. Интернет селтәре

1 Кигкбаси Жәлил. Башҡорт теленең стилдәре һәм стилистикгга ҡарата // ( № Н. 78—79-сы биттәр).

 

2 Хусаинов Г. Б. Письмо Батырши императрице Елизавете Петровне как историко-литературный источник // Южноуральский археографический сборник. Уфа, 1973. Вып. 1. 122-се бит.

3 Сәйетбатталов Ғ. Ғ. Башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә М. Ғафуриҙың роле // Башҡортостан уҡытыусыһы. 1965. № 7—8. 13-сө бит.

4 Ломидзе Г. И. Интернациональный пафос советской литературы. Л., 1967. 204-се бит.

 

        5 Вахитов А. X. Идейно-художественные достижения современной башкирской прозы // Башкирская литература и литературный язык на современном этапе. Уфа, 1970. 61 -се бит.

6 Карим М. Богатство и заботы литературы // Вопросы литературы. 1974. № 8.

7 Бикбай Б. Тере тауыш // һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр. Өфө, 1983. 107-се бит.

 

         8 Һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр. 79—80-се биттәр.

9 Иҫәнғолов Ф. Арыш башағы. Өфө, 1970 (йәйәләрҙәге бит һандары ошо ' китаптағыса бирелә

10 Хөсәйенов, F. Башҡорт әҙәбиәтендә традицион жанрҙар системаһы // Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар системаһы. Өфө, 1980. 21-се бит.

11 Яҡты юл. 1923. № 7—8. 13-сө бит.

 

        12 Белем. 1924. № 12. 41-се бит.

13 Яны юл. 1923. № 5—6. 49—50-се биттәр.

14 Янылыҡ. 1929. № 11—12. 1—2-се биттәр.

15 Белем. 1924. № 12. 74-се бит.

 


 



Информация о работе Хәҙерге башҡорт әҙәби теле стилдәренең үҫеше