Хәҙерге башҡорт әҙәби теле стилдәренең үҫеше

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 09 Марта 2014 в 15:34, реферат

Краткое описание

Хәҙерге үҫешкән милли телдәрҙә — улар иҫәбенә башҡорт теле лә инә — телдең ике төп тәшкиләт (функция) сфераһы айырыла: китап теле һәм нейтраль-һөйләү (йәки һөйләү) теле,—уларҙың һуңғыһына фамильяр-ябай һөйләү (йәки ябай һөйләү) телмәре ҡушыла. Уларҙың таралыу һәм йәшәү әлкәһе традиция буйынса билдәле бер төрлө ижтимағи ситуацияла нығынған. Китап стиле— официаль аралашыуҙы, нейтраль-һөйләү стиле — көндәлек хеҙмәт-көнкүреш аралашыуын, фамильяр-ябай һөйләү стиле яҡын көнкүреш аралашыуын хеҙмәтләндерә. Ниндәй аралашыу әлкәһендә ҡулланылыуына ҡарап, бер үк мәғәнәләге, ләкин төрлө стилистик биҙәкле һүҙҙәр ҡулланылырға мөмкин (гүйә, төҫлө, һымаҡ, кеүек, шикелле; ҡатын, бисә, иптәш; туҡланыу, ашау, тамаҡ ашау; йәш түгеү, илау, балауыҙ һығыу һ. б.).

Прикрепленные файлы: 1 файл

реферат.doc

— 161.00 Кб (Скачать документ)

ИНЕШ

 

Хәҙерге тел белемендә тел стилдәренә ҡараш бер төрлө түгел — был иң алда тел нормаһы тигән төшөнсәне нисек аңлауҙан тора. Әгәр тел нормаһы тип теләһә ниндәй дөрөҫ халыҡ һөйләү телмәре танылһа, стиль дөйөм халыҡ һөйләү телмәренең бер төрө тип аңлатыла; әгәр тел нормаһы тип дөрөҫ әҙәби телмәр танылһа, стиль әҙәби телдең бер төрө тип билдәләнә.

Хәҙерге үҫешкән милли телдәрҙә — улар иҫәбенә башҡорт теле лә инә — телдең ике төп тәшкиләт (функция) сфераһы айырыла: китап теле һәм нейтраль-һөйләү (йәки һөйләү) теле,—уларҙың һуңғыһына фамильяр-ябай һөйләү (йәки ябай һөйләү) телмәре ҡушыла. Уларҙың таралыу һәм йәшәү әлкәһе традиция буйынса билдәле бер төрлө ижтимағи ситуацияла нығынған. Китап стиле— официаль аралашыуҙы, нейтраль-һөйләү стиле — көндәлек хеҙмәт-көнкүреш аралашыуын, фамильяр-ябай һөйләү стиле яҡын көнкүреш аралашыуын хеҙмәтләндерә. Ниндәй аралашыу әлкәһендә ҡулланылыуына ҡарап, бер үк мәғәнәләге, ләкин төрлө стилистик биҙәкле һүҙҙәр ҡулланылырға мөмкин (гүйә, төҫлө, һымаҡ, кеүек, шикелле; ҡатын, бисә, иптәш; туҡланыу, ашау, тамаҡ ашау; йәш түгеү, илау, балауыҙ һығыу һ. б.).

Телдең китап, һөйләү һәм ябай һөйләү сфераларында ҡулланылған фонематик, лексик һәм грамматик сараларҙың араһында принципиаль айырма юҡ. Мәҫәлән, баш, йылға, ҡарағай, атла-, күр-, ҡыҙыл, тәрән, мин, теге һәм башҡа бик күп һүҙҙәр китап һәм һөйләү сфералары өсөн уртаҡ була. Шул уҡ ваҡытта һәр бер тәшкиләт сфераһы үҙенә генә хас ҡайһы бер фонетик һәм грамматик ҡоролошо һәм лексик составы менән айырылып та тора. Китап теленә бөтә сараларҙың да ныҡлы кодификацияланған (нормалаштырылған) булыуы хас. Уның айырым элементтары һөйләү телмәрендә ҡулланылмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, хәл әйтемдәре менән ҡатмарланған синтаксик конструкциялар йәки ләкин, сөнки, йәғни һәм башҡа теркәүестәр менән килгән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр башлыса әҙәби телдең китап сфераһында ғына ҡулланыла. Ә киреһенсә, әҙәби тел өсөн сиҡ ҡына (саҡ ҡына урынына), белекис (бәләкәй йәки бәләкәс урынына), ҫоғон (һоғон урынына), тилиграм һуғыу (телеграмма тапшырыу урынына), тәгәрләт (тәгәрәт урынына) һымаҡ күберәк һөйләү сфераһында ҡулланылған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр хас түгел.

Әҙәби телгә ҡарата стилдәрҙең нейтраль булыуы стилдәр барлыҡҡа килеүенең һәм эшләнешенең милли үҙенсәлектәренә бәйле. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле реализмдың сәскә атҡан осоронда барлыҡҡа килгән; күп быуатлы йәнле телмәргә нигеҙләнгән яҙма традициялары булмағанлыҡтан һәм башлыса дөйөм халыҡ һөйләү телмәренә ҡоролғанлыҡтан, уның нейтраллеге ябай һөйләү телмәренә ҡарайыраҡ йүнәлтелгән. Шуға күрә лә ябай һөйләү телмәре менән башҡорт әҙәби теле араһында, әгәр диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмағанда, әллә ниндәй ҙур айырма юҡ. Ә бына реализмдың башланғыс осоронда формалашҡан, боронғо яҙма традициялары бай булған рус әҙәби теленең, бигерәк тә классицизм осоронда уҡ ойошҡан француз әҙәби теленең нейтраллеге яҙма традицияларға нигеҙләнеп, ябай һөйләү формаһынан нығыраҡ алыҫлашҡан. Был яҡтан хәҙерге башҡорт әҙәби теле Урал — Волга буйы төрки теленең лексик-грамматик үҙенсәлектәрен нығыраҡ һеңдергән татар әҙәби теленән дә бер ни тиклем айырыла.

Башҡорт лингвистикаһында телселәр тел стиленә башлыса Ж. Ғ. Киекбаевтың ҡарашына нигеҙләнәләр, ә уның фекеренсә, стилистиканың ике төрө айырыла: жанр стилистикаһы йәки жанрҙар стиле һәм грамматик стилистика. Ж. Ғ. Киекбаев аңлауынса, жанр стилистикаһы йәки жанрҙар стиле «яҙма телдәрҙә, шул иҫәптән матур әҙәбиәттә лә, әҙәби телдең төрлө һүрәтләү сараларын файҙаланыуҙы өйрәнә», «грамматик стилистика конкрет бер телдең яҙыу һәм һөйләү телмәрендә, шул иҫәптән грамматик ҡағиҙәләре, закондары һәм лексик нормалары талап иткәнсә, уның грамматик формаларын, лексик берәмектәрен (һүҙҙәрен), телмәрҙең маҡсатына ҡарап, теге йәки был жанр стилендә дөрөҫ ҡулланыуҙы өйрәнә» 1. Шулай итеп, ул жанр стилистикаһын әҙәби эслуб менән тиң ҡуйып ҡарай, ә әҙәби эслуб үҙ нәүбәтендә эстетик категория булараҡ стиль проблемаһы менән тығыҙ бәйләнгән.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

1 БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ КИТАП СФЕРАҺЫНДА ҠУЛЛАНЫЛЫУЫ  

Һүҙлек составы яғынан да, фонетик һәм грамматик ҡоролошо яғынан да нормалаштырылған әҙәби тел стилдәр системаһынан тора. Әҙәби стилдәр тип тарихи ерлектә барлыҡҡа килгән берҙәм фоиешк һәм грамматик ҡоролошло, ләкин йәшәү осоронда махсус телмәр төҙөлөшөнә, билдәле бер телмәр саралары йыйылмаһына һәм уларҙы ҡулланыуҙың традицион нормаларына нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән әҙәби телдең төрҙәренә әйтәләр. Әҙәби телдең стилдәре туранан-тура әҙәбиәт жанрҙарының төрҙәренә бәйләнгән, шуға күрә стилдәрҙе төркөмләү ни тиклем генә күп төрлө булһа ла, уларҙың нигеҙендә жанр принцибы ята.  Төрлө тарихи эпохаларҙа йәмғиәт һәм тел үҫешенә буйһоноп, стилдәрҙең дә үҙенсәлектәре һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәре үҙгәрә. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең ҡайһы бер стилдәре бик борондан формалашҡан һәм күп быуаттар буйына йәшәп килә, ә икенселәре яңыраҡ барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, башҡорт әҙәби телендә матур әҙәбиәт, официаль документ һәм эпистоляр стилдәр урта быуаттарҙа уҡ тыуып, үҙҙәренең үҫеш осоронда ҙур үҙгәрештәргә бирелгәндәр. Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә ижтимағи-публицистик стиль XIX быуаттың икенсе яртыһында ғына формалашҡан, тип әйтергә мөмкин, ә фәнни стиль совет осоронда ғына юлға һалынған. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, XIX быуатҡа тиклем, үрҙә күрһәтелгән боронғо ҡайһы бер стилдәрҙән башҡа, башҡорт ерлегендәге яҙма ҡомартҡыларҙа әҙәби стиль сиктәрен билдәләү бик ауыр. Мәҫәлән, Батыршаның императрица Елизавета Петровнаға яҙған XVIII быуат урталарындағы тарихи һәм әҙәби ҡомартҡы һаналған хатындағы2 стиль үҙенсәлектәренә килһәк, унда бер юлы матур әҙәбиәт, публицистик, эпистоляр стилдәрҙең айырымлыҡтарын билдәләргә мөмкин. Башҡорт шәжәрәләре лә хроникаль йылъяҙма, официаль документтар һәм матур әҙәбиәт стилдәренең йыйылмаһынан тора. Күп кенә элекке әҙәбиәт төрҙәренең бындай бер нисә стиль үҙенсәлектәре менән характерланыуын ҡайһы бер стилдәрҙең айырым берәмек булараҡ формалашып етмәүенән сығып аңлатып була.

Башҡорт әҙәби теленең китап сфераһындағы стилдәр системаһы бигерәк тә совет осоронда ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Был хәл, бер яҡтан, йәмғиәт тормошондағы ижтимағи-политик, культура, фәнни-техник һәм башҡа елкәләрҙең үҫеше менән бәйле булһа, икенсе яҡтан, яңы шарттарҙа хәҙерге башҡорт әҙәби теленең фор- малашыуына һәм артабан сәскә атыуына барып тоташа. Хәҙерге башҡорт әҙәби телендәге стилдәрҙең үҫеүендә һәм байыуында функциональ стилдәр системаһы үҫешкән хәҙерге рус әҙәби теленең дә роле бик ҙур.

 

2 ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕ СТИЛДӘРЕНЕҢ ҮҪЕШЕ

2.1 Матур әҙәбиәт стиле

 

Матур әҙәбиәт стиле башҡа функциональ стилдәрҙән ныҡ айырыла. Әгәр башҡа стилдәрҙең бөтәһе лә ғәҙәттәге аралашыу бурысын үтәһә, матур әҙәбиәт стилендә тел фекерләү формаһы ғына булып түгел, ә художестволы һүрәтләү элементы булып та сығыш яһай. Матур әҙәбиәт стиле үҙенең стилистик саралары һәм мөмкинлектәре менән киң диапазонлы булыуы менән айырыла. Телдең әҙәби һәм әҙәби булмаған формалары (мәҫәлән, ерле һөйләштәр, жаргондар), дөйөм һәм шәхси айырымлыҡтары, башҡа бөтә стилдәрҙең алымдары матур әҙәбиәт стилендә ысынбарлыҡты образлы ҡабул итеү һәм һүрәтләү маҡсаттарында ҡулланыла.

Беҙҙә матур әҙәбиәт стиленең үҫеше һәм яңы кимәлгә күтәре- леүе Октябрь революцияһынан һуңғы яңы типтағы башҡорт әҙәбиәтенең барлыҡҡа килеүе менән тығыҙ бәйләнгән. Шул уҡ ваҡытта әҙәби телдең үҫешен тулыһы менән матур әҙәбиәттең үҫешенә туранан-тура бәйләп ҡарарға ярамай. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури — башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ләкин, билдәле булыуынса, М. Ғафури әҫәрҙәре, башҡорт ерлегенә нигеҙләнһә лә, татар телендә ижад ителгән. Ошо арҡала Ғ. Ғ. Сәйегбатталовтың: «XIX быуаттың беренсе яртыһында А. С. Пушкин рус әҙәби телен нисек байыҡтырған һәм үҫтергән булһа, XX быуаттың тәүге яртыһында М. Ғафури башҡорт әҙәби телен формалаштырыуҙа һәм үҫтереүҙә шундай уҡ роль уйнаны, яңы тарихи шарттарҙа йәшәне һәм ижад итте» 3, — тигән һүҙҙәрен бик үк нигеҙле тип әйтеп булмай. Башҡорт һәм рус әҙәби телдәренең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеүе төрлө эпохаларға тап килә, уларҙың сығанаҡтары һәм нигеҙҙәре бер төрлө түгел. Пушкинға тиклемге рус әҙәби теленең оҙайлы тарихы бар. Пушкинға тиклемге рус әҙәби теленең ниндәй юл үткәнен күҙ алдына килтереү өсөн боронғо рус яҙма әҙәби ҡомартҡыларын, Петр I осорондағы әҙәби телде, рус әҙәби теле тарихындағы М. В. Ломоносов, Г. Р. Державин, Д. И. Фонвизин, А. Н. Радищев, В. А. Жуковский, Н. М. Карамзин һымаҡ исемдәрҙе иҫкә төшөрөү ҙә етә. Н. А.

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендәге матур әҙәбиәт стиленең барлыҡҡа килеүе һәм тәүге үҫеш аҙымдары М. Ғафури, Д. Юлтый, А. Таһиров, Т. йәнәби, С. Ҡудаш, Ғ. Ғүмәр, Б. Ишемғол, Ғ. Дәүләтшин, И. Насыри, Ғ. Хәйри һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының исемдәре менән бәйле. 

Егерменсе йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә хикәйә, нәҫер, очерк һүрәтләүҙәре, мемуар характерындағы хикәйәләүҙәр, йәғни күләме яғынан ҙур булмаған әҫәрҙәр, өҫтөнлөк ала. Бындай хәлде башҡа сәбәптәр менән бер рәттән әҙәби тел сараларының эшләнеп етмәүе һәм матур әҙәбиәт стиленең яңы алымдары асыҡланмауы, юлға һалынмауы менән аңлатырға була. Ошо сәбәпле егерменсе йылдарҙың аҙағында һәм утыҙынсы йылдарҙың башында ижад ителгән әҫәрҙәр бер планлы булып, һүрәтләүҙән бигерәк һөйләп биреүгә ҡоролған. Октябрь революцияһына тиклем ижад ителгән иҫәрҙәргә лә ошондай уҡ һыҙат хас ине.

Утыҙынсы йылдарҙа инде башҡорт совет әҙәбиәте яңы үрҙәрҙе яулай, матур әҙәбиәт стиленең яңы алымдарына нигеҙ һалына. «Эҙләнеүҙәрҙең беренсе этабы, реализмды туплау этабы үткәс, ҡәш әҙәбиәттәрҙең тиҙләтелгән үҫеше бигерәк тә 30-сы йылдарҙа һиҙелерлек булды»4, — тип яҙҙы был осор тураһында күренекле совет әҙәбиәтсеһе Г. И. Ломидзе. Был ҡаҙаныштар башҡорт әҙәбиәтенең «поэзия әлкәһендә Ғ. Сәләм, Р. Ниғмәти, Б. Бикбай, М. Хәй; прозала — Д. Юлтый, И. Насыри, А. Карнай, С. Агиш, Ъ. Дәүләтшина; драматургияла —Д. Юлтый, С. Мифтахов, Б. Бикбай әҫәрҙәрендә асыҡ сағылыш тапты» 5. Утыҙынсы йылдарҙа хәҙерге башҡорт әҙәби теленең, бигерәк тә уның фонетикаһы менән грамматикаһының, юлға һалыныуын да оноторға ярамай. «30-сы йылдарҙа уҡ элекке әҙәбиәт традицияларының ресурстары, башҡорт һөйләү теленең потенциаль мөмкинлектәре һ. б. иҫәбенә, башҡа төрки телдәрҙең үҫеше йүнәлешендә башҡорт грамматикаһының тейешле һүҙьяһалыш формаларына һәм теркәүес менән бәйләнгән синтаксик конструкцияларына байығыу юлын алды»А Тап утыҙынсы йылдарҙа хәҙерге башҡорт әҙәби телендә элек продуктив булмаған күп кенә аффикстарҙың ҡулланылышы киңәйҙе йәки яңы ҡушма аффикстар барлыҡҡа килде (-ма, -ым, -ыш, -лыҡ, -са, -сылыҡ, -ынты, -емтә һ. б.); традицион Урал — Волга буйы төрки әҙәби телендә килгән һәм халыҡ һөйләү телмәрендәге һөйләм төҙөлөштәренә нигеҙләнеп, синтаксик нормалар билдәләнде, әҙәби телдең һүҙлек составы ла байтаҡҡа байыны.

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә матур әҙәбиәт стиленең үҫешенә һәм байыуына рус әҙәбиәте лә ҙур йоғонто яһаны. Был йоғонто башҡорт әҙиптәренең шул ваҡыттағы рус яҙыусыларының, рус классиктарының мираҫтары менән танышыу нигеҙендә, шулай уҡ тәржемә әҫәрҙәр тәьҫирендә лә барҙы. Утыҙынсы-ҡырҡынсы йылдарҙа башҡорт телендә сығарылған китап продукцияһында тәржемә әҙәбиәт айырыуса әһәмиәтле урын биләне. Был осорҙа массалар башҡорт теле нигеҙендә белемгә эйә булып өлгөрһәләр ҙә, рус телендә грамоталылыҡ түбән ине әле. Ошо ар ҡала рус һәм донъя әҙәбиәтенең иң яҡшы өлгөләре менән танышыу башлыса тәржемәләр аша барҙы. Рус һәм донъя әҙәбиәтенең алдынғы өлгөләрен тәржемә итеү, бер яҡтан, әҙәби телде яңы саралар менән байыҡтырһа, икенсе яҡтан, башҡорт матур әҙәбиәтенең стиль-һүрәтләү алымдарын үҫтереүгә булышлыҡ итте. Был йылдарҙа башҡорт телендә А. С. Пушкиндың, М. Ю. Лермонтовтың, Н. А. Некрасовтың, В. В. Маяковскийҙың, Э. Багрицкий- ҙың шиғыр һәм поэмалары, Н. В. Гоголдең, М. Е. Салтыков - Щедриндың, Д. Н. Мамин-Сибиряктың, А. П. Чеховтың, А. М. Горькийҙың, М. А. Шолоховтың, Н. А. Островскийҙың, А. А. Фа- десвтың, Д. А. Фурмановтың, И. Г. Эренбургтың әҫәрҙәре тәржемә ителә. Башҡорт яҙыусыларының рус һәм башҡа халыҡтар яҙыусылары менән туранан-тура йәнле бәйләнештәре лә көсәйҙе.

Башҡорт әҙәби теленең матур әҙәбиәт стилен артабан үҫтереүҙә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ижад ителгән әҫәрҙәр ҙә асыҡ эҙ ҡалдырҙы. Фольклор мотивтары, мәҫәлән, Р. Ниғмәтиҙең «Үлтер, улым, фашисты!», М. Кәримдең «Үлмәҫбай», Ғ. Ғүмәрҙең «Фәйзулла һалдат», М. Тажиҙың «Урал батыры» поэмалары, X. Кәрим, Б. Бикбай, С. Кулибай, М. Харис, Н. Нәжми һәм башҡа бик күп шағирҙарҙың әҫәрҙәре өсөн хас. Күп йылдар үткәс, үҙенең һуғыш йылдарында ижад иткән әҫәрҙәре тураһында М. Кәрим былай тип яҙҙы: «Минең һуғыш поэзиям— асылда, ярым фольклор поэзия, һуғыш һәм фольклор! Был бәйләнеш тәжрибә етмәүҙән тыуманы. Мин уҡыусыларым, туғандарым менән тарих телендә һөйләшергә теләнем. Уларҙың иҫенә төшөргөм килде: һеҙ был донъяға бөгөн генә килмәгәнһегеҙ, һеҙ быуаттар буйына культура ижад иттегеҙ, һеҙ үҙегеҙҙе үҙегеҙ яһанығыҙ, һеҙ быуаттар буйына ҡоролған булмышығыҙҙы һаҡлайһығыҙ»6.

Матур әҙәбиәт стиленең сәскә атыуы һуғыштан һуңғы һәм хәҙерге осорҙарға тап килә. С. Агиштың «Нигеҙ» һәм Ә. Вәлиҙең «Беренсе аҙымдар» романдарының донъя күреүе башҡорт әҙәбиәте өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелде. Был әҫәрҙәр матур әҙәбиәт стилен яңы алымдар һәм саралар менән байыҡтырҙы.

Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы башҡорт әҙәби теле тарихында һәм матур әҙәбиәт стиленең үҫешендә яңы бер этапты асып ебәрҙе. Башҡорт әҙәбиәтенең иң яҡшы традицияларын дауам итеп, рус романсыларының бай тәжрибәһен ентекле өйрәнеү «игеҙендә һ. Дәүләтшина беҙҙең әҙәбиәттә беренсе булараҡ туған халыҡтың тарихындағы революцион ваҡиғаларҙы киң эпик планда оҫта итеп һүрәтләй алды. Роман менән танышҡан һәр кешене әҫәрҙең күп биҙәкле, һутлы, сағыу, ысын мәғәнәһендә халыҡсан теле таң ҡалдыра. «Барыһынан элек, һәҙиә Дәүләтшина —гүзәл тел оҫтаһы, — тип яҙҙы был хаҡта Баязит Бикбай. — Ул һүҙҙәрҙе туп кеүек уйната. Бай, ғәжәп һутлы тел. Яҙыусы китаптың һәр битендә тип әйтерлек халыҡ араһында булып та, әлегә әҙәбиәттә ҡулланылмай килгән яңы һүҙҙәрҙе ҡуллана, шуның арҡаһында уның образдары, һүрәтләгән ваҡиғалары ысын булып күҙ алдына баҫалар, һине ышандыралар»7. Үҙ әҫәрҙәренең теленә автор нисек ҡараған, ниндәй талаптар ҡуйған — былар һәҙиә Дәүләтшинаның Башҡортостан яҙыусыларының II съезына әҙерләнгән, ләкин һөйләнмәй ҡалған сығышы тексында асыҡ сағыла: «Беҙгә халҡыбыҙҙың образлы һөйләү теленең бөтә байлыҡтарын мотлаҡ өйрәнергә кәрәк. Телде белмәй тороп, ошо телдә яҡшы әҙәбиәт тыуҙырып булмай...»8.

Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте яулаған юғарылыҡтарҙа әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт белеменең дә ҙур өлөшө бар. Ә. Харисов, Ә. Кирәев, X. Зиннәтуллина, Ғ. Хөсәйенов, Ғ. Рамазанов, М. Ғәйнуллин, К. Әхмәтйәнов, С. Сафуансв, Ә. Вахитов, Р. Байымов, Р. Бикбаев һымаҡ тикшеренеүселәребеҙҙең хеҙмәттәрендә традиция һәм новаторлыҡ, әҙәби процесс, шәхси оҫталыҡ, әҙәбиәт бәйләнештәре, ваҡыт һәм герой, жанр, стиль һәм һүрәтләү саралары, әҙәбиәт тарихы һымаҡ әһәмиәтле проблемаларға ҙур урын бирелә. Улар тарафынан яҙыусыларҙың тормош һәм ижад юлына, айырым әҫәрҙәргә бағышланған тәрән йөкмәткеле тикшеренеүҙәр эшләнгән.

Информация о работе Хәҙерге башҡорт әҙәби теле стилдәренең үҫеше