Хәҙерге башҡорт әҙәби теле стилдәренең үҫеше

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 09 Марта 2014 в 15:34, реферат

Краткое описание

Хәҙерге үҫешкән милли телдәрҙә — улар иҫәбенә башҡорт теле лә инә — телдең ике төп тәшкиләт (функция) сфераһы айырыла: китап теле һәм нейтраль-һөйләү (йәки һөйләү) теле,—уларҙың һуңғыһына фамильяр-ябай һөйләү (йәки ябай һөйләү) телмәре ҡушыла. Уларҙың таралыу һәм йәшәү әлкәһе традиция буйынса билдәле бер төрлө ижтимағи ситуацияла нығынған. Китап стиле— официаль аралашыуҙы, нейтраль-һөйләү стиле — көндәлек хеҙмәт-көнкүреш аралашыуын, фамильяр-ябай һөйләү стиле яҡын көнкүреш аралашыуын хеҙмәтләндерә. Ниндәй аралашыу әлкәһендә ҡулланылыуына ҡарап, бер үк мәғәнәләге, ләкин төрлө стилистик биҙәкле һүҙҙәр ҡулланылырға мөмкин (гүйә, төҫлө, һымаҡ, кеүек, шикелле; ҡатын, бисә, иптәш; туҡланыу, ашау, тамаҡ ашау; йәш түгеү, илау, балауыҙ һығыу һ. б.).

Прикрепленные файлы: 1 файл

реферат.doc

— 161.00 Кб (Скачать документ)

Матур әҙәбиәт стилендә, образлы һүрәтләү маҡсаттарынан сыгын, телдең башҡа бөтә функциональ стилдәре лә ҡулланылырға мөмкин. Маҡсаттан сығып, бер әҙәби әҫәрҙә төрлө жанрҙағы әҫәрҙең стиль алымдары файҙаланыла ала. Миҫал өсөн Ф. Иҫәнғоловтың «Арыш башағы» романында төрлө стиль үҙенсәлектәрен ҡулланыуҙы алырға мөмкин.9

 Халыҡ йәнле һөйләү телмәренең стиль үҙенсәлектәре

  1. Бисә-сәсә түҙҙе-түҙҙе лә, ахыр килеп, тел сарларға кереште:
  2. Был бай һаман йорт нығыта ла йорт нығыта. Кәләш алыр- i ға уйламай ҙа. Олоғайып бара түгелме һуң?..
  3. Урыҫ араһында күп йөрөгәс, урыҫ фиғеле кереп бөткәндер, күрәһең, үҙенә...
  4. Эйе шул. Урыҫ байыһа — өй һала, башҡорт байыһа — бис» ала, тигәндәр бит боронғолар ҙа...
  5. Унда старостаның Гөлсәғүрәһе көрһөнә-көрһөнә һарғая...
  6. Ысын булһа, Ырымбур яғында аның мәрйә бисәһе бар имеш тә йәмәғәттең ҡәһәренән ҡурҡып, алып ҡайтмай тора имеш, тип һөйләйҙәр...
  7. Эй-й, мин дә ишеткәйнем. Әле мәрйәһе бер татар байының ҡыҙынан татарса өйрәнеп ята, ти. Шунан Аллаяр аны татар ҡыҙы тип алып ҡайтмаҡсы, ти...

  Халыҡ ижады стиленең үҙенсәлектәре

Йырлайыҡ та йырҙың, һай, һәйбәтен, һөйләмәйек байҙарҙың ғәйбәтен... һөйләмәһәк уларҙың, һай, ғәйбәтен — Әхирәттең беҙгә йәннәте...

Башҡорт теленең диалект үҙенсәлектәре

 Беҙ Ҡасим менән  дуҫ булыштыҡ, еңкә. Быларҙы ул  миңә урмантан яһап апҡайтҡан. Мин аңа ҡулъяулыҡ сигеп бирәм. Бына был ҙур шәшке — Ҡасимҡа. Мыныһы— үҙемә... Мына был бәләкәстәре—  бәләкәстәргә... Матурҡайҙар бит, еңкә? .

Был өҙөктә Сәлимәнең телмәрендәге еңкә (әҙәби телдә еңгә), урмантан (әҙәби телдә урмандан), Ҡасимҡа (әҙәби телдә Ҡа- симға) формалары башҡорт теленең көньяҡ диалекты урта һөйләш (ҡатай башҡорттары) телендәге үҙенсәлектәрҙе сағылдыра. Бынан тыш, апҡайтҡан, аңа, шәшке, мыныһы, мына формалары һөйләү телмәре һәм диалекттар өсөн хас. Ғөмүмән алғанда, Фәриг Иҫәнғоловтың әҫәрҙәрендә геройҙарҙың телмәр үҙенсәлектәрен» яҡшы иғтибар бирелә.

Иҫкергән телмәрҙең стиль үҙенсәлектәре

Ул ҡазаны мин көткәйнем. Хоҙай тәғәләне рәнйетә төштөң шул. Шайтан ҡотороғо менән кафыр фиғеле алып, әллә ниндәй ен арбаһы яһаның бит. Етмәһә, рамазан-шәриф айында Өфөгә барып, әллә ниндәй дәһри заттар менән ҡул бирешеп йөрөнөң. Хәйер бирһәң, бәлкем хаҡтәғәлә ярлыҡар ҙа ине. Ә һин урыҫтай булып, шәриғәтте онотоп, ураҙала өй һалдырырға керештең (170).

Был өҙөктә Ғайфулла мулланың телмәре әҙәби тел өсөн хас булмаған иҫкергән ғәрәп-фарсы һүҙҙәре менән сыбарланған: хоҙай тәғәлә, кафыр, фиғел, рамазан-шәриф (ай исеме), дәһри зат (аллаһыҙ кеше), хаҡтәғәлә һ. б.

Тарихи-хроникаль стилдең үҙенсәлектәре

Февраль революцияһынан һуң— 1917 йылдың икенсе яртыһында— башҡорт милли хәрәкәте айырыуса көсәйеп китте. Ырымбурҙа һәм Өфөлә Беренсе һәм Икенсе башҡорт съездары булып үтте. Уларҙа Башҡорт әлкә шураһы төҙөлдө. Съезда бары байҙар, муллалар, сауҙагәрҙәр генә ҡатнаша алды. Шура милли ерлектә үҙаллылыҡ талап итә ине. Уның барлыҡ талаптары бары мөлкәтле кешеләр күҙлегенән генә сығып төҙөлгәйне (142).

Эпистоляр стилдең үҙенсәлектәре

«Ҡәҙерле атай, инәй, Шәрифулла туғаным! Минән һеҙгә бик күп һағынышлы сәләм. Үҙемдең иҫәнлекте белдереп, һеҙгә лә сәләмәтлек теләп ҡалам...» (158)

Публицистик стилдең үҙенсәлектәре

«Әгәр һин аҡ бандаларҙан таланып, бөлөп ҡалған булһаң, әгәр граждандар һуғышы һинең хужалығыңа зыян килтергән булһа, әгәр һинең ҡатының һәм балаларың ас-яланғас, ауырыуҙар икәк, байға һәм алпауытҡа барма, һин унан бер нәмә лә ала алмаҫһың... һин коммунистарға-большевиктарға бар... Үҙегеҙҙең ауыл Советына бар, мин фәҡирмен, миңә ярҙам кәрәк, тип әйт. Улар Һинең хәлеңде шунда уҡ аңлап алырҙар ҙа ярҙам итерҙәр... Аҡ бандалар тарафынан аяуһыҙ таланған башҡорттар, «Башкирпо- мош»ҡа килегеҙ!..».

Матур әҙәбиәт стиленә тәрән метафоралыҡ, фонетиканан алып синтаксиска тиклем телдең бөтә кимәлдәре берәмектәренең дә пбразлылығы хас. Әҙәби әҫәрҙәрҙә образлылыҡты көсәйтеү өсөн, шулай уҡ әҫәрҙең эстетик тәьҫирен арттырыу маҡсатында синонимик, антонимика, күп мәғәнәлелек, фразеология һымаҡ телдең бнй мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланыла. Әҙәби әҫәрҙәрҙең һүҙҙәрҙе киң, узуаль мәғәнәләрҙә түгел, ә тар, күберәк кугмә, окказиональ мәғәнәләрҙә ҡулланыуға иғтибар бирелә, һәм былар бөтәһе лә фекерҙең образлылығын арттыра. Быны түбәндәге бәләкәй генә миҫалда ла асыҡ күрергә була: «...Мин ашҡынып, ярһып, осоп килдем, балҡып, янып килдем, бит һеҙгә бәхет алып килдем!..» (М. Кәрим.) һүҙҙәрҙең бындай мәғәнәләрен башҡа функциональ стилдәрҙә ҡулланыу ҙа мөмкин түгел.

Совет власының тәүге йылдарында уҡ ғәрәп һәм тажик-иран әҙәбиәте аша үҙләштерелгән революцияға тиклемге хикмәт, ҡә- дисә, ғәзәл, мәдхиә, мәрҫиә, нәсихәт, мәснәүи, робағи, ҡитға һымаҡ традицион жанрҙар аҡрынлап юҡҡа сыға барҙылар10. Поэзияның яңы революцион йөкмәткеһе яңы жанр формаларын талап итә ине. Быны ул ваҡыттағы әҙәбиәтселәр ҙә яҡшы аңлай ине. «Беҙҙең иҫке әҙәбиәтебеҙҙә лә һуңғы ҡабул ителгән бүлектәр һәр ҡайһыһы бар, тик исем, ыслуб, тасуир һәм рухтары ғына башҡа. Фәҡәт яңы ысулға, яңы ҡалыпҡа ғына һалырға, эшсе синыфтар идеологияһына ғына хеҙмәт иттерергә кәрәк. Уларҙы хәҙергесә риүәйә, лирика, драма төрҙәренә бүлергә; риүәйәне поэма, баллада, идиллия, роман, хикәйә, мәҫәлгә; лириканы ода, көлөү, сатира, элегияларға бүлергә; драманы трагедия, комедия, хосуси драмаларға бүлеп кенә йөрөтөргә тейешбеҙ», — тип яҙҙы был турала С. Мирас. Яны формаларҙы эҙләү юлында шағирҙар иң алда халыҡ фекеренең бөтмәҫ даръяһы — поэтик фольклорға мөрәжәғәт иттеләр, үҙҙәренең ижадында йыр, ҡобайыр, бәйет формаларын файҙаландылар:

Нурҙы ҡояш сығып нурын һипте Уралҡайҙың бейек осона, йәннәт елкәйҙәре еҫен бөрктө Уралҡайҙың былбыл ҡошона... ...Урал егете, һеҙгә шаттыҡ бөгөн — Кир хөрҙөккә сыҡты көнөгөҙ;

Нисә йөҙ йыл һеҙҙе томалаған Үтте хәҙер ҡара төнөгөҙ .

Был өҙөктә халыҡ йырҙарының формаһына эйәреү ап-асыҡ күренеп тора.

Был өҙөктә башҡорт халыҡ ижадындағы ҡобайыр жанрының алымдарын файҙаланыу һиҙелеп тора.

Совет осоронда поэтик әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе менән формаһында ла, ваҡиға һәм тойғоларҙы образлы һүрәтләүҙең алымдарында ла үҙгәрештәр булды.

 

Публицистик стиль үҙенсәлектәре

Ләкин Ленин

күптән йәшәй ине «Эшсе синыф» тигән һүҙҙәрҙә, Подпольела, забастовкаларҙа,

Ярҙы башҡорт, ҡуҙғалсы, Ғилемгә бер күҙ һалсы; Наҙанлыҡтан ҡотолоп, Белем тыуын ҡулға алсы, Ҡулға алсы, ҡулға алсы...

Стачкаларҙа,

ләкин телдәрҙә Ошо исем,

тик йыл ярым үткәс,

Иң-иң тәүге тапҡыр алыныр,

«Таң»да ҡалҡҡан

яҡты йондоҙ булып Мәңге һүнмәҫ өсөн ҡабыныр. (Р. Ниғмәти.)

Халыҡ һөйләү телмәренең үҙенсәлектәре

Монтер Морат йоп-йомшаҡ атлап ҡына йөрөп ята, ҡырын тейәп саҡ ҡына.

Тегендәрәк комбайнсы Баҙамша,

Күҙ бәйләп, көршәк ватырға маташа.

Халыҡ шуны ҡылып тора тамаша.

Конюх Шәриф тоҡ эсендә юрғалай,

Бағанаға менеп бара бер малай,

Ә «кәнсә»лә счет һалыусы Мырҙабай,

Кәпәс болғап, ҡеүәт бирә: «Йә, давай!» (М. Кәрим.)

Халыҡ ижады үҙенсәлектәре

һыуһағандың теләгәне

һыу була, ти.

Аҙашҡандың эҙләгәне

юл була, ти.

Яу килгәндә, ялман һымаҡ боҫоп ятһа,

Ир-егеттең үлгәне тап

шул була, ти. (X. Кәрим.)

Шулай итеп, башҡа бөтә функциональ стилдәр менән сағыштырғанда, матур әҙәбиәт стилендәге һүрәтләү сараларының мөмкинлектәре бик киң. Хәҙерге матур әҙәбиәт стилен лингвистик йәһәттән һүрәтләү өсөн, башҡорт теленең бөтә стилистик үҙенсәлектәрен һанап сығырға кәрәк булыр ине.

 

1.2 Ғилми стиль

Ғилми стилдең телмәр саралары логик бәйләнештәрҙе кәүҙәләндереүгә буйһонған, ә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге проблеманың ҡоролошона бәйләнгән. Ғилми стиль, ҡағиҙә булараҡ, әйтелгән уй-фекерҙең аныҡлығы һәм яҡшы эшкәртелгән булыуы, төп фекерҙең ныҡ нигеҙләнеүе, синтаксик конструкцияларҙың ҡатмарлылығы, тел сараларының билдәле бер кимәлдә ҡоро булыуы менән айырылып тора. Хәҙерге ғилми стиль революцияға тиклемге ғилми стиль элементтарынан тамыры менән айырыла: аңлайышһыҙ һүҙ йыйылмаһы урынына һөйләмдәрҙең төҙөклөгөн, махсус ҡатмарлаштырылған фекер урынына аныҡ ойошторолған, бер төрлө генә аңлап була торған формулировкаларҙы, ҡулланылышы һәм төшөнсәлеге буйынса күп мәғәнәле һүҙҙәр урынына ғилми яҡтан эшкәртелгән терминологияны ҡаршы ҡуя. 

Егерменсе йылдарҙа уҡ матбуғатта күп һанлы ғилми мәҡәләләр һәм айырым хеҙмәттәр күренә башлай. Яды фәнни фекерҙе таратыуҙа ваҡытлы матбуғаттың әһәмиәте бик ҙур була. Унда төрлө темаларға арналған фәнни һәм фәнни-популяр мәҡәләләр баҫылып сыға. Ғилми проблемаларҙың киңлеген күҙ алдына килтереү өсөн, егерменсе йылдарҙа «Белем» журналының биттәрендә баҫтырылған ҡайһы бер мәҡәләләрҙең исемдәрен һанап сығыу ҙа етә: «Ауыл хужалығында химия», «Астрономия һәм аның әһәмиәте», «Ауылды техникалаштырыу», «Тәбиғәт — матдә һәм көс», «РСФСР-ҙа хөкөм эше», «Тау байҙығы эштәү иректеге», «Иген ҡоротҡостары», «Ирекле хеҙмәт һәм һаулыҡ һаҡлау эштәре», «Башҡорт тарихының киҫәктәре», «Башҡорт әҙәбиәте хаҡында», «Башҡорт телен тарихса төпсөү» һ. б.

Яңы типтағы ғилми стиль барлыҡҡа килгән осорҙоң башында ике ҡапма-ҡаршы күренеш күҙәтелде: бер яҡтан, ғәрәп һәм фарсы телдәренән үҙләштерелгән терминдар, ауыр аңлайышһыҙ әйтемдәр менән сыбарланған стилде һаҡларға тырышыу; икенсе яҡтан, ғилми стилдең алымдарын аңлы рәүештә ябайлаштырыу, йәнле халыҡ һөйләү телмәренең элементтарын индереү, махсус рәүештә булған фәнни терминдарҙы ҡулланмаҫҡа тырышыу, ҡулланғанда ла, уларҙы һөйләү формаһына яҡынлаштырыу. Миҫал өсөн түбәндәге ике өҙөктө килтерергә була: «Был ҡарар шуралар жөмһөриәттәренең тау эштәре вә сәнғәте алға китеүенә ҙур сәбәп буласаҡ, тау байҙығы эштәүҙә иркенселек биреү шуралар жөмһөриәттәренең иҡтисади юлда аттаған яңы вә ҙур аҙымдар алыр. Сөнки патша Россияһында был эшкә иркенселек юҡ ине. Шуның өсөн дә Россияның бик күп ерҙәре иҡтисади яҡтан тикшерелмәгән вә файҙаланылмай ятҡан һәм шуның арҡаһында Россияның тау эштәре вә был сайәдә дөйөм иҡтисади эштәре күп артҡа ла ҡалған»11. «Үҫемлек өсөн бик кәрәкле булған тағы ла бер нәмә бар. Әгәр ул ерҙә аҙ булһа, орлоҡ ябыҡ һәм ас була, ул нәрһэ калийҙыр. Ул калий маддәһе (калийная соль, сернокислый калий) тоҙҙарҙа һәм кәлдә барҙыр. Ерҙе ябай тиреҫ менән яңыртыу файҙалы булһа ла, аның көсө кимаяуи тоҙҙарға ҡарағанда бик аҙҙыр: мәҫәлән, 100 пот тиреҫтә яртышар пот самаһы азот һәм калий, 9 ҡаҙаҡ самаһы ғына фосфор кислотаһы була» 12.

Хәҙерге ғилми стилдең абстрактлығы һәм фекер эҙмә-эҙлелегенән сыҡҡан иң үҙенсәлекле һыҙаттары булып дөйөмлөк һәм логик тәртип тора. Ғилми стилдең иң төп билдәләренән предикатив һәм терминологик мәғәнә тапҡырлығы, бер мәғәнәлелек, объективлыҡ, шулай уҡ һөйләмдәрҙең ҡоролоғо, сағыу образлылыҡтың булмауы, хис-тойғоноң йәшеренлеге һаналалар. Конкрет ғилми хеҙмәттәрҙә йәки сығыштарҙа был үҙенсәлектәр, темаға, жанрға, формаға, ситуацияға йәки сығыштың маҡсатына, авторҙың шәхси һыҙаттарына ҡарап, төрлөсә сағылыш ала.

Ғилми стилдең үҙенсәлеге һәм төп билдәләре, уны башҡа стилдәр, мәҫәлән, матур әҙәбиәт стиле менән сағыштырғанда, бигерәк тә асыҡ сағыла. Әгәр ғилми стилдә метафоралар, дөйөм тел һыҙаты алып, элекке хис-тойғо биҙәктәрен юғалтһа (биологияла: таж япрағы, һеркә һибелеү, таҡыялы үлән, күгәрсен күҙе, шайтан таяғы; географияла: йылға ҡултығы, тау мороно, шишмә тамағы, ҡалҡыу итәге һ. б.), матур әҙәбиәт стилендә улар окказиональ күренеш булалар (ярһыу уйҙар, осло ҡәләм, сәнскеле һүҙ, моңһоу тәбиғәт, төпһөҙ хыял һ. б.) һәм образлылыҡты булдырыу функцияһын башҡаралар. Ғилми стилдең ситләтелгән дөйөм характерҙа булыуы ҡылымдарҙың эйәһеҙ йәки ваҡытҡа мөнәсәбәте булмаған формаларын йышыраҡ ҡулланыуға килтерә. Былар түбәндәге миҫалдарҙа асыҡ күренә: Совет әҙәбиәт ғилеме алдында торған бындай ҙур бурыстар, бығаса йәшәп килгән һәм күнегелгән алымдар эсендә еенә ҡалмайынса, яңысараҡ, киңерәк тикшереү методтарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы һорай (Ғ. Хөсәйенов). Яңы осор поэзияға яңы талаптар ҡуйған (Ғ. Ҡунафин).

Ғилми стилдең иң сағыу һәм үҙенсәлекле билдәләренең береһе булып фекерҙең һыҙыҡ өҫтөнә алынған бәйләнешле һәм логикалы булыуын күрһәткән әҙер конструкцияларҙы йәки әйтемдәрҙе ҡулланыу тора: юғарыла әйтелгәнсә..., шуны билдәләп үтәйек..., хәҙер түбәндәге мәсьәләгә күсәйек..., ...билдәләп үтергә мөмкин, тағы ла миҫал килтерергә була..., әле һөйләгәндәрҙең барыһы ла..., килтерелгән миҫалдарҙан күренеүенсә, был мәсьәләгә килһәк, һанап кителгәндәргә ҡарағанда..., билдәле булыуынса..., юл ыңғайында шуны билдәләп үтергә мөмкин..., икенсе төрлө әйткәндә..., ошо әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып..., хәҙер шуныһына иғтибар итәйек... һ. б. Миҫалдар: Ошо әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, Аҡмулла әҫәрен текстологик яҡтан тикшереүҙең ҡайһы бер принциптарын билдәләргә мөмкин (Ә. Вилданов). Ошоларҙы иҫәпкә алһаң, һорау тыуа: Әхмәт Уразаев-Ҡормаши, ихтимал, тап бына беҙҙең Баһауи телгә алған фарсы телендәге «Буҙъегет» китабынан тәржемә иткәндер? (Н. Зарипов). Шуны ла билдәләп үтәйек: януар һәм ҡош-ҡорт атамаларынан исем яһалыу кешеләрҙең элек һәр хайуанға табыныуы... һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан (Т. Күсимова).

Ғилми стилдәге бер ни тиклем абстрактлыҡ һәм дөйөмлөк ундағы экспрессивлыҡты һәм эмоционаллекте тулыһынса юҡҡа сығармай. Теләһә ҡайһы телмәр, шул иҫәптән ғилми стилдәге телмәр ҙә, образлы, тәьҫирле булырға тейеш, сөнки башҡаса ул үҙенең төп маҡсатына — коммуникативлыҡҡа, дөрөҫ ҡабул ителеүлеккә, яҡшы аңлайышлы булыуына яуап бирмәйәсәк. Экспрессивлыҡ һәм эмоционаллектең булыуы, башлыса, автор шәхесенә, шулай уҡ фән тармағына һәм жанр үҙенсәлегенә бәйле. Мәҫәлән, полемик, дискуссион характерҙағы хеҙмәттәрҙең, шулай уҡ фәнни-популяр әҙәбиәттең төп теманан ситләшкән айырым өлөштәре, гәҙәттә, хис-тойғоға мул була. Шулай ҙа ғилми стилдәге хис- тойғо, әйтәйек, матур әҙәбиәт стилендәге хис-тойғонан сифаты менән айырыла. Әгәр ғилми стилдә хис-тойғо эҙмә-эҙлелекте йәки иҫбатлауҙы көсәйтһә, матур әҙәбиәт стилендә һынлы образ тыуҙырыу өсөн хеҙмәт итә.

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә үҫешкән ғилми стиль төрҙәренең тағы ла береһе— лингвистика. Башҡорт телселәре башҡорт теленең төрлө проблемаларына арналған тәрән йөкмәткеле хеҙмәттәр яҙалар һәм рус телендә лә, башҡорт телендә лә баҫтырып сыгаралар.

Фәндең башҡа тармаҡтарына ҡараған ғилми хеҙмәттәр башлыса рус телендә ижад ителә һәм баҫтырып сығарыла. Был хәлде яҡшы аңларға була: башҡорт фәне—бөтә совет фәненең айырып алғыһыҙ бер өлөшө, һәм башҡорт телендә генә ғилми хеҙмәттәр тыуҙырыу уның башҡа республикалар, бөтә союз, донъя фәндәре менән бәйләнешен өҙөр ине, ә был үҙ нәүбәтендә, фәнни- техник прогрестан артта ҡалыуға килтерер ине. Күпселек фән тармаҡтары буйынса башҡорт телендә башлыса урында әһәмиәтле булгап проблемаларға арналған фәнни-популяр китаптар һәм мльәләлор сыгарыла.

Информация о работе Хәҙерге башҡорт әҙәби теле стилдәренең үҫеше