Автор работы: Пользователь скрыл имя, 09 Марта 2014 в 15:34, реферат
Хәҙерге үҫешкән милли телдәрҙә — улар иҫәбенә башҡорт теле лә инә — телдең ике төп тәшкиләт (функция) сфераһы айырыла: китап теле һәм нейтраль-һөйләү (йәки һөйләү) теле,—уларҙың һуңғыһына фамильяр-ябай һөйләү (йәки ябай һөйләү) телмәре ҡушыла. Уларҙың таралыу һәм йәшәү әлкәһе традиция буйынса билдәле бер төрлө ижтимағи ситуацияла нығынған. Китап стиле— официаль аралашыуҙы, нейтраль-һөйләү стиле — көндәлек хеҙмәт-көнкүреш аралашыуын, фамильяр-ябай һөйләү стиле яҡын көнкүреш аралашыуын хеҙмәтләндерә. Ниндәй аралашыу әлкәһендә ҡулланылыуына ҡарап, бер үк мәғәнәләге, ләкин төрлө стилистик биҙәкле һүҙҙәр ҡулланылырға мөмкин (гүйә, төҫлө, һымаҡ, кеүек, шикелле; ҡатын, бисә, иптәш; туҡланыу, ашау, тамаҡ ашау; йәш түгеү, илау, балауыҙ һығыу һ. б.).