Хәҙерге башҡорт әҙәби теле стилдәренең үҫеше

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 09 Марта 2014 в 15:34, реферат

Краткое описание

Хәҙерге үҫешкән милли телдәрҙә — улар иҫәбенә башҡорт теле лә инә — телдең ике төп тәшкиләт (функция) сфераһы айырыла: китап теле һәм нейтраль-һөйләү (йәки һөйләү) теле,—уларҙың һуңғыһына фамильяр-ябай һөйләү (йәки ябай һөйләү) телмәре ҡушыла. Уларҙың таралыу һәм йәшәү әлкәһе традиция буйынса билдәле бер төрлө ижтимағи ситуацияла нығынған. Китап стиле— официаль аралашыуҙы, нейтраль-һөйләү стиле — көндәлек хеҙмәт-көнкүреш аралашыуын, фамильяр-ябай һөйләү стиле яҡын көнкүреш аралашыуын хеҙмәтләндерә. Ниндәй аралашыу әлкәһендә ҡулланылыуына ҡарап, бер үк мәғәнәләге, ләкин төрлө стилистик биҙәкле һүҙҙәр ҡулланылырға мөмкин (гүйә, төҫлө, һымаҡ, кеүек, шикелле; ҡатын, бисә, иптәш; туҡланыу, ашау, тамаҡ ашау; йәш түгеү, илау, балауыҙ һығыу һ. б.).

Прикрепленные файлы: 1 файл

реферат.doc

— 161.00 Кб (Скачать документ)

 

 

 

1.3 Публицистика стиле

 Публицистика стиле үҙенең ҡатмарлы һәм тармаҡлы булыуы, стиль-ара күренештәрҙең төрлөлөгө менән айырылып тора. Публицистика стиленең политик-агитация (өндәмәләр, прокламациялар, төрлө саҡырыуҙар), полнтик-идео- логия (партия документтары), әҙәби публицистика (памфлеттар, очерктар, һүрәтләмәләр), газета стилдәре һымаҡ күп төрҙәре бар. Публицистик стилдең бындай төрҙәре жанр үҙенсәлектәре, айырым алымдарҙы ҡулланыуҙары буйынса тағы ла вағыраҡ төркөмдәргә бүленә.

Башҡорт әҙәби телендәге публицистика стиленең формалашыуы күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе М. Өмөтбаевтың эшмәкәрлеге менән бәйләнгән. Билдәле, уға тиклем дә айырым әҫәрҙәрҙә, документтарҙа был стилдең үҙенсәлектәре сағылыш алған. Бының асыҡ миҫалы булып XVIII быуаттағы ҡомартҡы — Батыршаның императрица Елизавета Петровна исеменә яҙылған хаты тора. Был хаттағы күп кенә юлдар публицистикаға хас булған патетика, хис-тойғо, зәһәр көлөү, әсенеү һымаҡ алымдар менән һуғарылған. Шулай ҙа был тарихи һәм әҙәби ҡомартҡыны беҙ тулыһынса публицистик әҫәр тип ҡарай алмайбыҙ.

Публицистика элементтары Салауат Юлаевтың фармандарында, хаттарында, XIX быуатҡа ҡараған башҡа төр әҙәбиәттә лә — шәжәрәләрҙә йәки әҙәби әҫәрҙәрҙә булһынмы, хаттарҙа йәки официаль документтарҙа булһынмы — бер ни тиклем сағылыш алған. Ләкин үҙенец генә махсус саралары, алымдары, тел үҙенсәлектәре булған айырым әҙәби стиль рәүешендә ул тик XIX быуаттың икенсе яртыһында ғына формалаша алған.

Шулай итеп, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең тыуыу осорона публицистика үҙенең, күп йыллыҡ булмаһа ла, юлға һалынған традициялары менән килде. Был традицияларҙың үҫешендә «Урал» газетаһының, «Ҡарсыға» һәм «Сүкеш» журналдарының әһәмиәте ҙур булды. Октябрь революцияһының тәүге йылдарында матбуғат эшенең, шул иҫәптән ваҡытлы матбуғаттың, киң үҫеше, радио һәм киноның алға китеүе нигеҙендә публицистика стиле яңы үрҙәр яуланы. Публицистика стиленең алғы планға сығыуына шулай уҡ замандың реролюцион һулышы; халыҡтың политик, экономик һәм социаль тормошондағы һынылышлы үҙгәрештәр; бөтә донъя күләмендә аһәң алған тәүге социалистик илдең тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғалар — граждандар һуғышы, наҙанлыҡты бөтөрөү, илдең политик һәм хужалыҡ ҡоролошон үҙгәртеү, тәүге биш йыллыҡтар һымаҡ күренештәр ныҡ йоғонто яһаны.

Егерменсе йылдарҙа уҡ публицистика стилендәге газета-журнал жанрының бөтә төрҙәре лә тип әйтерлек киң таралыш алды. Массаларҙың белемгә булған тайпылышһыҙ ынтылышы, ижтимағи һәм хужалыҡ эштәрендә йәнле ҡатнашлығы ваҡытлы матбуғаттың информативлығын арттырыуға яңы талаптар тыуҙырҙы. Газета һәм журнал биттәрендә «Тәүге хәбәрҙәр», «Хәбәрҙәр босмағы», «Ваҡ-төйәктәр» һымаҡ исемдәр аҫтындағы рубрикаларҙа илдәге һәм донъялағы тормошто сағылдырған ҡыҫҡа информациялар урынлаштырыла. Бына шундай мөйөштәрҙең берәү- һендә генә урынлаштырылған хәбәрҙәрҙең тематикаһы: «һауала осоу нисек алға бара?», «7000 йыллыҡ ғибәдәтханә», «һуҡырҙарға күҙ ултыртыу», «Почта күгәрсене», «2 ярым саҡырымлыҡ поезд», «45 градуслыҡ температура», «Йәнлек аҫырау», «Амери- кала газета-журналдар», «Күпме автомобиль бар?»13.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бөгөнгө публицистикаһы яҡшы үҫешкән, тематика һәм жанр йәһәтенән күп планлы функциональ стилдәрҙең береһенә әүерелде. Телевидениеның алға китеүе публицистиканың функциональ мөмкинлектәрен киңәйтте: телевизион репортаждар, һүрәтләмәләр, очерктар, хәбәрҙәр, һуңғы яңылыҡтарҙы тапшырыу — публицистика стиленең юлға һалынған жанрҙарына яңы нескәлектәр өҫтәне. Бигерәк тә публицистика стиленең газета әлкәһе ныҡ үҫеш алды. Хатта күп кенә тел белгестәре һәм әҙәбиәтселәр газета телмәрен айырым функциональ стиль итеп тә ҡарайҙар. Газета телмәренең иң төп функцияһы — информация биреү һәм пропаганда. Газетаның үҙенә генә хас жанрҙары барлыҡҡа килде: баш мәҡәлә, репортаж, интервью, информация һ. б. Тик һуңға табан ғына был жанрҙар радио, кино, телевидение әлкәләрендә сағылыш таба башланылар. Шулай ҙа газета өсөн генә хас булған үҙенсәлектәр һаман һаҡланып килә. Публицистика стиленең дөйөм жанрҙарынан һаналған очерк менән фельетон газетала үҙе бер төрлө сағылыш таба: газета очеркы, мәҫәлән, дөйөм әҙәби очерктан, газета фельетоны журнал фельетонынан ҡайһы бер алымдары һәм саралары менән айырыла. Бынан тыш, газета фән, техника, экономика һымаҡ тармаҡтарҙың төрлө әлкәләрен популярлаштыра, һәм ошо нигеҙҙә газета телендә фәнни-популяр йәки фәнни-публицистик стиль һымаҡ айырым бер төр барлыҡҡа килә.

Публицистиканың, шул иҫәптән газета телмәренең дә, бер үҙенсәлеге булып һүҙҙәрҙе яңы, күсмә мәғәнәлә, яңы бәйләнештә ҡулланырға ынтылыу тора, һәм улар әкренләп бер ҡалыпҡа, штампҡа әүерелә. Мәҫәлән, хеҙмәт һүҙе менән яһалған күп кенә һүҙбәйләнештәр башлыса газета телмәренең үҙенсәлегенә әүерелде: хеҙмәт вахтаһы, хеҙмәт илһамы, хеҙмәт абруйы, хеҙмәт климаты, хеҙмәт мәктәбе, хеҙмәт парады., хеҙмәт пафосы, хеҙмәт старты, хеҙмәт романтизмы, хеҙмәт поэзияһы, хеҙмәт рапорты, хеҙмәт аҙымы, хеҙмәт аҡһаҡалы, хеҙмәт йылъяҙмаһы, хеҙмәт үрҙәре, хеҙмәт почеркы һ. б. Бындай ҡалыптарҙың ҡайһы берҙәре, газета биттәрендә тыуып, әҙәби телдең дөйөм үҙсәнлегенә лә әүерелеп китеүе мөмкин. Газетала табылған берәй уңышлы эпитет, образлы сағыштырыу, уңышлы күренгән фразеологик берәмек тиҙ генә таралып, газета клишеһына әүерелеп китә ала: аҡ алтын (мамыҡ), ҡара алтын (нефть), төҙөлөш икмәге (кирбес), тимер айғыр (трактор), күк ыласыны (летчик), татлы тамыр (сөгөлдөр) һ. б.

Газета публицистикаһының һүҙьяһалыш үҙенсәлектәрендә, бигерәк тә ҡайһы бер һүҙ яһаусы ялғауҙарҙың, киҫәксәләрҙең ҡул- ланылыуында, үҙенә генә хас билдәләр бар. Газета телмәрендә, мәҫәлән, түбәндәге аффикстар бик актив ҡулланыла: -ышЦ-еш (ҡаҙаныш, кәүҙәләнеш, көсөргәнеш), -лы//-ле (ныҡышмалы, илһамлы, һәләкәтле), -сыҢ-се (игенсе, ураҡсы, көрәшсе), -лыҡЦ-лек (хеҙмәттәшлек, кәмселек, ҡатнашлыҡ), -сылыҡ//-селек (игенселек, именселек, күпселек), -ҡысЦ-кес (күрһәткес, этәргес, башланғыс), -маҫЦ-мәҫ (ҡаҡшамаҫ, һүнмәҫ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ) һ. б.

Газета мәҡәләләренең исемдәре бик үҙенсәлекле. Уларға күҙгә ташланып тороу, ғәҙәти булмаған бәйләнеш, экспрессивлыҡ, рекламалыҡ хас, сөнки улар уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеп, баҫтырылған материалды уҡырға саҡырып торорға тейештәр. Бына республика газетаһы «Совет Башҡортостаны»нан алынған мәҡәлә исемдәре: «һаумы, фестиваль!», «Яңы икмәккә — йәшел юл!», «Бөтәһенән элек — кадрҙар», «Башҡортостан БАМ-ы» (Белорет — Шишмә тимер юлы төҙөлөшө хаҡында), «Тынғыһыҙ эҙәрмәндәр», «Иөрәк ҡушыуы буйынса», «Яуапһыҙлыҡ бәләһе», «Ваҡыт талабы», «һөт сифаты — ферма көҙгөһө», «Әйтер һүҙ бар», «Хәрәкәт — йәшәү сығанағы», «Йәйге көн йыл туйҙыра», «Икмәк — бөйөк ижад».

Газета телмәрендә ғилми, ижтимағи-политик терминология, төрлө белем һәм профессия әлкәһенә ҡараған махсус һүҙҙәр, яңғыҙлыҡ исемдәр (фамилиялар, географик атамалар, учреждение һәм машина исемдәре) ҡулланыла, шулай уҡ төрлө ҡыҫҡартылған һүҙҙәр, аббревиатуралар киң таралған: үҙешмәкәр, партия- хужалыҡ активы, Аҙыҡ-түлек программаһы, хәрби-политик союз, КТУ-10 арбаһы, ЖРБ-4 сапҡысы, КСК-ЮО агрегаты, ГВК-6 тырмаһы һ. б. Бындай үҙенсәлек газетаның төп функцияһы — информативлыҡҡа бәйле. Информативлыҡ йыш ҡына тел ҡоролоғона, ғәҙәти булмаған стиль алымдарына килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, түбәндәге һөйләмдәр башлыса газета биттәрендә генә йәшәй һәм осрай ала: Алты көн эсендә сәхнә оҫталары дүрт меңдән артыҡ тамашасыны хеҙмәтләндерҙе. Был хеҙмәт еңеүе — партия, профсоюз, комсомол ойошмаларының, совет, хужалыҡ органдарының ҙур ойоштороу һәм масса-политик эше, социалистик ярышты киң йәйелдереү, район игенселәренең фиҙәкәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Күтәренке социалистик йөкләмәнең уңышлы үтәлеүендә беҙҙең дә өлөш булыуы күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Тик бындай ҡоро, яһалма ҡоролошло ҡатмарлы конструкцияларҙан торған, уңышһыҙ һүҙбәйләнештәр менән сыбарланған ҡайһы бер һөйләмдәрҙең башҡа стилдәргә, бигерәк тә һөйләү телмәренә үтеп инеүе — ҡыҙғаныс хәл.

Шулай итеп, газета материалдарының ни тиклем күп төрлө булыуына ҡарамаҫтан, газета телмәренең үҙенә генә хас булған ҡоролош принциптарын, махсус стилистик алымдарын айырырға мөмкин.

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендәге публицистика стиленең башҡа төрҙәре лә ныҡ үҫеште. Хәҙер радиопублицистика, телепублицистика, кинопублицистика тигән махсус төшөнсәләр тулы хоҡуҡта ҡулланылалар, уларҙың бөтә публицистикаға хас дөйөм яҡтары менән бергә һәр береһенең үҙенә генә хас специфик алымдары ла бар.

 

 

1.4 Рәсми эш стиле

 Рәсми эш стиленең  күп кенә жанр төрҙәре бар: кодекстар, уставтар, инструкциялар, договорҙар, приказдар, протоколдар, акттар, ғаризалар, таныҡлыҡтар, распискалар һ. б. Рәсми  эш стилендәге жанр үҙенсәлектәре  башҡа бөтә төр стилдәрҙекенә ҡарағанда ла үҙ-ара бер-береһенән ныҡ айырыла. Стиль-сара үҙенсәлектәре башлыса документтарҙың жанрына, тематикаһына, маҡсат-йүнәлешенә, төҙөлөшөнә бәйләнгән. Рәсми эш стилендә яҙылған һәр бер текст документ булып сығыш яһағанлыҡтан, уның төп үҙенсәлеге булып бер төрлө генә аңлауға йүнәлтелгән аныҡлығы тора. Шуға күрә лә рәсми эш стилендәге яҙыуҙарҙың алымдары күп йыллыҡ практика һөҙөмтәһендә стандартлашҡан; тотороҡло һүҙбәйләнештәр, бер үк терминдарҙың ҡабатланыуы, теҙөлөш элементтарының билдәле бер урыв алып тороуы һымаҡ ҡалыптар барлыҡҡа килгән.

Башҡорт әҙәби телендәге рәсми эш стиленең оҙайлы тарихы бар. Уның тамырҙары XVI быуатҡа — Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу осорона китә: шул замандарҙан башлап Башкортостандағы рәсми эш башҡарыуға рус теленең ул ваҡыттарҙа формалашып өлгөргән рәсми эш стиле йоғонто яһай башлай. Бындай документтарға Урал — Волга буйы төрки телендә яҙылған гариза, прошение, акт, договор, суд документтары һымаҡ ҡағыҙҙарҙы индерергә мөмкин.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең рәсми эш стиле үҙенең совет оеоромд.ми үҫеш дәүерендә әллә ни ҙур үҙгәрештәр кисермәне, ( ни к п уның рус әҙәби теленә бәйле барлыҡҡа килгән бай ғына бар ине. Тик рәсми эш стилендә ҡулланылған терминоло- гин гына ҡырҡа үҙгәрҙе (сағыштырығыҙ: мәркәз — үҙәк, мөндәрәжә— йөкмәтке, мөхәррир — редактор, тәшкиләт — функция, Iшмһөриәт — республика, мөәссәсә — учреждение, рәис — председатель һ. б.). Рәсми эш стиленең экспрессив-эмоциональ йөкмәткеһендә лә бер аҙ үҙгәрештәр күҙәтелә: әгәр хәҙер эш ҡағыҙҙарының тел саралары һәм алымдары нейтраллеккә, хатта бер ни тиклем ҡоролоҡҡа ынтылһа, егерменсе йылдарҙа улар, күрәһең, замандың революцион пафосы йоғонтоһонда билдәле бер кимәлдә хис тойғо биҙәгенә эйә булғандар. Миҫал өсөн Башҡортостан Ғилми мәркәзе эргәһендәге Яңы башҡорт (латин) алфавиты буйын- I II комиссия сығарған директиванан өҙөк килтерәбеҙ: «Кисекмәй /м и тулы эрәүештә бойомға ашырылырға тейештәр. Бөтә халыҡ комиссариаттарына! Кантон, йорт башҡармалары һәм бөтә хөкүмәт, кәпирәтиф хужалыҡ мөәссәсәләренә... Хеҙмәтсәндәр эш йөрө- төрлөк тиклем әлепсә әҙер булырға тейеш... Бөтә ыштамп, мисәттәрҙең дә башҡорт телендәге өлөшө, төп урынды алып, фәҡәт яңы элеп менән яҙылған булырға тейештәр. Бының киреһен эшләүселәр тураһында тейешле органдар ҡәтғи сара күрергә тейештәр...»14 .

Отчеттар, ғәҙәттә, нейтраль тонда яҙыла: «Башҡортостан Ғилми мәркәз эргәһендәге методический советтың эшләре (15 ноябрь— 1 декабрь). Ноябрь айында түбәндәге эштәр эшләнде: 1) кантондарҙа методический бюролар тәшкиләте хаҡында, 2) ра- йон-волостарҙа төҙөлгән мәктәптәр өсөн, 3) район конференцияларын үткәреү өсөн тәғлимәттәр төҙөлдө...» 15.

Россия хөкүмәте органдарының әһәмиәтле указдары, ҡарарҙары, директивалары һәм башҡа документтары республика матбуғатында башҡорт һәм рус телдәрендә баҫтырылып сығарыла.

Шулай итеп, республикала хәҙерге башҡорт әҙәби теленең рәсми эш стиле рус теле менән бер ҡатарҙан йөрөй, һәм уның төн үҙенсәлектәре һәм билдәләре рус әҙәби телендәгенән айырылмай.

Эш ҡағыҙҙарының күбеһе, башлыса, күрһәтмә биреү, бойороу характерында булғанлыҡтан, уларҙа инфинитив башҡа ҡылым формаларына ҡарағанда йышыраҡ ҡулланыла (яҡшыртырға, талип итергә, көсәйтергә, ярҙам итергә, бөтөрөргә, ҡабул итергә, мәжбүр итергә һ. б.), шулай уҡ тейешлекте белдереүсе махсус (һүҙҙәр ҡулланыла' (мәжбүр, тейеш, яуаплы, кәрәк, хоҡуҡлы һ б.)

Ғәҙәттә, эш ҡағыҙҙарында документтар төҙөлгәнгә тиклем булған аргументация, иҫбат итеү, анализдар кәрәкмәй, тик регламентация, рекомендация, ҡарар, күрһәтмәләр генә бирелә. Ошоноң аркаһында уларҙа I һәм II зат ҡылымдары, зат алмаштары ҡулланылмай, ә III зат ҡылымдары, башлыса, билдәһеҙ формаларҙа бирелә. Ошо уҡ сәбәптәр арҡаһында, ғәҙәттә, дөйөм күпселекте белдергән исемдәр ҡулланыла (граждандар, хеҙмәтсәндәр, колхозсылар, эшселәр, һайлаусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар, радист тыңлаусылар һ. б. ).

Эш ҡағыҙҙарында стандартлаштырыу ҙур әһәмиәткә эйә, ул бер үк фактты төрлөсә аңлауға сик ҡуя, ваҡытты экономлай, I ыҫҡалыҡҡа һәм асыҡлыҡҡа килтерә. Ошо сәбәпле эш ҡағыҙҙарының әҙер, алдан баҫтырып ҡуйылған формалары — протокол, Iприза, акт, расписка, доверенность, анкета һәм башҡа күп ҡа- I ыуҙарҙың бланкылары була.

 

 

 

 

 

 

 

 

         ЙОМҒАҠЛАУ

 

Шулай итеп хәҙерге башҡорт әҙәби теле стилдәренең үҫеше бик оҙайлы һәм ҡатмарлы юл үткәндәр.  Мәҫәлән, матур әзәбиәт стиленең үҫеще һәм яңы кимәлгә күтәрелеүе Октябрь революцияһынан һуңғы яңы типтағы башҡорт әҙәбиәтенең барлыҡҡа килеүе менән тығыҙ бәйләнгән. Хәҙерге башҡорт әҙәби телендәге матур әҙәбиәт стиленең барлыҡҡа килеүе һәм тәүге үҫеш аҙымдары М. Ғафури, Д. Юлтый, А. Таһиров, Т. йәнәби, С. Ҡудаш, Ғ. Ғүмәр, Б. Ишемғол, Ғ. Дәүләтшин, И. Насыри, Ғ. Хәйри һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының исемдәре менән бәйле. Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә матур әҙәбиәт стиленең үҫешенә һәм байыуына рус әҙәбиәте лә ҙур йоғонто яһаны. Был йоғонто башҡорт әҙиптәренең шул ваҡыттағы рус яҙыусыларының, рус классиктарының мираҫтары менән танышыу нигеҙендә, шулай уҡ тәржемә әҫәрҙәр тәьҫирендә лә барҙы. Был йылдарҙа башҡорт телендә А. С. Пушкиндың, М. Ю. Лермонтовтың, Н. А. Некрасовтың, В. В. Маяковскийҙың, Э. Багрицкийҙың шиғыр һәм поэмалары, Н. В. Гоголдең, М. Е. Салтыков - Щедриндың, Д. Н. Мамин-Сибиряктың, А. П. Чеховтың, А. М. Горькийҙың, М. А. Шолоховтың, Н. А. Островскийҙың, А. А. Фа- десвтың, Д. А. Фурмановтың, И. Г. Эренбургтың әҫәрҙәре тәржемә ителә. Башҡорт яҙыусыларының рус һәм башҡа халыҡтар яҙыусылары менән туранан-тура йәнле бәйләнештәре лә көсәйҙе. Матур әҙәбиәт стиленең сәскә атыуы һуғыштан һуңғы һәм хәҙерге осорҙарға тап килә. С. Агиштың «Нигеҙ» һәм Ә. Вәлиҙең «Беренсе аҙымдар» романдарының донъя күреүе башҡорт әҙәбиәте өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелде. Был әҫәрҙәр матур әҙәбиәт стилен яңы алымдар һәм саралар менән байыҡтырҙы.

Ә бына башҡорт әҙәби телендәге публицистика стиленең формалашыуы күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе М. Өмөтбаевтың эшмәкәрлеге менән бәйләнгән. хәҙерге башҡорт әҙәби теленең тыуыу осорона публицистика үҙенең, күп йыллыҡ булмаһа ла, юлға һалынған традициялары менән килде. Был традицияларҙың үҫешендә «Урал» газетаһының, «Ҡарсыға» һәм «Сүкеш» журналдарының әһәмиәте ҙур булды. Октябрь революцияһының тәүге йылдарында матбуғат эшенең, шул иҫәптән ваҡытлы матбуғаттың, киң үҫеше, радио һәм киноның алға китеүе нигеҙендә публицистика стиле яңы үрҙәр яуланы. Публицистика стиленең алғы планға сығыуына шулай уҡ замандың реролюцион һулышы; халыҡтың политик, экономик һәм социаль тормошондағы һынылышлы үҙгәрештәр; бөтә донъя күләмендә аһәң алған тәүге социалистик илдең тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғалар — граждандар һуғышы, наҙанлыҡты бөтөрөү, илдең политик һәм хужалыҡ ҡоролошон үҙгәртеү, тәүге биш йыллыҡтар һымаҡ күренештәр ныҡ йоғонто яһаны.

Информация о работе Хәҙерге башҡорт әҙәби теле стилдәренең үҫеше