Диплом алды практикаһын мин биш аҙна буйына

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 30 Сентября 2013 в 15:16, отчет по практике

Краткое описание

Диплом алды практикаһын мин биш аҙна буйына ( 4.02.13 – 09.03.13) Нефтекама ҡалаһының 11-се һанлы дөйөм урта белем биреү мәктәбендә үттем. Мәктәп 1985 йылда төҙөлгән. Был мәктәптә 1495 кешегә урын бүленгән. Уҡытыусылар коллективы - бөтәһе лә юғары белемле.

Содержание

ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Инеш З
Отчет 4
Йомғаҡлау 6
Ҡулланылған сығанаҡтар һәм әҙәбиәт исемлеге 8
Ҡушымта 1. Әмир Әминевтың “Әсикмәк” хикәйәһен өйрәнеү (башҡорт әҙәбиәтенән дәрес конспект)
Ҡушымта 2. “Рәүеш. Рәүештәрҙең белдергән мәғәнәһе” темаһына өйрәнеү (башҡорт теленән дәрес конспект)
Ҡушымта 3. Кластан тыш тәрбиәүи эш планы
Ҡушымта 4. Класс сәғәте: “Поговорим о дружбе”
Ҡушымта 5. Башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән кластан тыш саралар
Ҡушымта 6. Кластан тыш сара: “Тел серҙәрен кем яҡшыраҡ белә?”
Ҡушымта 7. Нефтекама ҡалаһының урта дөйөм белем биреү мәктәбеннең 5в класына дөйөм характеристика
Ҡушымта 8. Нефтекама ҡалаһының урта дөйөм белем биреү мәктәбеннең 5в класс уҡыусыһы Ситдиков Руслан Альбер улына педагогик-психологик характетистика
Ҡушымта 9. Башҡорт телен тыуған тел булараҡ уҡытылған төркөмдәрҙә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”нән календарь-тематик план(5АБВ, 6АБ, 7ВГ кластары)
Ҡушымта 10. Рейтинг системаһы буйынса баһалау (башҡорт теле һәм әҙәбиәте)
Ҡушымта 11. Дәрескә анализ (башҡорт теле һәм әҙәбиәте)
Ҡушымта 12. Аспектлы анализ (башҡорт теле һәм әҙәбиәте)
Ҡушымта 13. Дәрескә анализ (дәфтәр)
Ҡушымта 14. Көндәлек

Прикрепленные файлы: 1 файл

отчет.doc

— 78.00 Кб (Скачать документ)

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ ҺӘМ ФӘН МИНИСТРЛЫҒЫ

ЮҒАРЫ ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮҘЕҢ

ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

«БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ»

НЕФТЕКАМА ФИЛИАЛЫ

 

 

                                                                              Гуманитар факультет

                                           Филология һәм журналистика кафедраһы

 

 

 

      

         ПЕДАГОГИК ПРАКТИКА БУЙЫНСА ОТЧЕТ

 

        

 

 

                                                              Башҡарҙы:

                                                               көндөҙгө бүлектең 5 курс

                                                               Ф – 52б/р төркөмө студенты                                                          

                                            Ғәбдрәхимова    Г.Ф.

           

                        Етәксеһе:

                                                        филол. фәндәре канд., доц.

                                      Зиннәтуллина Л.Р.

                                                            

 

                          

 

 

                               Нефтекама 2013

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Инеш                                                                                                                      З

Отчет                                                                                                                     4

Йомғаҡлау                                                                                                            6

Ҡулланылған сығанаҡтар һәм әҙәбиәт исемлеге                                       8       

Ҡушымта 1. Әмир Әминевтың “Әсикмәк” хикәйәһен өйрәнеү (башҡорт әҙәбиәтенән дәрес конспект)

Ҡушымта 2. “Рәүеш. Рәүештәрҙең белдергән мәғәнәһе” темаһына өйрәнеү (башҡорт теленән дәрес конспект)

Ҡушымта 3. Кластан тыш тәрбиәүи эш планы

Ҡушымта 4. Класс сәғәте: “Поговорим о дружбе”

Ҡушымта 5. Башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән кластан тыш саралар

Ҡушымта 6. Кластан тыш сара: “Тел серҙәрен кем яҡшыраҡ белә?”

Ҡушымта 7. Нефтекама ҡалаһының урта дөйөм белем биреү мәктәбеннең 5в класына дөйөм характеристика

Ҡушымта 8. Нефтекама ҡалаһының урта дөйөм белем биреү мәктәбеннең 5в класс уҡыусыһы Ситдиков Руслан Альбер улына педагогик-психологик характетистика

Ҡушымта 9. Башҡорт телен тыуған тел булараҡ уҡытылған төркөмдәрҙә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”нән календарь-тематик план(5АБВ, 6АБ, 7ВГ кластары)

Ҡушымта 10. Рейтинг системаһы буйынса баһалау (башҡорт теле һәм әҙәбиәте)

Ҡушымта 11. Дәрескә анализ (башҡорт теле һәм әҙәбиәте)

Ҡушымта 12. Аспектлы анализ (башҡорт теле һәм әҙәбиәте)

Ҡушымта 13. Дәрескә анализ (дәфтәр)

Ҡушымта 14. Көндәлек

 

 

 

          ИНЕШ

Диплом алды практикаһын мин биш аҙна буйына ( 4.02.13 – 09.03.13) Нефтекама ҡалаһының 11-се һанлы дөйөм урта белем биреү мәктәбендә үттем. Мәктәп 1985 йылда төҙөлгән. Был мәктәптә 1495 кешегә урын бүленгән.  Уҡытыусылар коллективы - бөтәһе лә юғары белемле. Нефтекама ҡалаһы мәктәбенең администрацияһы: мәктәп мөдире – Шәйхетдинов Дамир Ғабдулла улы, уҡыу-уҡытыу буйынса мөдир урынбаҫары - Бикмурзина Ирина Муллағаян ҡыҙы,  тәрбиә  эштәре  буйынса мөдир урынбаҫары  - Абзалова Әлфиә Данил ҡыҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – Вәлиева Ильзида Фаат ҡыҙы.

Мәктәп өс ҡатлы бик ҙур һәм матур мәктәп. Беренсе ҡатта гардероб, ашхана, егеттәр өсөн технология кабинеты, башланғыс кластар, уҡыусылар өсөн бүлмәләр, китапхана, компьютер залы, спортзал урынлашҡан. Икенсе ҡатта, ҡабул итеү бүлмәһе, уҡыу кабинеттары, администрация бүлмәһе, уҡытыусылар бүлмәһе урынлашҡан. Өсөнсө ҡатта, уҡыу кабинеттары, тамаша залы. 51 уҡыу кабинеты, 2 спорт залы бар. Мәктәптә  сәнғәт, музыка, спорт түңәрәктәре уңышлы эшләй. Үҙ эштәрен белеп башҡарған уҡытыусылар коллективы эштәре менән юғары уңыштарға ирешәләр: һуңғы ике йылда төп мәктәптәр араһында мәктәп алдынғылыҡты бирмәй. Уҡыусылар район һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа, спортта призлы урындар яулайҙар. Нефтекама ҡалаһының дөйөм урта белем биреү мәктәбе төп белем биреү талаптарына тура килә.

Түбәндәгеләрҙән сығып шуны әйтергә була, уҡытыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

 

 

 

 

ОТЧЕТ

Практиканың төп бурысы: БДУ-ла туплаған белемдәрҙе файҙаланып, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен юғары кимәлдә үткәреү, 5-се в класс етәксеһе вазифаһын үтәү ине.

Педагогик практиканы өс этапҡа бүлергә мөмкин:

  1. 4 февралдән алып 9 февралгә тиклем танышыу периоды: класс менән танышыу, уҡыусыларҙы күҙәтеү, педагогик коллектив менән танышыу һ.б.
  2. 11 февралдән алып 2 мартҡа тиклем төп период: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрестәр,  дәрестән тыш сара үткәреү, дәфтәрҙәр тикшереү.
  3. 4 марттан алып 9 мартҡа тиклем йомғаҡлау периоды: отчет төҙөү.

5 в класында 12 уҡыусы: 7 ҡыҙ һәм 5 малай. Шулай уҡ мин икенсе, өсөнсө, дүртенсе, бишенсе, алтынсы, етенсе кластар менән эш алып барҙым. Был кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙнаһына өс сәғәт уҡытыла. Ошо   вакыт   эсендә   алдынғы   педагогик   технологияларҙы, методикаларҙы ҡулланып, уҡыусыларҙың башкорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә ҡарата ҡыҙыкһыныуын үҫтереү, дәүләт теленә ихтирам тәрбиәләү кеүек бурыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинселеге тыуҙы. Мәктәптә башҡорт теле дәүләт һәм тыуған тел булараҡ өйрәнелә. Программала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыусылар ике сәғәт, ә тыуған тел булараҡ өс сәғәт уҡытыла. Минең тарафтан башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 40 сәғәт үткәрелде. Шуларҙың 6-һы телдән, 34-е әҙәбиәттән. Төп бурысым татар телле балаларҙы башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, аралашырға   өйрәтеүгә, телмәр   үҫтереүгә   йүнәлтеү   ине.   Ошо бурыстарымды тормошҡа ашырыу өсөн дәрестәремдә орфоэпик күнегеүҙәр үткәрҙем, темаларҙы башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, милли йолалары, ауыҙ-тел ижады менән бәйләнем. 6-сы класс ҡыҙҙары менән “Йыл уҡыусыһына” әҙерләндек. Нефтекама ҡалаһы кимәлендә үткәрелгән конкурста уҡыусылар икенсе урын яуланы.

Класс етәксеһе булараҡ та байтаҡ эштәр башҡарылды: төрлө темаға класс сәғәттәре  үткәрелде, уҡыусылырҙың көндәлектәре һәм дәфтәрҙәре тикшерелде, кластағы тәртип һәм өлгөрөш күҙәтелде, атай - әсәйҙәр менән әңгәмәләр, йыйылыш үткәрелде. Класс сәғәттәре түбәндәге темалар буйынса үткәрелде:

14.02.13. - «Этикет и мы»;

21.02.13. - «Правила дорожного движения»;

28.02.13. - «Поговорим о дружбе»;

07.03.13. - «С Международным женским днем».

Класс сәғәттәренә  уҡыусылар үҙҙәре лә материлдар, уйындар  әҙәрләп килделәр. Тағы ла беҙ уҡыусылар менән мәктәп музейы өсөн экспонаттар йыйыу эшен ойошторҙоҡ, материалдар тупланыҡ.

Шулай уҡ класстан тыш саралар ҙа үткәрелдә:“Тел серҙәрен кем яҡшыраҡ белә?”, "Илдә ҡалдың йыр булып”, “Башҡорт теле буйынса КВН”. Был саралар уҡыусыларға биҡ ныҡ оҡшаны.

Мәктәптә уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Уҡытыусы Вәлиева Ильзида Фаат ҡыҙы дәрестәрҙе   күҙәтте,   дәрес   конспекттарын      тикшерҙе, дәрестәргә анализ яһаны, баһа ҡуйҙы, кәңәштәр бирҙе, ярҙам  иттте.  Дәрестәргә  әҙерләнгәндә  һорауҙар  барлыҡҡа килгәндә, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә гел таяныс булды. Китапхана мөдире Ғәниева Д. Х. һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙҙы, кәрәк материалдар менән тәьмин итте.

Мин үткәргән башҡорт  теле һәм әҙәбиәте дәрестәре бик  яҡшы үтте. Яңы материалдарҙы класс  бик яҡшы үҙләштереп барҙы. Уҡыусылар  менән  яҡшы мөнәсәбәттә булдыҡ. Мәктәптә эшләгән ваҡытта  башҡорт  теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятҡанмындыр, тип ышанам.

 

 

ЙОМҒАҠЛАУ

Предметты бик яҡшы белһәң дә, класс алдында тулҡынланһаң, дәресте яҡшы итеп үткәрә алмайһың. Практика ярҙамында мин ошондай ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәндем, тәжрибә тупланым. Практика мәлендә балалар психологияһы менән бәйле тағы ла бер үҙенсәлеккә тап булдым: әгәрҙә уҡытыусы конспектҡа йыш мөрәжәғәт итә икән, уҡыусыларҙың иғтибары кәмей. Дәрестәрҙә актив һәм интерактив алымдарҙы, методтарҙы ҡулланыу, яңы технологик саралар менән йыһазландырыу, дәрес йөкмәткеһенә ярашлы видеоматериалдар күрһәтеү, проблемалы һорауҙар ҡуйыу, предмет-ара бәйләнеш булдырыу уҡыусыларҙың иғтибарын арттыра, активлаштыра, улар дәрестә ихлас ҡатнаша, үҙ аллы фекер йөрөтөү ҡеүәһе арта.

Практиканы  күпселектә урта звенола үттем. Унда үҫмер балалар уҡый. Үҫмерҙәр психологияһы менән бәйле ҡаршылыҡтарҙы ла еңергә тура килде. Өйгә эште тикшергәндә ҡайһы бер уҡыусылар миниатюр иншаларын класс алдында уҡырға оялалар ине. Класс сәғәттәрендә ошо проблемаға бәйле һөйләшеүҙәр алып барыу был етешһеҙлекте еңергә ярҙам итте.

Практика үткән саҡта байтаҡ педагогик тәжрибә тупланым, уҡыусылар психологияһы, тормошто танып бүлеүҙәре, хыял-ынтылыштары менән яҡындан таныштым. Класта төрлө ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар уҡый, характерҙары ла төрлө-төрлө. Практика мәлендә педагог ҡына түгел, ә психолог вазифаһын да берләштерергә тура килде. Башҡорт теленең нескәлектәрен, ҡанундарын өйрәнергә йүнәлтелгән һәм матурлыҡ донъяһын танып белеүгә ҡоролған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың рухи донъяһы тағы ла киңерәк, тәрәнерәк асылды, дәүләт теленә ҡарата ихтирамы, мөхәббәте сағылды. Класс етәксеһе булараҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән яҡындан танышырға мөмкинселек бирҙе, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә ярҙам итте. Даими рәүештә класс сәғәттәре лә үткәрҙем. Класс сәғәттәре миңә коллектив етәксеһе булараҡ эш итергә ярҙам итте.

Педагогик практика үткән вакытта биш йыл буйына тупланған теоретик белемде практикала киң ҡулландым, ҙур тәжрибә тупланым. Уҡытыусы һәр вакыт белемен, ғилемен педагогик эшмәкәрлектә тулыландырып, байытып торорға кәрәклеген аңланым. Уҡытыусылар, балалар, ата-әсәләре менән аралашыу, эшләү миндә ҙур ҡәнәғәтләнеү тыуҙырҙы. Үҙемдең профессиямды дөрөҫ һайлауыма мин бик шатмын.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН СЫҒАНАҠТАР ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ                                                                    

Китаптар

  1. Вилданов Ә.Х., Хажин В.И. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Үҙгәртелгән алтынсы баҫма. - Өфө: Китап, 2012. – 404 бит.
  2. Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Икенсе баҫма. – Өфө: Китап, 2006. – Һүрәттәре менән 208 бит.
  3. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Яңыртылған алтынсы баҫма. - Өфө: Китап, 2008. – 408 бит.
  4. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Яңыртылған алтынсы баҫма. - Өфө: Китап, 2008. – 408 бит.
  5. Хөснөтдинова Ф.Ә., Ғафаров Б.Б., Тикиев Д.С., Ҡаһарманов Ғ.Ғ.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙбиәте дәреслеге. - Өфө: Китап, 2010. – 288 бит.
  6. Хөснөтдинова Ф.Ә., Ғафаров Б.Б., Тикиев Д.С., Ҡаһарманов Ғ.Ғ.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2011. – 288 бит.

 

Өҫтәлмә материалдар

7.  Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теленән дидактик материалдар. - Өфө, 1985.

  1. Ғәбитова   З .М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр  өсөн. – Өфө:Китап,  2009.
  2. Исҡужина Ф. С., Әбүбәкерова З. Ф. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән иншалар йыйынтығы. Өфө, 2008.

10. Псәнчин В. Ш. Башҡорт теле. Күнегеүҙәр йыйынтығы. Өфө: Китап, 2007.

11. Тикеев Д. С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: һайланма мәҡәләләр. -  Өфө «Ғилем» нәшриәте, 2002.

 




Информация о работе Диплом алды практикаһын мин биш аҙна буйына